Йәмғиәт
8 Декабрь 2020, 16:15

Хәйбулла уҙаманы шыршыһын һатҡанмы, юҡмы?

Әбеш ауылы уҙаманын шыршыны ҡырҡырға нимә мәжбүр иткән? Ысынлап та һатҡанмы ул ағасты? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап - яҙмала.

Һуңғы бер нисә көн эсендә интернет селтәрендә, социаль селтәрҙәрҙә “Хәйбулла районының Әбеш ауылынан бер уҙаман Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына 70 мең һумға баҡсаһында үҫкән шыршыһын һатҡан” тигән хәбәр һәм ошо эштең барышы төшөрөлгән видеояҙма таралды. Бер аҙҙан, хәбәр тағы ҡуйыртылып, шыршының хаҡы 170 мең һумға етте.
Видеояҙманан күренеүенсә, шыршы ысынлап та бик ҡупшы, матур, мөһабәт. Уны ҡырҡып алыу барышы төшөрөлгән видеояҙманы ҡарағанда хатта тән семберләп китә. Шул хәтлем ҙур ағас төшөп кенә китмәһен тигән уй ҙа башҡа килә.
Әбеш ауылы уҙаманын шыршыны ҡырҡырға нимә мәжбүр иткән? Ысынлап та һатҡанмы ул ағасты? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән шыршы хужаһына – Фазылйән Айса улы Суринға мөрәжәғәт иттек. Бына нимәләр һөйләне ул беҙгә.
– Был шыршыны 35 йыл самаһы элек ултыртҡайныҡ. Улар өсәү ине. Ҡатыным, баҡсала сәскә үҫтерергә яҡтылыҡ етмәй тигәс, икәүһен бәләкәй сағында уҡ алдыҡ. Ә быныһы үҫте лә үҫте. Шул тиклем ҙурайҙы, сама менән 25 метр самаһы булғандыр.
Һуңғы йылдарҙа, буран, көслө ел мәлендә, был ағас ауып, берәй бәләгә тарытмаһын, тип ҡурҡа башланым. Эргәнән генә электр, телефон линиялары, газ үткәргес уҙа. Йортто баҫыу хәүефе лә бар ине. Былтыр уҡ ошо мәсьәлә менән ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәйнем. Бына быйыл, Яңы йыл байрамына тип, Бүребай комбинаты идаралығы шыршыбыҙҙы алырға булды. Тәүҙә килеп ҡаранылар, оҡшаттылар һәм һөйләшелгән көндә махсус кран, техника менән килеп, бысып, тейәп алып киттеләр. Шул тиклем оҫта, ойошҡанлы эш иттеләр.
Ә хаҡына килгәндә, ул хәбәрҙе интернетта кем таратҡандыр, әле булһа аптырайым. Тәүҙә бер-ике таныш шылтыратып: “Ҡалай тиҙ байып ятаһың”, - тип шаяртты. Һуңынан хәбәр ҡуйыртылып, таралып киткәс, шул тиклем уңайһыҙлыҡ кисерҙем. Ихлас күңелдән әйтәм: шыршыны һатманыҡ, бушлай бирҙек. Ҡырҡып ташлаһаҡ, йәл булыр ине, ә былай, исмаһам, аҙмы-күпме кешеләргә байрам кәйефе бүләк итеп ултырасаҡ.
Уны үҙ көсөбөҙ менән ала ла алмаҫ инек. Шуға күрә беҙҙе оло мәшәҡәттән арындырғандары өсөн Бүребай комбинаты идаралығына рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Фазылйән ағай Сурин.
Әйткәндәй, Фазылйән Айса улы – Әбеш ауылының абруйлы уҙаманы. Ул – бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, 28 йыл дауамында Әбеш мәктәбенә етәкселек иткән хөрмәтле мәғариф ветераны.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас