Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 17:15

Бындай бағыр ҡайҙа бар?

Әлбиттә, Бишбүләктә! Район фермерҙары бағыр үрсетеүҙә маҡсаттарына өлгәште, тиергә була. Бер хужалыҡта уны сәнәғәт кимәлендә етештерһәләр, икенсеһендә туризмды үҫтереү йәһәтенән уңышлы файҙаланалар. Тик эшҡыуарҙар бер-береһенә конкурент түгел, һәр береһенең үҙ юлы, үҙ маҡсаты.

Әлбиттә, Бишбүләктә! Район фермерҙары бағыр үрсетеүҙә маҡсаттарына өлгәште, тиергә була. Бер хужалыҡта уны сәнәғәт кимәлендә етештерһәләр, икенсеһендә туризмды үҫтереү йәһәтенән уңышлы файҙаланалар. Тик эшҡыуарҙар бер-береһенә конкурент түгел, һәр береһенең үҙ юлы, үҙ маҡсаты.
Әлегә табыштың ҙур өлөшө хужалыҡты яңыртыуға китә. Крәҫтиән (фермер) хужа­лығы етәксеһе Сергей Трофимов әйтеүенсә, өс килограмм ауырлығында бағыр үҫтереү өсөн яҡынса өс йыл дауамында тырышлыҡ һалырға кәрәк. Бизнестың тәүге йылдары ҙур сығым талап итә. Ҡорамалдар һатып алыуға, яһалма һыу ятҡылыҡтары булды­рыуға, селбәрәләр килтереүгә средстволар кәрәк. Көн һайын балыҡтарҙы ашатыу өсөн 150 килограмға яҡын балансланған аҙыҡ тотонола. ”Бағыр өсөн протеинлы һәм майлы матдәләргә бай махсус аҙыҡ кәрәк”, – ти хужалыҡ етәксеһе.
Селбәрәләр тормошо инкубация цехында башлана. Махсус улаҡтарҙы бизнесты үҫтереүгә алынған грант аҡсаһына 2016 йылда Германиянан килтергәндәр. Бағыр фермаһы бик уңайлы урында урынлашҡан. Бында яһалма каналдарҙы тулыландырған шишмә лә бар. Балыҡ йыл әйләнәһенә таҙа һыуҙа үҫә. “Бындай мөхиттә үрсетелгән бағыр ите лә тәмле”, – ти эшҡыуар. Быйыл эксперимент рәүешендә сөгә (стерлядь) балығын үрсетә башлағандар. Ҡышты нисек үткәрә алыуына ҡарап, уны артабан үрсетеү мәсьәләһен хәл итергә уйлайҙар.
Бишбүләк эшҡыуарҙарының береһе Юрий Митрофанов үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ фермерлыҡҡа тотона. 2007 йылда бағыр үрсетә башлай. Тәүҙә тыуған ауылы Сиҙәкбашта быуа яһап балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Аҙаҡ ул ғаилә бизнесына әүерелә. Митрофановтарҙың бағыр фермаһын Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәрендә лә яҡшы беләләр. Быйыл уларҙа дүрт меңдән ашыу туристың булып китеүе – шуға асыҡ миҫал.
– Проекттың үҙенсәлекле булыуын белһәк тә, бындай билдәлелек яулауын, туристар ағылыуын беҙ ҙә көтмәгәйнек, – ти район хакимиәте башлығының инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин. – Район хакимиәте башлығы проектты ки­ңәйтеүгә, эске туризмды үҫтереүгә федераль субсидия алыуҙа ярҙам итергә ҡушты. Ростуризмға заявка әҙерләп ебәрҙек тә инде.
Финанс ярҙамы күрһәтелгәндә, Митрофановтар ҡунаҡтар өсөн уңайлы йорттар, мунса төҙөргә уйлай. Туристарҙы йөрөтөү өсөн автомобиль, ҡаргиҙәр алырға ла ниәт­тәре бар. Фермаға килгән ҡунаҡтар йыл ба­шынан бында өс тонна балыҡ тотҡан. Ба­лыҡ ҡармаҡлаусылар араһында рекорд ҡуйыусылар ҙа бар. Яңыраҡ ял итергә кил­гән берәү биш килограмлыҡ бағырҙы саҡ һөйрәп сығарған! Эшҡыуарҙарҙың бизнесы йыл әйләнәһенә дауам итә, сөнки һыу ятҡы­лығы туңмай, ял итергә теләүселәр кәме­мәй. Яратҡан эштәре Митрофановтарҙы һис ялҡытмай.
Читайте нас