Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 17:53

Мөхәббәт – бүләк ((Аҙағы)

Етәр кешеләрҙең уй-фекер­ҙәренә буйһоноп йөрөү, был тормош минеке бит әле, үҙем өсөн йә­шәргә лә хаҡым бар бит! Өфөнән алып ҡайттым да эшкә сығып киттем. Төшкә ҡайтып инһәм, өйгә тәмле еҫтәр таралған. Рәмзиә, алъяпҡыс тағып, йырлай-йырлай өҫтәлгә һауыт-һаба ултырта. Мин индем дә ишек төбөндә иҫем китеп тыңлап торҙом. Бына шулай ябай ғына була икән бәхетле тормош. Күреп ҡалды ла йылмайып килеп өҫ кейемемде систереп элә башланы, әйҙүкләп ашарға ултыртты.

Етәр кешеләрҙең уй-фекер­ҙәренә буйһоноп йөрөү, был тормош минеке бит әле, үҙем өсөн йә­шәргә лә хаҡым бар бит! Өфөнән алып ҡайттым да эшкә сығып киттем. Төшкә ҡайтып инһәм, өйгә тәмле еҫтәр таралған. Рәмзиә, алъяпҡыс тағып, йырлай-йырлай өҫтәлгә һауыт-һаба ултырта. Мин индем дә ишек төбөндә иҫем китеп тыңлап торҙом. Бына шулай ябай ғына була икән бәхетле тормош. Күреп ҡалды ла йылмайып килеп өҫ кейемемде систереп элә башланы, әйҙүкләп ашарға ултыртты.
Эшкә етеп килһәм, Алһыу дәрес­тән сығып тап булды. Өйгә алып ҡайтырға кире боролдом. Магазин­ға туҡтарға ҡуша был "прокурорым". Башты ҡатырма, өйҙә бөтә нәмә әҙер, тигән булам эре генә. “Улай булғас, туҡтат машинаңды, мин өйгә ҡайтмайым”, – тимәһенме. Рулгә төштө бөтә асыуым, бер-икене һуғып алдым.
– Нимә, ғүмер буйы минең ме­нән йәшәргә уйлайһыңмы, дүрт йылдан мәктәпте бөтәһең, Өфөгә сығып китерһең, ә мин тағы ла яңғыҙ тороп ҡалырмынмы?! Ниңә әҙ генә булһа ла мине уйла­майһың? – тинем.
Өндәшмәй, тәҙрәгә боролған да "мыш-мыш" танау тарта ҡыҙыҡай. Зыярат эргәһенән юл үтә, шул тапҡырҙа инек. Зиләнең ҡәбер ташы юлдан күренеп тора, “һин ташланың да киттең, ә миңә бында нимә эшләргә” тип "юл ыңғайы" уға ла үпкә белдерәм. Өйләнергә рөхсәт бирҙе ул, “тик ҡыҙҙарҙы ташлама” тине. Уныһын әйтмәһә лә билдәле!
Ҡапҡа төбөндә ҡалдырҙым да, бөтә асыуымды "газ" педаленә төшөрөп, жыйлатып сығып киттем урамдан. Эштән һуңлап ҡайтам, ул инде минең "ҡанға һеңгән". Иң иртәһе сәғәт 7-лә. Ул көндө лә шул сама булғандыр. Соланда туҡтап, бер минут тыңлап торҙом, талашмайҙар һымаҡ. Музыка ишетелә, кемдер йырлай. Индем өйгә. Икәүләп билмән эшләйҙәр! Алһыу "Рәмзиә апай" тип өлтөрәп тора, “ҡайҙа йөрөнөң быға тиклем?!” тип миңә лә эләгә.
Күңелле генә итеп киске аш ашаныҡ, йөҙ йыл ҡарамаған теле­визорға ла эш табылды. Хәҙер кис етеп килә, нимә эшләргә лә бел­мәйем. Бергә лә ярамай, айырым да мөмкин түгел. Алһыу Рәмзиә апаһына мансардала урын һалды, миңә – залда. Бына төнөн һаташам бит. Әле лә яңғыҙым шулай ыҙалайым. Тешемде шаҡыл­датам шул саҡта, үҙемде шулай итеп уятам. Рәмзиә, минең һаташ­ҡанды ишетеп, ике-өс тапҡыр килеп уятты. Һуңғыһында мендәрен тотоп төшкән! Шунан һаташманым, бергә ятып йоҡлағас.
