Тау-урманға төрөнөп ятҡан Ҡариҙел районында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү, әлбиттә, еңелдән түгел, әммә Фәнзир Альтдинов кеүек уңған ир-егеттәр һис зарланмай, матур итеп донъя көтә, үҙ эштәрен уңышлы алып бара.
Яугилде ауылында тыуып үҫкән Фәнзир Әлтәф улы Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтында инженер-механик һөнәрен алғас, 1989 йылда хеҙмәт юлын “Искра” колхозында автомеханик булып башлай һәм хужалыҡтың баш инженеры вазифаһына тиклем күтәрелә. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, ауыл хужалығында инде ҙур тәжрибә туплап өлгөргән Фәнзир Әлтәф улы үҙ эшен асырға баҙнат итә – 2002 йылда һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башлай.
Бының өсөн ул Һөйөндөк ауылындағы ферманы ҡуртымға ала. Һуңынан инде, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, уны тулыһынса һатып алыуға өлгәшә. Хәҙер инде Фәнзир Альтдиновтың крәҫтиән (фермер) хужалығы – районда тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың береһе. Әле уның 350-нән ашыу һарыҡ, 70-тән ашыу йылҡы, 200 баш һыйыр малы иҫәпләнә. 950 гектар ере бар. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсәләр, күп йыллыҡ үлән дә үҫтерәләр.
Хужалыҡ бер урында ғына тапанмай – йылдан-йыл мал һанын арттыра, етештереү күләмен үҫтерә, матди-техник базаһын нығыта. Мәҫәлән, былтыр бесән һаҡлағыс төҙөгәндәр, быйыл иһә силос соҡоро һәм йылҡы өсөн лапаҫ эшләгәндәр. Шулай уҡ 2015 һәм 2019 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһында яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” һәм “Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” программаларында ҡатнашып, грант отҡандар. Былтыр алған 10 миллион һум аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы, һөт һыуытҡыс, һыйыр малы һатып алғандар. Әйткәндәй, бындай программала ҡатнашыу өсөн үҙеңдең аҡсаң да булырға тейеш, йәғни 60 процентын дәүләт бирә, ә 40 проценты – хужалыҡтыҡы.
Әлбиттә, был тиклем хужалыҡ күмәк көс талап итә, әле Ф.Ә. Альтдинов крәҫтиән (фермер) хужалығында 11 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Бындағы эшселәр “универсаль” тип әйтергә була, сөнки улар ҡыш малсылыҡта ярҙам итһә, баҫыу, мал аҙығы әҙерләү миҙгелендә техникаға ултыра. Етәксе ярҙамсыһы Фәрит Хисмәтуллин, малсылыҡта эшләгән Илшат менән Фиданис Хәзимуллиндар, Фәрит Хәбибуллин, Зәкирйән Ғайсин, Әниф Зиннуров оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп килә.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡ етәксеһе белдереүенсә, улар етештергән ауыл хужалығы тауарына ихтыяж ҙур. Үҙебеҙҙең республикала ла, күрше Свердловск өлкәһенә лә һаталар. Йылҡы малын Киров өлкәһенән ҡаҙылыҡ етештереү өсөн килеп алалар.
“Ә ниңә үҙегеҙ ҡаҙылыҡ етештермәйһегеҙ?” – тип һораным.
– Бөтә ергә лә өлгөрөп булмай, итте эшкәртеү өсөн дә талаптарға яуап биргән бина, ҡорамалдар кәрәк, яуаплылыҡ та ҙур, – тине етәксе.
Фәнзир Әлтәф улына ҙур хужалыҡ эшен алып барыуҙа ҡатыны Альмера Фәнис ҡыҙы ярҙам итә. Ул ҡағыҙ һәм иҫәп-хисап эше өсөн яуаплы. Альтдиновтар ғаиләһе ике бала тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, башлы-күҙле иткәндәр. Ҡыҙҙары – Ҡариҙел район хакимиәтендә, улдары Өфөлә тәфтишсе булып эшләй.
“Бер ҡайҙа ла китмәнем, ғүмер буйы – ауыл хужалығында, ерҙә эшләү оҡшай, өйрәнгәнмен”, – ти алдынғы ҡарашлы етәксе. Ысынлап та ерҙә тик егәрлеләр, сыҙамлылар ғына түҙәлер, сөнки улар өсөн ямғыр булһынмы, ҡар яуһынмы – эш бер ваҡытта ла туҡтамай.
Фәнзир Әлтәф улы районда үрнәкле хеҙмәте өсөн абруй ҡаҙанған. Уны яҡташтары үҙ шөғөлөнөң оҫтаһы, тәжрибәле, маҡсатлы, егәрле, ныҡыш һәм иҡтисади яҡтан фекерле етәксе тип белә. Уның эшмәкәрлеге даими эҙләнеүҙәр, яңы технологиялар һәм алдынғы эш алымдарын индереү йүнәлешендә алып барылыуы менән дә айырылып тора. Әлбиттә, Фәнзир Әлтәф улының был фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланып та килә. 52 йәшлек етәксе Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Башҡортостан Хөкүмәте дипломы, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән.