Йәмғиәт
2 Декабря 2020, 07:30

Халыҡҡа был эш бик оҡшай

Быйыл 699 күп фатирлы йорттағы 2185 подъезды ремонтлау билдәләнгән, дөйөм сығымдар 708 миллион һум тәшкил итә.

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә “2020 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһының үтәлеше тикшерелде. Доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны.
Быйыл 699 күп фатирлы йорттағы 2185 подъезды ремонтлау билдәләнгән, дөйөм сығымдар 708 миллион һум тәшкил итә. Подряд ойошмалары төҙөлөш-монтаж эштәренә 23 мартта тотонған, әммә ҡурсаланыу режимы индерелеү сәбәпле, 30 мартта бөтә эшмәкәрлек туҡтатылып торҙо. Быйыл 8 июндән эш ҡабат башланды.
Ғәмәлдә ағымдағы йылдың программаһы алты айҙа үтәлде. Ә былтыр уның өсөн 14 ай кәрәк булғайны.
– Программа тулыһынса үтәлгән тип әйтергә мөмкин, 2180 подъезд ремонтланған, был 99,8 процент тигән һүҙ, – тине Борис Беляев. – Был эшкә биш генераль подрядсы һәм 60-тан ашыу судподряд ойошмаһы йәлеп ителде. Нигеҙҙә улар – урындағы идарасы компаниялар, шәхси ойошмалар һәм төҙөлөш фирмалары. Подъездарҙы ремонтлауҙа урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланылды. Мәҫәлән, бөтә урынлаштырылған тәҙрәләрҙең, инеү ишектәренең, баҫҡыс тотҡаларының 95 проценты, почта йәшниктәренең 70 проценты республикала етештерелгән. Ремонт эштәренең быйылғы исемлегенә ингән ерҙәге ишектәр янында инвалидтар өсөн пандустар һәм менеү тотҡалары ла индерелгән. Төбәк операторы урындағы үҙидара органдары һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә инвалидтар йәшәгән күп ҡатлы йорттарҙы тикшереп сыҡҡан, пандустар ҡуйыу өсөн техник шарттарҙы асыҡлаған. Быйыл подъездарҙы ремонтлау программаһы сиктәрендә Өфө, Ағиҙел, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Бәләбәй һәм Бөрө райондарында 12 подъезға пандус беркетелгән.
Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы халыҡта киң яҡлау тапты. Башҡортостан Хөкүмәте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, муниципалитеттар хакимиәттәре, Төбәк операторы адрестарына подъездары ремонтланған йорттар рәйестәренән рәхмәт хаттары килә. Халыҡ ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тапҡан өсөн бик рәхмәтле. Быйыл башҡарылған ремонттың сифатына ҡарата дәғүәләр, иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр һаны ике тапҡырға кәмегән. Социаль селтәр аша килгән 516 мөрәжәғәттә күрһәтелгән үтенестәрҙе Төбәк операторы һәм подряд ойошмалары тиҙ арала башҡарған.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас