Йәмғиәт
3 Декабрь 2020, 17:45

Пассажирҙарға ла, водителдәргә лә оҡшай

Бөгөнгә бындай ҡулайламаны 25 пассажир ташыу транспорт сараһында күрергә була.

"Башавтотранс" автобустарын контактһыҙ түләү ҡулайламаһы менән ҡорамалландыра башланылар.
Бөгөнгә уларҙы 25 пассажир ташыу транспорт сараһында күрергә була. "Алға" йә башҡа пластик карта менән контактһыҙ, водителдең иғтибарын йәлеп итмәй генә, иҫәпләшеүҙе пассажирҙар ҙа, водителдәр ҙә юғары баһалап өлгөргән дә инде.
"Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары Марат Абдуҡадиров әйтеүенсә, контактһыҙ түләү ҡулайламаһы 75-се маршрут автобустарына урынлаштырылған, унда билеттың 75 проценты шул юл менән алынған. Маршрут тармағында шулай уҡ күпме кешенең транспортҡа инеп-сығыуын, пассажирҙар ағымын нисек заманлаштырырға кәрәклекте билдәләү системаһы ла булдырылған.
Фото: ufa.news-net
Читайте нас