Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2020, 01:00

Үҙ улына өс тапҡыр сәнсә

Талашты ҡәйнә менән килен башлап ебәрә лә...

Үткән ял көндәрендә Бишбүләк районында булған ҡот осмалы ваҡиға әлеге лә баяғы эскелектән, аң томаланыуҙан килеп сыҡҡан.
Был көн район ауылдарының береһендә төпләнгән йәш ғаиләгә егет яғынан ата-әсә ҡунаҡҡа килә. Шартына килтереп табын ҡорола, спиртлы эсемлек өҫтәл түренә менеп ҡунаҡлай. Ата-әсә менән балаларҙың үҙ-ара татыу, айыҡ килеш аралашыуына бер ни етмәҫ ине лә бит! Мәжлестәге тыныслыҡты ниндәй сәбәптәндер ҡатын-ҡыҙ боҙа - ҡәйнә менән килен үҙ-ара талашып китә, шунан ир заттары дауам итә. Өй хужаһы - 28 йәшлек ир - ата-әсәһенең ҡайтып китеүен талап итә. Бындай боролош атай кешегә оҡшамағандыр, күрәһең: ҡулына бысаҡ алып, үҙ балаһына өс тапҡыр сәнсә.
Яралы ирҙең ҡатыны, йәғни килен кеше, шунда уҡ тәртип һаҡсыларын һәм "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Зыян күреүсе ҡасып маташа, тик ҡаны күп ағыуҙан иҫен юғалта башлағанда уны тотоп алып, дауаханаға оҙаталар.
Ҡасырға теләүем атайымдың уйламай ҡылған енәйәтен йәшереп ҡалырға тырышыуҙан булды, тип аңлатҡан аҙаҡтан. Ә 61 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған да инде. Ул, яман ҡылығына үкенеүен белдереп, үҙенә ҡарата ҡаты яза биреүҙәрен һорай.
Фото: news.nashbryansk.ru
Читайте нас: