Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 17:31

Башҡортостан халҡы сәләмәт тормош яҡлы

“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта.

2011 йылдан алып республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы ойошторола. Уның маҡсаты – кешеләрҙе айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килгән быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктан һаҡлау. Конкурсты ойоштороу саралары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был бәйгене ойоштороу, үткәреү буйынса дәррәү эш алып бара.
Нуриманда 30 ауыл айыҡ тормош рәүеше яҡлы
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 22 июнендәге ҡарары менән 1 августан “Айыҡ ауыл–2020” конкурсы башланды. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова рәйеслегендә ойоштороу комитетының онлайн-ултырышы үтте.
2020 йылда тағы ла күберәк ауыл­дарҙы йәлеп итеү планлаш­тырылғайны – һәр райондан бәйге­лә ҡатнашҡан ауылдарҙың һаны 50 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Был ниәт тормошҡа ашты: конкурсҡа 2114 заявка ҡабул ителде. Бөтә райондар ҙа тәүге этапҡа дәррәү ҡушыл­ды. Былтыр ҡат­наш­маған Салауат һәм Мәсетле район­дарындағы ауылдарҙың иһә яртыһы заявка бирҙе.
Баймаҡ һәм Бөрйән районда­рының бар ауылдары ла (Баймаҡта – 89, Бөрйәндә 34 ауыл) конкурста ҡатнаша. Асҡын, Әлшәй, Дыуан, Ғафури, Илеш, Йылайыр, Ейән­сура, Күгәрсен, Ҡыйғы, Нуриман, Тәтешле, Шаран райондарында ауылдарҙың 60 проценты бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән.
“Айыҡ ауыл” бәйгеһе барышын, эшләнгән эштәр хаҡында ҡайһы бер райондар миҫалында ҡарап китәйек.
Нуриман районында 30 ауыл “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушы­лыр­ға теләк белдерҙе.
– Пандемия шарттарында ауыл халҡын күпләп йыйып, бөтәһенә бер юлы конкурста ҡатнашыу шарттарын аңлатыу мөмкин түгел ине. Был йәһәттән ирекмәндәр беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте, улар һәр йорт­ҡа инеп, һәр ғаилә менән айырым аңлатыу эшен алып барҙы, – тип һөйләй Нуриман районы башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Хәлим Хә­лилов. – Шуныһы ҡыуаныслы, Яңы Күл ауылынан шәхси эшҡыуар Фәнис Мө­хәмәт­йә­нов үҙ ихтыяры менән магазинында башҡа араҡы һатмая­сағы хаҡында белдерҙе. Ул әйткән­сә, кибеткә халыҡтың күбеһе араҡы өсөн йөрөмәй ҙә. Килем әллә ни кәмемәҫ, ә ауылдың киләсәге яҡтырыр. Фәнис Мөхәмәтйәновтың миҫалына башҡалар ҙа эйәрер, тигән өмөттәбеҙ.
Мәсетлеләр ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибарлы
Мәсетле, Тәтешле, Ҡалтасы, Ҡый­ғы, Стәр­летамаҡ, Баймаҡ, Нуриман, Көйөргәҙе, Борай район­дары эште әүҙем алып барҙы. Бәй­гелә ҡатнашҡан бөтә ауылдарҙа ла йыйылыштар үтте, саралар планына ярашлы эштәр башҡарылды.
Мәҫәлән, Мәсетле районының Әжекәй ауылында велоуҙыш үткә­релде, унда әүҙем спорт һөйөүсе­ләр ҡатнашты. Һөләймәндә урам байрамдары уҙҙы. Бында һәр урам ижади эстафетаны бер-береһенә тапшыра, йәрминкәләр ойоштора. Ясин ауылында байрам милли рухта үтә – халыҡ уйындарын өйрә­нәләр, доғалар уҡыйҙар.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Ғәлимйән улы Әхмәтшин:
– Бәйгене иғлан итеү менән ауыл халҡы был эшкә дәррәү тотондо, йыйылыштар ойошторҙо. Һәр береһе үҙ ихтыяры менән сарала ҡатнашты. Мәсетле халҡы ғөрөф-ғәҙәттәренә айырыуса иғтибарлы. Был юҫыҡта ағинәйҙәр клубы әүҙем эшләй: эсергә яратҡан ҡатындарға өгөт-нәсихәт алып бара, – тип ҡыуанысын белдерә. – Беҙ көмөшкә ҡойорға яратыу­сыларҙың өйҙәренә лә йөрөйбөҙ. Абруйлы кешеләрҙең, ағай-апайҙарҙың үтемле һүҙе менән уларға йоғонто яһарға тырышабыҙ.
Эскелек, әлбиттә, тиҙ генә юҡҡа сыға торған нәмә түгел. Әммә тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, был хәрәкәт тә ҡасандыр үҙенең маҡсатына өлгәшер. Был яуыз­лыҡты еңеп булмай, тип ҡул һелтәп ҡуйһаҡ, халыҡ та битарафҡа әйлә­нәсәк. Хәҙер асыҡтан-асыҡ эсеп, иҫереп, ауыл буйлап йөрөгән кеше бик күренмәй. Эскән, көмөшкә һатҡандар бар, әммә бармаҡ менән һанарлыҡ. Ундайҙар менән әңгәмәләшеп торғас, асыҡтан-асыҡ үҙ шөғөлдәрен, кәсептәрен ҡыуа алмайҙар. Ни тиһәң дә, ауылдаштарынан уңайһыҙ­ланалар.
