Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 16:54

“Рәхмәт!” – ти фатир хужалары

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә “2020 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһының үтәлеше тикшерелде. Доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны.

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә “2020 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһының үтәлеше тикшерелде. Доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны.
Быйыл 699 күп фатирлы йорттағы 2 185 подъезды ремонтлау билдәлән­гән, уның дөйөм сығымдары 708 миллион һум тәшкил итә. Подряд ойошмалары төҙөлөш-монтаж эштәренә 23 мартта тотонған, әммә үҙеңде ҡурсалау режимы индерелеү сәбәпле, 30 мартта бөтә эшмәкәрлек туҡтатылып торҙо.
Быйыл 8 июндән эш ҡабат башлан­ды. Ғәмәлдә ошо йылдың програм­маһы алты айҙа үтәлде. Ә былтыр уның өсөн 14 ай кәрәк булғайны.
– Программа тулыһынса үтәлде тип әйтергә мөмкин, 2 180 подъезд ремонтланды, был – 99,8 процент тигән һүҙ, – тине Борис Беляев. – Был эшкә биш генераль подрядсы һәм 60-тан ашыу судподряд ойошмаһы йәлеп ителде. Нигеҙҙә, улар – урындағы идарасы компаниялар, шәхси ойошмалар һәм төҙөлөш фирмалары. Подъез­дарҙы ремонтлауҙа урындағы етеш­тереүселәрҙең материалдары ҡул­ланылды. Мәҫәлән, бөтә урынлаш­тырылған тәҙрәләрҙең, ишектәрҙең, баҫҡыс тотҡаларының – 95 проценты, почта йәшниктәренең 70 проценты республикала етештерелгән.
Ремонт эштәренең быйылғы исемлегенә ишектәр төркөмөнә инвалидтар өсөн пандустар һәм менеү тотҡалары ла индерелгән. Төбәк операторы урындағы үҙидара органдары һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә инвалидтар йәшәгән күп ҡатлы йорттарҙы тикшереп сыҡҡан, пандустар ҡуйыу өсөн техник шарттарҙы асыҡлаған. Быйыл, подъездарҙы ремонтлау программаһы сиктәрендә, Өфө, Ағиҙел, Октябрьский, Стәрлетемаҡ ҡалаларында, Бәләбәй һәм Бөрө райондарында 12 подъезға пандус беркетелгән.
– Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы халыҡта киң яҡлау тапты, – тине Борис Беляев. – Башҡортостан Хөкүмәте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, муниципалитет хакимиәттәре, Төбәк операторы адрестарына подъездары ремонтланған йорттар рәйестәренән рәхмәт хаттары килә. Халыҡ ошондай ҡатмарлы ваҡытта ла көнкүреш шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тапҡан өсөн бик рәхмәтле.
Быйыл башҡарылған ремонттың сифатына ҡарата дәғүәләр, иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр һаны ике тапҡырға кәмегән. Социаль селтәр аша килгән 516 мөрәжәғәттә күрһәтелгән үтенестәрҙе Төбәк операторы һәм подрядсы ойошмалар тиҙ арала башҡарған.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Читайте нас