Йәмғиәт
4 Декабря 2020, 17:38

Хәтер ипкендәре...(Дауамы)

Йәйге каникулда төп эш – бесән әҙерләү. Тауҙа. Бер көн иртүк тороп һыбай бесән йыйып күбә һалырға киттем. Атымды бәйләп, уйым-уйым асыҡлыҡтарҙа бесән йыйып, сираттағы аҡланға күстем. Ҡара­һам, аҡландың теге башында – 15 – 20 метрҙа аяғүрә баҫҡан айыу ҡарап тора. Көтөл­мәгән осра­шыуҙан аптырап, мин дә уға текләп ҡарап, ҡатып ҡалдым.

Йәйге каникулда төп эш – бесән әҙерләү. Тауҙа. Бер көн иртүк тороп һыбай бесән йыйып күбә һалырға киттем. Атымды бәйләп, уйым-уйым асыҡлыҡтарҙа бесән йыйып, сираттағы аҡланға күстем. Ҡара­һам, аҡландың теге башында – 15 – 20 метрҙа аяғүрә баҫҡан айыу ҡарап тора. Көтөл­мәгән осра­шыуҙан аптырап, мин дә уға текләп ҡарап, ҡатып ҡалдым. Бер нисә секундтан ул боролдо ла урманға инеп китте. “Айыу йәй көнө кешегә теймәй ул, уның тамағы туҡ була”, тигәнде йыш ишетә инем. Шуғалыр ҙа, тайыш аяҡ урманға киткәс, “китте, тағы бер аҙ эшләп алайым әле”, тип “батырландым”. Шулай ҙа, бер-ике бакуйҙы йыйғас, “шаярырға ярамай, ҡайтайым” тип, атым янына киттем. Килһәм, атым тик тора алмай, тыпырсына, бейей, сабыр­һыҙлана. Атланып та өлгөр­мәнем, атым сабып сығып та китте. Беҙгә күренмәйенсә эргәлә генә урман хужаһы сабып килгән. Шуны йәне-тәне менән һиҙгән малҡай. Оло юлға яҡынайғас ҡына тынысланды. Ауылға тиклем 18 саҡрым­ды яйлап, ҡабаланмай ғына ҡайт­тыҡ. Каникул ваҡытында ялға ҡайтҡан, эшһеҙ йөрөгән (ауылда колхоз булмағас, уның сезонлы эше лә юҡ) йәштәрҙе туплап пьеса әҙерләп, ҡуйырға ла өлгөрәбеҙ. Ауыл егеттәре “Их, Тәлғәт, китәһең, тағы шаляй-валяй йөрөрбөҙмө икән?” тип күңелһеҙ­ләнеп, мине Өфөгә оҙатып ҡала­лар... Тағы китаптар, китаптар.
Унда беҙ тарихтың үҙен дә, киләсәккә ҡарашын да, өлгө бу­лырлыҡ – ғибрәт алырлыҡ ми­ҫалдарын да табабыҙ. Геройҙар урынында булһам мин нимә эшләр инем, теге йәки был ситуацияла үҙемде нисек тотор, ниндәй аҙым яһар инем, тип, үҙемә үлсәп, таманлап ҡарай торған ғәҙәтем дә бар. Күңелемә ятҡандарын ҡул­ланма итеп ҡабул итеп, яҡшы сифаттарын үҙләштереп, тормош юлымда улар менән айырылғыһыҙ бергә атларға ниәтләнә инем. “Урал батыр” эпосындағы “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын за­тығыҙ, Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡ­шынан баш тартмағыҙ”, А.П. Че­ховтың “В человеке все должно быть прекрасно...”, Сервантестың “Ничто не дается так дешево и не ценится так дорого, как вежливость” тигән һүҙҙәре минең өсөн тормош кредоһына әйләнде. Ки­таптарға сикһеҙ рәхмәт: кешеләргә иғтибар, илтифат итеү, ихтирам күрһәтеү, тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарға мөнәсәбәт, ғөмү­мән, кешеләр менән матур мөғә­мәлә урынлаштырыу ниндәй дәрә­жәлә мөһим икәнлеген, уларҙың юғары әхлаҡи, мәҙәни, тәрбиәүи бейеклеккә әйҙәүсе көс икәнен аңлаттылар. Мин быларҙы үҙемә һеңдерергә тырыштым, күп дәрә­жәлә китап тәрбиәһе емеше лә мин.
