Йәмғиәт
3 Декабрь 2020, 07:00

Ҡырҡ көн үткәс табылған да ул...

Йылайырҙан Рафиҡ Ҡолһаринды октябрь аҙағынан алып эҙләйҙәр ине.

Йылайыр районының Йылайыр ауылынан 41 йәшлек Рафиҡ Ҡолһаринды эҙләү туҡтатылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урманда уның йәнһеҙ кәүҙәһен генә тапҡандар.
24 октябрҙә ирҙең өйөнән ҡайҙалыр сығып китеп, кире әйләнеп ҡайтмауы тураһында туғандары хәбәр иткәйне. Әле "Лиза-Алерт" отряды эҙләүселәре ирҙең үле килеш табылыуы тураһында мәғлүмәт бирә.
Бик йәл, ғаилә терәкһеҙ, дүрт бала атайһыҙ ҡалды... Мәрхүмдең туғандарының, ғаиләһенең, балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас