Йәмғиәт
6 Декабрь 2020, 08:00

Салауатта юл буйы сервисын нисек үҫтерергә?

"Был районда “Янғантау” геопаркының инфраструктураһын уңайлыраҡ итеү зарур", – тине министр.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев эш сәфәре менән Салауат районында булды. Ул төбәктәге юл буйы сервисы торошон ҡараны, эшҡыуарҙар менән ошо тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләште, шулай уҡ юл буйы сервисы объекттарын урынлаштырыу күҙалланған ер участкаларын барып күрҙе.
Осрашыуҙар Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡатнашлығында үтте.
"Был районда юл буйы сервисын үҫтереүҙең көнүҙәклеге шуның менән аңлатыла – бындағы “Янғантау” геопаркының инфраструктураһын уңайлыраҡ итеү зарур, – тине министр. – Бөгөнгә юл буйы сервисы объекттарын урынлаштырыу өсөн һайланған дүрт ер биләмәһе генераль схемаға индерелде. Тағы ла алтау планлаштырыла. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа был участкаларҙың инвестиция ҡеүәтен баһалайбыҙ".
Ведомство етәксеһе “Урал” М-5 трассаһында “Башнефть” автозаправкалау станцияһы янындағы юл буйы комплексын да ҡараны. Төҙөлөшкә 20 миллион һум самаһы һалынған, ә социаль әһәмиәте 15 яңы эш урыны булдырыуға ҡайтып ҡала.
“Объекттың әҙерлек кимәле юғары, уны 2021 йылдың яҙында эшләтә башларға ниәтләйбеҙ”, – тине инвестор Сергей Никифоров.
Шулай уҡ Кропачев – Мәсәғүт – Әшит автомобиль юлы буйындағы комплекс өсөн инвестиция майҙансыҡтарын да ҡаранылар. Шул иҫәптән – Арҡауыл янында. Был участкала инвестор ҡунаҡханаһы, кафе һәм туҡталҡаһы булған комплекс төҙөргә уйлай. Инвестицияның дөйөм күләме 50 миллион һум тирәһе буласаҡ, 25 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
"Әлеге ваҡытта юл буйы сервисында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса әүҙем эш бара, – тине Алексей Гусев. – Инвесторҙарға транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөнә субсидия бирелә, ул 30 миллион һумға саҡлы булырға мөмкин. Проект кәмендә 25 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотһа, инвестор ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу хоҡуғына эйә буласаҡ".
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас