Әнфирә менән Илгиз Ғәлиәкбәровтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы ата-әсәләренән ҡалған. Үҙҙәрен белә-белгәндән бирле улар ауыл хужалығы, мал-тыуар көтөү менән шөғөлләнә.
Агроферманы Әнфирәнең әсәһе Әнисә апай 1998 йылда асҡан. Эште мал үрсетеүҙән башлайҙар. Атаһы ла, әсәһе лә ғүмер буйы колхозда бил бөгә. Хеҙмәт ветерандары, ҡартая килә, эштәрен кейәүе Илгиз менән ҡыҙына тапшыралар. Хужалыҡты яйға һалырға ярҙам итәләр, йорт һалалар, трактор һатып алалар.
Ә инде 2010 йылда Илгиз үҙаллы крәҫтиән (фермер) хужалығы аса, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ике-өс баш малдан башланған хужалыҡта иһә бөгөн 60 баштан күберәк герофорд тоҡомло мал иҫәпләнә. Уңған хужаның хужалыҡты алға ебәреү өсөн бөтә мөмкинлеге лә бар – ике тракторы, бесән сапҡысы, тырмалары, ҡыҫҡыс-йыйғыстары. 200 гектар ерҙе “һә” тигәнсә эшкәртә улар.
Техниканы Пермь крайынан, Учалынан барып алғандар. Хәҙер үҙҙәре тоҡомло мал һатыуға тотонған. Был иһә ит етештереү йүнәлешендә ныҡлап эш башларға мөмкинлек биргән. Хужалыҡта, үҙҙәренән тыш, бер нисә кешегә эш урыны булдырылған. Ғөмүмән, хужалыҡты өс балалы ғаилә, башлыса, үҙе алып бара. Ҡыҙҙары Алина әле бишенсе класта уҡыған сағынан уҡ таңғы алтынан тороп әсәһенә һыйыр һауырға ярҙам иткәндән һуң ғына мәктәпкә юлланыр булған. Бөгөн инде ул, Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөй, ғаиләле. Улдары Данис, Рязань федераль яза башҡарыу хеҙмәте (ФСИН) академияһын тамамлап, эш башлаған. Ә бәләкәй Фәдис 4-се класта уҡый.
Ғәлиәкбәровтарҙан тыш, бөгөн Тирәкле ауылында тағы ла дүрт ғаилә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған. Уларҙың барыһы ла яҡшы эшләй, сөнки ауылда йәшәйем тиһәң, ялҡау булмаҫҡа кәрәк икәнде бында күптән аңлағандар.
Ә инде ҡош-ҡорт та, баҡса ла гөрләп үҫкән хужалыҡты алып барған хужабикә үҙе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бөгөн ул – иренә ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, хужалыҡтың бухгалтер эшен дә етеҙ алып бара.