Мин Гөлфинә Әминева булам. Сығышым менән Магнитогорск ҡалаһынан, ә тамырҙарым Әбйәлил районына барып тоташа. Сит ҡалала йәшәүемә ҡарамаҫтан, башҡорт телендә һөйләшәм, сөнки бала саҡтан атай-әсәйем туған телгә, ергә, халҡыма һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе.
Мәктәп йылдарынан көнсығыш бейеүҙәрен өйрәнәм, атайыма оҡшап фотолар төшөрөргә яратам, әсәйем ҡул эштәренә, матурлыҡҡа һөйөү уятты. Сәйәхәт итеү оҡшай һәм быйыл Башҡортостанды урап сыҡтым. Тәбиғәттең иҫ китмәле матур, бай булыуына тағы бер инандым.
Ошондай гүзәл ерҙә тыуғаным, ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Киләсәктә тыуған еремә – Башҡортостаныма кәрәкле кеше булырға тырышасаҡмын.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.