Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 15:39

Яңы йылға ла коронавирус менән инәсәкбеҙ...

Әммә мөһим мәсьәләләр күҙ уңынан ысҡынмай.

Башҡортостанда пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләр һаны 14264 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә сирҙең йәнә 138 осрағы теркәлгән. Был турала кисә Хөкүмәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Министр Өфөлә дауаханаларҙа урын етерлек, шуға күрә ҡайһы берҙәренән ковид-госпиталь статусын алып, ябай эш тәртибенә күсерергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был эште Һуғыш ветерандары госпиталенән башларға ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә билдәле булған тағы бер яңылыҡ – декабрь башында Башҡортостанға COVID-19-ға ҡаршы вакцина киләсәк.
Бик күп ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы борсоған мәсьәлә – уҡыу тәртибе. Әле VI–X класс уҡыусылары дистанцияла уҡый, ҡалғандар мәктәпкә йөрөй. Был режим 6 декабргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта 23 муниципалитет мәктәптәрендә уҡыу ғәҙәти тәртипкә күсте.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Яңы йылға тиклем бөтә уҡыусыларҙы ла мәктәпкә сығарыу ихтималлығы бар.
Көтөп алған Яңы йыл байрамы етеп килә. Быйыл беҙ уны тәүге тапҡыр ҡатмарлы коронавирус пандемияһы шарттарында ҡаршы аласаҡбыҙ. Шуға күрә байрамды үткәреү буйынса бер ни тиклем сикләүҙәрҙең булыуы аңлашыла. Мәҫәлән, чиновниктар өсөн корпоративтар үткәрелмәйәсәк.
Ресторандар, башҡа учреждениелар нисек эшләре тураһында әлегә ҡарар юҡ. Был аҙнала оператив штаб менән консультация үткәреләсәк, ҡарар аҙна аҙағында халыҡҡа еткереләсәк.
Ике йыл рәттән Башҡортостанда ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү, рәткә килтереү буйынса ике матур проект тормошҡа ашырыла. Кәңәшмәлә уларҙың береһе – подъездар ремонтына йомғаҡ яһалды. Шулай 2020 йылда подъездар ремонты 99,8 процентҡа үтәлгән. Планлаштырылған 2185 подъездың 2180-ендә эштәр тамамланған.
Быйыл эштәр исемлегенә коляскала йөрөгән инвалидтар йәшәгән подъездарға пандустар һәм яндауыр­ҙар ҡуйыу индерелә. Өфөлә улар өс, Ағиҙелдә – ике, Октябрьскийҙа – дүрт, Стәрлетамаҡта, Бәләбәй һәм Бөрө райондарында берешәр подъезға ҡуйыла.
Бөгөнгә ҡарата башҡарылған эштәрҙе 2126 подъезд буйынса ҡабул итеп, акттарға ҡул ҡуйғандар. Был – дөйөм күләмдең 97,5 проценты. Быйыл халыҡ яғынан етешһеҙлектәргә ялыуҙар ике тапҡырға кәмегән.
Һуңғы ваҡытта республикала юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһе көнүҙәктәрҙең береһенә әйләнде. Башҡортостанға туристар йәлеп итергә теләйбеҙ икән, тейешле шарттар ҙа булырға тейеш. Уларҙың береһе – ошо юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү.
Башҡарылған эш тураһында республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдере­үенсә, юл буйы сервисы объекттарын үҫтереүҙең генераль схемаһы сиктәрендә Стратегик тикшеренеүҙәр институты 89 объекттан торған исемлек төҙөгән. Уларҙың 16-һы федераль трассаларҙа, 68-е төбәк һәм муниципалитет-ара юлдарҙа, бишәүһе урындағы әһәмиәттәге юлда урынлашҡан. Бынан тыш, юлдары буйында объекттар барлыҡҡа киләсәк райондар исемлеге төҙөлгән: Әбйәлил, Көйөргәҙе, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Архангел һәм башҡалар.
Әлеге ваҡытта министрлыҡҡа 35 инвесторҙан был объекттарҙы төҙөргә ғариза килгән. Дөйөм инвестиция күләме биш миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мөһим мәсьәлә етем балаларға ҡағылды. Был турала вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Уның белдереүенсә, беҙҙә етем балалар һаны кәмегән.
Етемдәрҙең 91 проценты (11 меңдән ашыу бала) ғаиләләрҙә, ҡалғандары тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булған интернат һәм белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнә. Башҡортостанда етемдәр өсөн 21 учреждение бар, уларҙың 17-һе министрлыҡ ҡарамағында.
Быйылғы йылдың тәүге ун айында ата-әсә ҡарауынан ҡалған 812 бала асыҡланған. Яңы асыҡланған етемдәрҙең 76 проценты ғаиләләргә урынлаштырылған, ҡалғандары – приюттарҙа.
Әйткәндәй, баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә пособие түләнә. Әгәр ғаилә инвалид балаға йөрәк йылыһы бүләк итһә, сумма 100 мең һумға арта. Быйыл ғаиләләр 1583 балаға түләү алған, уларҙың 106-һы – инвалид балалар өсөн.
Республика был тармаҡта эште ойоштороу буйынса алдынғы төбәк булһа ла, министр белдереүенсә, баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса бер ни тиклем проблемалар бар.
Кәңәшмә һуңында Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын “Рәсәй тәмдәре” конкурсында әүҙем ҡатнашып, республика брендтары өсөн тауыш биреүҙе һораны.
– Беҙҙең брендтарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк. Тауыш биреү тамамланырға ике генә көн ҡалды, әүҙемерәк булайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башинформ МА
Читайте нас