Иртәгәһенә Өфөгә юлландыҡ. Ҡусты ныҡ ҡына һыйланы. Төн урта­һына тиклем йәшлек хәтирә­ләренә сумдыҡ. Былар беҙҙең тарихты белмәксе була, һүҙҙе шул темаға күсереп маташа.
Ә минең тиҙерәк Рәмзиәнең ҡосағына сумғы килә, тик ҡустыға тура әйтеп булмай ул турала. Килен хәлде аңлай, ҡустыны үҙҙә­ренең йоҡо бүлмәһенә алып китте. Мин икенсе ҡатҡа йүгереп менеп киттем.
Иртән торһаҡ, хужалар эшкә сы­ғып киткән. Сәй эстек тә ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер аҙнаға ҡайтҡайны Рәмзиә. "Һә" тигәнсе үтте лә китте һанаулы ғына көндәр! Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Сорғотҡа кире китте. Мин шул ете көндә бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Ауыҙым йылмайып-көлөргә генә тора, ҡулдар телефонда Рәмзиәнең номерын ғына "таба". Сәғәт һайын бер минутҡа булһа ла тауышын ишетер өсөн шылтыратам.
Декабристка
Теге "енәйәт эшемде" икенсе судьяға бирҙеләр. Күҙҙәрендә – бушлыҡ һәм битарафлыҡ. Мин кешенең эске "ҡиәфәтен" күҙенә ҡарап уҡ беләм, шуға күрә үҙем ҡара күҙлек кейергә тырышам.
Судья үҙенә "Ваша честь" тип мөрәжәғәт итеүҙе талап итә. Тәүге мәлдә шулай өндәштем, тик һуңынан ул һүҙҙәр менән өндәшергә үҙемдә көс тапманым.
Рәмзиәм мәңгелеккә китте... Ике көн тигәндә килеп китте яныма. Сәғәт биш тула ине. Диванға ялпайтҡансы ултырыуын көтөп ята инем. "Тыныслан, бәғерем. Һинең менән бәхетле булдым. Миңә лә еңел түгел. Илама, эшеңә бар", – тип ҡабат-ҡабат ҡолағыма шыбырланы. Тик ҡулдарын тотоп булманы. Ярай, быныһы ла миңә Ал­ланың оло бүләге булды. "Осра­шабыҙмы?" "Бөтәһе лә һинән тора!" – тип яуапланы.
Курткаһын ғына ҡосаҡлап йоҡлайым. Хәтәр изге йән булды. Тышҡа сыҡтым, күк йөҙөндә ап-аҡ болоттарҙан оло ғына ҡарт йөҙө һынлана. Эргәһендә күк йөҙөнән тағы ла күгерәк бер оҙонса түңәрәк хасил булған.
Ул, мине төрмәгә япҡастары, Сорғоттан ҡайтты. Барыбер донъя­ла яҡшы кешеләр күберәк! Беренсе төндә, сәғәт өс тирәһе булғандыр, ишек шатыр-шотор асылып китте. Ырғып торҙом. Яңғыҙ инем, уйлайым, туҡмарға килгәндәр тип. Дүрт кеше. Иң алдан ингәненең алҡымына йәбешергә һәм ебәрмәҫкә минең уй. Башҡорт егете, уйымды күҙҙәрҙән аңланы. “Айытбай ағай, әйберҙәреңде ал да киттек”, – тине, көлөмһөрәп.
Карцерға төшөрөп бикләп ҡуй­ҙылар. Мин аптырайым. Иртәнсәк "Забирович, ғәфү ит, егеттәр яңы­лышҡан һәм һеҙҙе карцерға япҡан", – тигән булалар.
Мин көләм: "Мин бит курортҡа килмәнем", – тип. 18 йәштәре тул­маған егеттәр һуғышҡан икән. Те­геләрҙе айырым-айырым ябырға кәрәк булған, шуға мине карцерға төшөргәндәр, минең урын кәрәк булған.
Алып барып урынлаштырҙылар. Алты кеше 18 квадрат метрҙа. Иҫем китеп ултырам. Тағы бер ке­ше килеп инде: "Әйүпов, сығырға!" Киттем. Кофе яһаны, телефон сығарып һалды ла: "Шылтырат”, – тине. Мин "Кемгә?" тип һорайым.
– Ҡатыныңа. Тағы ла дүрт кешегә мөмкин.
– Күпме түләргә тейешмен?
– Бер тин дә түгел. Был һинең тормоштағы яҡшы эштәрең өсөн, –тигән була.
Рәмзиәгә шылтыратам, хәлемде һөйләнем. Эштән сығам да ҡайтам, мин бит һиңә һүҙ бирҙем, тине. Минең ауыҙ йырылды. Теге кеше көлә, был бабай "бер төрлөрәк" тип уйлағандыр инде. Тик ғәфү итһен, исемен яҙып булмай ул изге йәнле кешенең. Ә мин: "Был минән "стукач" эшләргә ниәтләй", – тип уйлайым.
Рәмзиә көн һайын ашарға алып килә. "Тегендәге" ризыҡ үтмәй миңә, ҡалаҡ менән болғайым да алып барып түгәм. Прапорщик кәрзинен тотоп килә. "Бабай, ҡатыныңа һинең был айға өлөшөң бөттө тип әйт!"
– Проблема юҡ, егеттәрҙең кеменең булһа ла исемен яҙ ҙа улар исеменә ҡабул ит.
– Был да вариант, – тип риза булды.
Күгәрсендәрҙе икмәк менән һыйлайым. Бер кеше көн һайын күҙәтә.
Һаҡсы.
– Аҙаҡ баштарын өҙөп ташларға ашатаһыңмы?
– Юҡ, аҙаҡ мин улар менән осоп китәм, – тип көләм.
Теге лә мәрәкәләй:
– Тик был диуар аша түгел.
– Ниңә?
– Унда беҙҙең эттәр! – тип көлә.
Ҡайтҡы килә, бер күҙ менән булһа ла ҡыҙҙарҙы, Рәмзиәне күрге килә. Эксперимент эшләп маташа башланым – күҙемде йомам да Сермәнгә осоп маташам. Килеп сыҡты бит бер мәл!
Кухняла сәй эсәләр. Мине күр­мәй­ҙәр, әлбиттә. Аҙаҡ кем ҡайҙа ултырғанын, нимә һөйләгәнен, нин­дәй кейемдә булғанын Рәмзиәгә һөй­ләнем. Осрашырға килгәйне. “Алдайһың, ҡайтҡас, видеока­мераңды эҙләп табам”, – тип көлдө.
Шулай итеп, өс ай үтте. 20 сен­тябрҙә сығарҙылар. Теге башҡорт егете тикшерҙе лә: "Бабай, тышта – митинг!" – тине. Бер митинг "эстә" булды: 12 июлдә бер яҡшы кеше менән кәңәшләштем, минең ял 5 авгусҡа тиклем ине.
– Серега, мин 5 авгусҡа тиклем сығаммы?
– Әлбиттә, юҡ. Һин 20 сентябрҙә сығасаҡһың.
– Һин быны ысынмы? Ҡайҙан беләһең?
– Һине "ултыртасаҡтары" тура­һында май башында уҡ белә инек. Шундай хәбәр булды. Һинең өсөн бик яҡшы кешеләр һораны.
Бына шул Сергей, тағы ла хужалыҡ отряды егеттәре, ашнаҡсы ҡыҙҙар килеп ҡотланы.
Сыҡһам, ауыл биләмәһе баш­лыҡ­тары йыйылған. Ағай, еңгә, апайым, ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткән. Иң артта Рәмзиә йылмайып тора. Илайым, үҙем быларҙы ҡосаҡлайым. Башлыҡтарҙың береһе:
– Егеттәр, етәр, "декабристкаға" ла Айытбайҙы ҡосаҡларға кәрәк!
Дәррәү көлдөләр ҙә Рәмзиәне алға этәреп сығарҙылар. Бөтә кисергән ауырлыҡтар шул ҡосаҡ­лашыу менән һыпырылып төштө лә ҡуйҙы.
Сермәнгә ҡайтып төштөк. Рәхәтләнеп мунса индек, өс ай арҡа йүнләп йыуылмаған бит. СИЗО-ның мунсаһына көн һайын бара инек. Киске тикшереү булырҙан алда егеттәр:
– Бабай, мунса тураһында онотма, – тип әйтеп ҡуя ине.
– Бөгөн үҙегеҙҙе яҡшы тот­тоғоҙмо?
Йәнәһе, тегеләрҙе тәрбиәләйем. Атай-әсәй, мәктәп, власть органдары эшләмәгәнде ике-өс айҙа төҙәтеп маташтым. Бер ни тиклем уңыш булды былай. Ике егетте до­ғалар ятлатып, кешесә һөйлә­шергә өйрәтеп, ҡайтарып ебәрҙем.
Рәмзиә күп нәмәгә өйрәтте
Мунсанан һуң тирләп сәй эсеү үҙе бәхет икән, 53 йәште уҙғас, шу­ны белеп ҡалдым. Ғөмүмән, Рәмзиәнең етәкселегендә күп кенә тормош ваҡ-төйәген үҙләштереп маташтым. Уйлап ҡараһаң, тормош ана шул эреле-ваҡлы мәшәҡәт­тәрҙән тора икән. Ҡайһы саҡта минең ябай ғына ауыл эштәрен дә белмәүем Рәмзиә өсөн иҫ китмәле "асыш" булды.
Ул ҡайтҡас, күп булмаһа ла ҡаҙ алды. Эй, шулар менән "мәж" килә, һөйләшеп тә ала. Мин ситтән генә күҙәтәм дә әсәйем менән ниндәйҙер уртаҡлыҡ табам.
Бер заман уңайһыҙ хәлгә ҡал­дым. Ҡаҙҙарға бойҙай һалдым. Тың­лап тороп иҫем китте: ҡаҙҙар үҙ-ара "һөйләшә": "Рәхмәт инде, рәхмәт!" Икенсеһе яуаплай: "Бы­ны­һы аңламай ул!" Үҙем дә һиҙ­мәҫ­тән: "Аңлайым!" – тип ысҡын­дырҙым. Эй киттеләр ҡаҡылдашып: "Атаҡ! Атаҡ!" – тип. Өйгә инеп, Рәм­зиә менән ҡыуанысымды ур­таҡ­лаштым. "И-и-и, иҫәркә­йемде!" – тип арҡамдан тупылдатып һөйҙө. Хахылдап көлөшөп алдыҡ.
Бына шул ҡаҙҙарҙы һуйып йол­ҡорға ваҡыт етте. Мин алдан уҡ был эштән "шөрләп" йөрөйөм. Кем­гә әйтергә икән? Шул турала Рәм­зиә­гә ысҡындырыуыма ныҡ үкендем.
– Ярай, ирем була тороп, мин икенсе ир эҙләп сығайыммы инде урам буйына? Йә булмаһа, ҡаҙ­ҙарҙы йөкмәп, Аҙнағолға барайыммы? Әйҙә, бысағыңды үткерлә, үҙем булһа ла салырмын!
Ә үҙенең күҙҙәрендә хәйлә­кәр­лек һәм мөхәббәт сатҡылары һи­керә, бына-бына иҙәнгә парлап төшөп бейеп китерҙәр һымаҡ!
Белгән доғаларҙы уҡып, ул эште үҙем башҡарҙым. Рәмзиә янымда ҡеүәтләп торҙо: "Эй, иргенәмде, маладис бит ул!" – тип. Күңелгә май булып ята, осоп йөрөйөм ошо һүҙҙәрҙән һуң.
Ҡаҙҙарҙы "һә" тигәнсе эшкәртеп тә ҡуйҙы. Ҡулдарында эш ныҡ ырай ине. Йырлап эшләгәнгә, күрәһең.
Донъя мәшәҡәттәренә сумһаҡ та, мөхәббәт усағын да онотманыҡ. 8 Мартта бүләк бирҙем дә: “Умырзаялар плантацияһын ҡушып, һиңә бүләк итәм”, – тинем. “Ҡасан алып барып күрһәтәһең плантациямды?” – тип теңкәне ҡорота.
Эсәр һыуҙы Аҙнағолдан – Ташморон шишмәһенән ташыйбыҙ. Һыуҙан ҡайтып килгәндә, теге вәғәҙә иткән плантацияма боролоп төштөм. Урман эсенә юл инеп китте. Мин йылмаям, ул да миңә эйәр­гән. Теге яланға етеп туҡтаным.
– Ошо сәскәләрең бөтәһе лә минекеме?
– Һинеке булмай, кемдеке булһын!
Беҙҙән дә бәхетлерәк кешеләр булмағандыр шул мәлдә!..
Читайте нас