Хәтеремдә, студент сағымда әле ихтирамлы уҡытыусыбыҙ, ғалимыбыҙ, яҙыусыбыҙ Әнүр Вахитов ағай күләмле генә ауыр күренгән портфелен тубығы тирә­һендәрәк һәлендереп тотоп, күҙлек аҫтынан шым ғына ҡарап торор-торор ҙа, “аптырайым мин һиңә, Сәғитов, ҡайҙан һиндә бындай европаса тәрбиә?” тиер ине. Тағы ла бер осрағанда “бына ике кешене беләм европаса тәрбиәләнгән: һин һәм Әхмәт Сөләймәнов. Ҡайҙан ул һеҙҙә, ауыл малайҙарында?” тип ғәжәпләнеүен белдерә ине. Мәшһүр ғалимыбыҙ, академик Әхмәт Сөләймәновҡа ла шул һорауҙарҙы (бирер булған икән) “Һеҙ икәү, ... нисек... ҡайҙан?” Аҙағыраҡ Әхмәт уҙаман был һүҙҙәрҙе шаян шиғри юлдарға һалып, миңә бүләк тә итәсәк әле.
Дөрөҫ, кешелекле, кеселекле һөйләшеүҙе төрлөсә ҡабул итеү­селәр бар. Бер мәл билдәле тележурналист Шәүрә Ғилманова һорай ҡуйҙы: “Тәлғәт Ниғмәтуллович, һеҙҙең итәғәтле һөйләшеүегеҙҙе йомшаҡлыҡ тип ҡабул итеүҙәренән ҡурҡмайһығыҙмы?” Нимә тип әйтәйем, ҡул аҫтында эшләгәндәр һүҙемде ваҡытында еренә еткереп үтәйҙәр. Ниндәй ҡатылыҡ кәрәк икән бында? Икенсе осраҡ. КПСС өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән саҡта минең сәнғәт, әҙәбиәт кешеләре менән һөйләшкәнде ишетеп ҡалған өлкә комитет секретары Д.Ә.М. саҡырып алды ла мине шелтәләй башланы. “Һин нисек һөйләшәһең? Имеш, шулай итһәгеҙ нисек булыр?” “Минеңсә, шуға иғтибар итһәгеҙ яҡшы булмаҫмы?” “Шул сығанаҡты ҡарарға онотмағыҙ”. “Һин бит обком. Шулай-шулай итегеҙ, шулай яҙығыҙ, тип ҡәтғи, ҡаты итеп әйт!” Ул битәрләй, ә минең хәтергә шуға бәйле икенсе нәмә иҫкә килә. Ошо эшмәкәргә бәләкәйерәк бүлмәлә ултырға­нында данлыҡлы йырсыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин приемға килгән. Оҙағыраҡ көттөргәндәр, ахырыһы. Бүлмәлә һүҙ эйәрә һүҙ сыҡҡан. Бүлмә хужаһы ҡыҙыбыраҡ киткәндер инде. “Һин кем әле ул тиклем бында улай һөйләшергә!” Мәғәфүр ағай баҫҡан. “Ҫеҙ әле минең кем икәнемне ҙә белмәй­ҫегеҙме? Ана, урамға сығығыҙ ҙа осраған тәүге кешенән ҫорағыҙ. Аңлатырҙар Мәғәфүр Хисмәтуллин кем икәнен. Анда ҙа аңламаҫағыҙ, Ҡазанға барып ҫорағыҙ. Бәлки, аңларҫыҙ”, (Дим-Ҡариҙел һөйләше, Иглин районы) тип сығып киткән... Миңә ҡалһа, ҡайһы берәүҙәргә йомшаҡ кеүек күренгән сифаттарым төрлө вазифалар биләп, ҙур-ҙур эштәрҙе уңышлы башҡарып сығыу­ға ярҙам иткән төп көстәрҙең береһе булманымы икән?
Һуңғы, V курс. Диплом эше те­маһы билдәләнде – “Хә­ким Ғи­ләжев поэзияһы”. Етәксем – Әмир Чаныш. Ноябрь аҙаҡ­тарында ауылдашым, өлкән дуҫым Рәмил Вәлиев килеп инде. Заводта эшләй, ситтән тороп университетта уҡый, йыш килеп йөрөй ине ул беҙгә, ҡунған саҡтары ла әҙ булманы. Рәмил әйтә: “Әйҙә, тиҙ генә минең ике туған һеңлекәште күреп сы­ғайыҡ та, шунан ашарға барырбыҙ. Ул бында ғына, юл ыңғай, сәнғәт училищеһының ятағында”. Ете ҡыҙ торған бүлмәгә барып индек. Шкаф артындағы койка янынан ике-өс көнлөк кенә себештәрҙең тәнен ҡаплаған һап-һары йөндәре тө­ҫөндәге халатҡа уранған ҡыҙ килеп Рәмил менән күреште. “Фәрзәнә, – тип миңә ҡулын һуҙҙы. – Әле генә мунсанан ҡайтҡайным, шуға халаттамын”, – тип аңлатты. Кү­мәкләшеп кәрт уйнай башланыҡ. Бешкән алма кеүек тығыҙ тәнле был ҡыҙ шуҡ, шаян күренә. Кәртте азартлы уйнай, һә тигәнсә әхи­рәттәрен йәнләндереп, тоҡан­дырып ебәрә. Беҙҙе оҙатҡанда шундай ҡараш ташланы, хатта ишек ябылып та бөтмәҫтән Рәмил минең ҡабырғаға төртөп: “Һиҙ­ҙеңме?”, – тине. Әллә, һиҙҙемме икән? Бәлки, улдыр минең яҙ­мышым? Танышҡан көн дә хәтергә шунда уҡ һеңгән. 1963 йылдың 25 ноябре. Шәмбе көнө университетҡа танцыға саҡырҙым. Ризалашты. Бер аҙнанан – 5 декабрҙә Сталин Конституцияһы көнө, унан һуң яңы – 1964 йыл да етте. Үҙ ҡоробоҙҙа бергә ҡаршы алдыҡ – ҙур күтә­ренкелек, өмөт, яҡшы кәйеф менән. Яңы йылда театр, концерттар, кисәләр, танцыларға йөрөү ныҡ ҡына әүҙемләште... Һәр кис ятаҡҡа төнгө 12-нән һуң, училище ята­ғының ишеге бикләнгәс кенә, ҡайтып керәм... Диплом эшемә һис тотоноп китә алмайым. Шулай ҙа Әмир Иҙрис улы эләктереп алды мине, эшкә тото­норға ваҡыт, һуңлап ҡуйма, тине. Бәлки, Хәким Ғиләжевтең үҙе менән танышырһың, һөйләшеп алырһың, тине. Кәңәшен тотоп, киттем Хәким ағай янына. Оло шағир, “Ағиҙел” журналының баш редакторына. Унлаған китап авторына. “Ҡырҡ алтынсы һалдат” поэмаһы менән үҙен талантлы, романтик рухлы, ялҡынлы публицист, илһөйәр итеп танытҡан әҙип өйөнә. Бөйөк Ватан һуғышында ауыр йәрәхәттәр алып ҡайтҡан яугир-офицер өйөнә. Бәхеткә ҡаршы, өйҙә ине. Ҡырыҫ сырайлы, йөҙөндә йылмайыуға урын юҡ һымаҡ, күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ һынамсыл ҡарап алды. Ниңә килгәнемде белгәс, үтергә саҡырҙы. Матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. “Һе, минең ижадымды беренсе өйрәнеүсе булаһың инде былай булғас. Тәүге китабымды бүләк итәйем әле, тип “Утлы йәшен” тигән 1947 йылда сыҡҡан ус аяһындай ғына 52 битлек китабына “Сәғитовҡа ихтирам йөҙөнән тәүге китабымды бүләк итәйем әле. Х. Ғиләжев” тип яҙып бирҙе. Мин ҡанатланып ҡайтып киттем. Иркәм ятағына йөрөп әллә ни тиклем буласаҡ сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәре менән таныштым. Риф­ҡәт Исрафилов, Фәтих Иҡсанов, Фәйзрахман Ярышев, Заһир Вәлитов, Нурия Ирсаева, Тәнзилә Хисамова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов һәм башҡа бик күптәр минең күҙ алдымда ижади шәхес булып етештеләр. Улар ятағына килеп йөрөп, мин дә уларға үҙ булып киткәнемдер, бәлки. Йылдар үткәс, Фәйзрахман “Беҙ ҡыҙҙары­быҙ янына килгән университет, ауыл хужалығы институты егеттә­рен гел генә бәргесләй инек. Һиңә генә теймәнек. Әллә мәҙәниәт министры булырыңды тойомланыҡмы икән?” тип шаяртып алыр ине.
Бер көн Роберт Байымов, һине иртәгә комсомолдың өлкә комитетына саҡыралар, тине. Унда? Ни­мәгә? “Бәлки, киләсәк эш тура­һында һүҙ булыр, танышырға, ҡапшап ҡарарға саҡыраларҙыр” булды яуабы. Барҙым. Анкета тултырттырҙылар ҙа бүлмәләр буйлап әңгәмәләшергә алып киттеләр. Бер әңгәмә ныҡ хәтерҙә ҡалған. Бер инструктор һорай: “Ҡыҙың бармы?” “Бар”. “Уҡыймы, эшләйме?” “Уҡый, сәнғәт учи­лищеһында”. “Ныҡ оҡшаймы?” Бындай һорауға аптырайым, ҡыҙа­рынам, бүртенәм. Бында бит тик дөрөҫөн һөйләргә кәрәк. Обком бит. “Оҡшай, ныҡ”. Айырым бер биткә үҙ фекерен яҙҙы ла папканы тотоп икенсе берәүгә алып керҙе. Уларҙың яҙған фекерҙәрен беҙ уҡырға тейеш түгел. Шулай ҙа йылдар үткәс уҡыным мин уның яҙғанын. “Подойдет” тигән бер генә һүҙ яҙылған. Һәм имза. Урамда осрағанда ошоно һөйләһәм, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, юридик фәндәр докторы Марат Мохар улы Үтәшев, “Шулай һөйләштемме, шулай яҙғанмын­мы”, тип рәхәтләнеп көлә. Уҡыуын да бөтмәгән, 22-һе лә тулмаған егеттән бүтән нимә һораһын инде? Т. Сәғитовты ВЛКСМ Баш­ҡортостан Өлкә комитетының уҡыусы йәштәр һәм пионерҙар бүлеге инструкторы итеп раҫ­ланылар. 5 мартта эшкә сығырға ҡуштылар. Ғәжәп, ике-өс көн эсендә бөтә нәмә буталды ла ҡуйҙы. Әле уҡыу бөтөргә тағы ярты йыл бар, диплом яҙаһым бар, ҡыҙым менән матур итеп йөрөй башланыҡ, планда эшкә ауылға уҡытыусы булып ҡайтыу ине... Тик минең Хызыр Ильясым Роберт Байымов тәҡдиме аша ниндәйҙер бер ят та, серле лә тойолған яҡты юлға етәкләп алып сыҡты.
Беҙҙең бүлекте өлкә комитеты секретары Зоя Васильевна Смирнова курировать итә – быға тиклем Сибайҙа эшләп килгән. Уның алсаҡлығы, ябайлығы, төплөлөгө, кешелеклелеге миндә тәрән ихтирам уятты. Өс ҡыҙ әсәһе Зоя Васильевна оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһы Совет районының мәғариф бүлеген етәкләне. Мадриль Ғафуров – студент йәштәр бүлеге мөдире. Ул беренселәрҙән булып республикала III семестр – студент төҙөлөш отрядтары хәрәкәттәрен ойошто­р­ҙо. Аҙаҡ Үҙәк телеви­дениеның Башҡортостан­дағы үҙ хәбәрсеһе булды. Бүлек мөдире урынбаҫары вазифаһында Галина Яковлевна Никонова. Шундай тыныс, сабыр, аҡыллы ҡарашы менән бар нәмәне күреп, белеп, баш кү­тәрмәй эшләй ҙә эшләй. Ғаиләһен ҡарарға ла ваҡыт таба. Комсомолдан һуң КПСС-тың Дим районы комитеты секретары булып эш­ләне. Минән ете-туғыҙ йәшкә өлкәнерәк, тәжрибәле ошо өс шәхескә сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар мине һаҡ ҡына, сабырлыҡ күр­һәтеп, өркөтмәй, сәмемә, намы­ҫыма ҡағылмай, иркәләй-иркәләй тиерлек эшкә өйрәтте...
Йәй көнө республикаға Н.С. Хрущев килде. 10 августа. Махсус поезда. Аҙаҡ халыҡта “Башҡортостан был юлы үҙенең ҡунаҡсыллығын бик күрһәтеп бар­маған икән”, “республика етәксе­ләрен электр баға­на­ларын бик ҡиммәткә ултырт­ҡанһығыҙ, тип ныҡ киҫәткән икән”, “Өлкә комите­тының беренсе секретарын эштән бушатыу” тигән уй менән ҡайтып киткән икән Мәс­кәүгә”, тигән хәбәрҙәр ишетелде... Ике ай сама­һы үткәс, эш аҙағында таралмаҫҡа, беренсе секретарь Ирек Һаҙый улы Сөләй­мәновтың КПСС өлкә комитетында ашығыс саҡырылған кәңәшмәнән ҡайтҡа­нын көтөргә ҡуштылар. Оҙаҡ көт­мәнек, ул беҙҙе йыйып алды. “Никита Сергеевич Хрущев КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары вазифаһынан бушатылған” тигән информацияны еткерҙе, был көтөл­гән дә, көтөл­мәгән дә яңылыҡты тыныс ҡабул итергә саҡырҙы...
Леонид Ильич Брежнев заманы башланды.
Читайте нас