Мәсетле районы буйынса тәүге этапта барыһы 12 ауыл ҡатнашты. Шуларҙың барыһында ла тиерлек спиртлы эсемлектәр һатылмай.
– Ҡунаҡтарҙы буҙа менән ҡаршы алдылар. Иҫке Мишәр, Ключевой халҡы иҫерткес эсемлектәр урынына тәбиғи һыуға өҫтөнлөк биреп, шишмәләрҙе төҙөк­ләндерҙе. Әбдрәхим ауылында башҡорт милли йолаларына ярашлы айыҡ туй уҙҙы. Киләсәктә лә барлыҡ байрамдар: тыуған көн булһынмы, туйҙармы, башҡаһымы, һыра-араҡыһыҙ уҙһа, ыңғай күренеш булыр ине, – тип дауам итә район башҡорт ҡоролтайы рәйесе.
Һөләймән – Мәсетле районын­дағы иң күркәм ауылдарҙың береһе. Бында 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Башланғыс мәктәптә 13 бала белем ала, күрше Ләмәҙтамаҡ ауылы мәктәбендә 45 бала уҡый. Ауылда балалар баҡсаһы, ФАП, китапхана, мәсет бар. Һөләймәндә дәртле халыҡ йәшәй, бөтә сараларҙа, төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә ихлас ҡатнашалар.
Ауыл 2011 йылда уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. 2018 йылда “Матур ауыл” конкурсында Һөләймән иң яҡшы 20 ауыл рәтенә инә.
– Әгәр һөләймәндәр бәйгелә еңә ҡалһа, приз аҡсаһын һыу мәсьә­ләһен хәл итеүгә йүнәлтер ине, сөнки 1972 йылда төҙөлгән башня бөгөн насар хәлдә. Ике урамда бөтөнләй һыу юҡ, – тине Марат Ғәлимйән улы Әхмәтшин.
Көйөргәҙеләр бәйгелә дәртләнеп ҡатнаша
– Беҙҙең район “Айыҡ ауыл” рес­публика бәйгеһендә ҡатна­шыуға ихлас әҙерләнә, – ти Кө­йөргәҙе районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Данил Зиннәт улы Акилов. – Әлбиттә, бәйге булғас, еңеүсеһе лә берәү була. Район жюри ағзалары Мораптал ауыл биләмәһенә ҡараған Яҡут ауылын еңеүсе тип билдәләне.
Яҡут ауылын республикала ғына түгел, уның сиктәрендә лә беләләр, сөнки был ауыл үҙенең шифалы батҡағы менән танылған Яҡут тоҙло күле янында урынлашҡан. Тоҙло күлгә илткән юл Яҡут ауылы аша үтә.
Ауылда 286 кеше тырышып, берҙәм ғүмер итә. Ауыл халҡы үҙенең рухлы, егәрле, әүҙем булғанлығы менән башҡа ауылдарҙан айырылып тора. Ауыл ҡотон һаҡлаған, йәштәргә өлгө күрһәткән, кәңәш биргән ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡоро эшләп килә. Бөтә эштәрҙе лә берҙәм, ойошҡан рәүештә башҡара улар.
“Айыҡ ауыл” бәйгеһенә лә яҡуттар дәррәү әҙерләнде. Бында эсеп, аҙып-туҙып йөрөгән кеше юҡ. Гөрләтеп донъя көтәләр. Һәр ғаилә балалар тәрбиәләй, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай, емеш-еләк үҫтерә. Мәсеткә йөрөргә, намаҙ уҡырға, ауыл өмәләренә лә сығырға, матур байрам сараларын ойоштороп, күңел асырға ла ваҡыт таба яҡуттар. Яҡуттарҙың маҡсаты бер – артабан да бөгөнгөләй матур йәшәү һәм “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңеү яулау! Бәйгелә еңә ҡалһалар, бүләк аҡсаһына яҡуттар яңы һыу башняһы ултыртырға ниәтләй.
Әйтеп үткәнемсә, был ауыл тоҙло күл янында урынлашҡан. Йәйгеһен ҡайһы бер скважиналарҙан йортҡа тоҙлораҡ һыу килә. Ауыл янынан ағып ятҡан Ҡаҙлайыр йылғаһы аша яңы башня төҙөһәң, һәр йортҡа ла яҡшы һыу килер ине.
Асҡындар ҙа әүҙемләшә
Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин райондан бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән ауылдарҙың күбәйеүен билдәләй.
– Былтыр беҙҙең райондан конкурста 12 ауыл ҡатнашты. Иң беренселәрҙән республика проектына Үршиҙе, Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан ауылдары ҡушылғайны, – ти ул. – Ҡарткиҫәк ауылы республика этабында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Быйыл иһә конкурста Асҡындан егерменән ашыу ауыл ҡатнаша. Байтаҡ күркәм саралар уҙҙы: велоуҙыш, балыҡ тотоу буйынса ярыштар үткәрҙек. Йәйен Шәһәүетдин шишмәһен таҙарттыҡ, эргә-тирәһен йәмләндерҙек. Октябрҙә ауыл­дарҙа Ҡаҙ өмәләре уҙҙы. Ошо сараларҙы бар район халҡы күҙәтеп барҙы. Конкурс аҙағында улар еңеүсе өсөн тауыш бирәсәк. Еңеүселәрҙе ойоштороу комиссияһы һәм район халҡы һайлау аша билдәләй, – тине Ришат Марат улы.
Йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин. “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара. Был халҡыбыҙҙың күпселеге сәләмәт, имен тормош яҡлы тигәнде аңлата.
Республика этабында ҡатнашыу хоҡу­ғын яулаған 54 ауыл исеме – һәр райондан берәр ауыл – декабрь баштарында бил­дәле буласаҡ. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек!
Читайте нас