Ирекмәнлек – йөрәк саҡырыуы, ярҙам һәм хәстәр йәшәү рәүешенә әүерелгән осраҡ ул. Ябай ғына итеп әйткәндә, тирә-йүндәге хәлдәргә битараф булмау, мохтаждарға ҡулыңды һуҙыу һәм донъяны аҙ ғына булһа ла яҡтыраҡ, сағыуыраҡ итеү ысулы.
Коронавирусҡа бәйле тынғыһыҙ осорҙа ирекмәнлек төшөнсәһе бигерәк тә көнүҙәк күренешкә әүерелде. Ошо ваҡыт арауығында республикала 63 штабҡа берләшкән биш меңдән ашыу ирекмән оло йәштәгеләргә, күп балалы ғаиләләргә, башҡа ярҙам талап ителгән кешеләргә һәр йәһәттән хәстәр күрһәтә.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгенең “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына ярҙамға мохтаждар һәр саҡ шылтырата ала: 8-800-201-89-03.
Шулай уҡ бынан ярты йыл самаһы элек, ҡәһәрле пандемия беҙҙең төбәктә баш ҡалҡыта башлағанда, Башҡортостан дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медицина хеҙмәткәрҙәре штабы ойошторолғайны.
БДМУ ирекмәндәре карантинда һәм изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә, аҙ хәрәкәт иткән граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырҙы, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтте, психологик хәстәрлекте лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Был эш әле лә дауам итә. 21 марттан алып эшләгән хәрәкәттә БДМУ-ла белем алған ике меңдән ашыу студент ҡатнашҡан, улар социаль ирекмәнлек менән бер рәттән, граждандарға медицина ярҙамы ла күрһәтә. Ошо ваҡыт арауығында меңдәрсә мөрәжәғәт хеҙмәтләндерелгән.
Ирекмәндәргә килгәндә, ғәҙәттә, беҙ был ихлас һәм күкрәгендә тынғыһыҙ йөрәк ҡаҡҡан кешеләрҙе танып та белмәйбеҙ, улар һәр саҡ күләгәлә ҡала. Әммә, һис шикһеҙ, иң ҙур эштәр һәм маҡсаттар уларҙың ярҙамынан башҡа тормошҡа ашырылмай.
Йәйге осорҙо иҫләйек. Республиканың данлыҡлы Бөрйән урмандары янғанда ҡотҡарыусыларға ярҙамға тәүге сиратта ирекмәндәр ташланды, мең ярымдан ашыу кеше ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй, утҡа ҡаршы ғына түгел, милли байлығыбыҙҙы ҡотҡарыуҙа ҡатнашты.
Юҡҡамы ни Башҡортостан ирекмәндәре Рәсәйҙәге иң яҡшыларҙан иҫәпләнә? “Рәсәй ирекмәндәре” конкурсында Башҡортостандан 35 кеше – ярымфиналға, дүрт кеше финалға сыҡҡан. Ә Стәрлетамаҡтан Ростислав Савельев исемле ирекмән ошо абруйлы конкурста еңеү яулаған.
Шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡты хәбәр иткәйне: “Башҡортостан ирекмәне” наградаһы булдырыласаҡ, йыл һайын ул ҡаҙаныштары өсөн иң әүҙем ун ирекмәнгә тапшырыласаҡ”.
Унан тыш, ирекмәндәрҙең һаулығын хәстәрләү йәһәтенән дә махсус программа тормошҡа ашырыласаҡ. Был йәһәттән “Изге эштәр төбәге” Бөтә Рәсәй конкурсында ирекмәндәрҙең иң шәп тәжрибәләрен үҫтереү өсөн 6,5 миллион һумлыҡ грант отҡандар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 400 ирекмән отряды эшләй. Шөкөр, әүҙемдәрҙең сафтары арта бара, тимәк, беҙҙең арала ихлас булмышлы, ярһыу йөрәкле, кешелекле һәм башҡалар тураһындағы хәстәргә һәләтле яҡташтарыбыҙ күберәк.