7 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышын үткәрҙе. Һөйләшеү төбәктә ҙурлығы буйынса икенсе ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналды.
– Һуңғы ваҡытта Стәрлетамаҡҡа йыш килергә тура килде. Ғәҙәттә, бер-бер хәл булһа ғына шулай итә инек, мәҫәлән, Сибайҙағы карьерға бәйле ваҡиғалар. Был юлы иһә Стәрлетамаҡтың уңыштарына ҡыуанабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, – тине Радий Хәбиров. – Был ҡала беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул - республиканың икенсе сәнәғәт, мәҙәни, мәғариф үҙәге. Бында торлаҡ төҙөлөшө яҡшы бара, инвестиция йәлеп итеү арта. Яңы ойошторолған “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Стәрлетамаҡтың, шулай уҡ күрше биләмәләрҙең үҫешенә этәргес бирәсәк. Беҙ проблемалар тураһында яҡшы хәбәрҙарбыҙ, әкренләп уларҙы хәл итеү юлдарын табабыҙ. Был “Башҡортостан сода компанияһы” миҫалында айырыуса асыҡ сағыла. Предприятиеның проблемалары оҙаҡ йылдар дауамында йыйылған, хәл ителмәгән. Компания активтарын дәүләткә ҡайтарыу тураһында федераль кимәлдә күптән түгел ҡабул ителгән ҡарар “БСК”ның эшенә лә, уның хеҙмәткәрҙәренең хәлен яҡшыртыуға ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡалала экологик хәлде яҡшыртыу зарурлығын билдәләне.
– “БСК” акционерҙары менән экологик хәлде яҡшыртыу буйынса күптән инде юл картаһын төҙөнөк, әммә уны практик яҡтан тормошҡа ашырыуға бер аҙым да яҡынлашманыҡ. Шуға күрә яңы шарттарҙа предприятие етәкселеге сараһын күрергә тейеш. Кешеләрҙең именлеге корпоратив бәхәстәрҙән һәм дискуссияларҙан өҫтөн.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ юҫығында социаль-иҡтисади үҫештең дөйөм республикаға хас трендтарын билдәләне. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов быйыл муниципалитетты үҫтереүҙең социаль-иҡтисади йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Стәрлетамаҡтың инвестиция ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе. Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына ҡалаға ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йәһәтенән инвесторҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты. Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҡала системаһын үҫтереү программалары тураһында һүҙ алып барҙы. Уның әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ йәшәү уңайлыҡтары буйынса дүртенсе урынды биләй, ләкин ҡайһы бер проекттар буйынса артта ҡалыу федераль рейтингтарҙа Башҡортостандың дөйөм күрһәткестәрендә кире сағылыш таба.
Стәрлетамаҡтағы демографик проблемалар тураһында вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Ул сабыйҙар һанының кәмеүен, миграцияның, үлем осраҡтарының артыуын билдәләне. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова йүнселлеккә ниндәй ярҙам күрһәтелеүе тураһында сығыш яһаны. Ҡалала яңы бәләкәй предприятиелар әүҙем асыла, эшҡыуарҙар һаны арта, сауҙа, мәғариф һәм төҙөлөш өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫә.
Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, Стәрлетамаҡ яҡын арала республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә финанс ярҙамы – йылына 108 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
– Ҡалалағы тотороҡлолоҡҡа ҡарамаҫтан, ҡайһы бер һорауҙар бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеү. Байтаҡ йүнәлештәр буйынса ныҡлы эшләргә кәрәк.
Республика Башлығы Хөкүмәттең иғтибарын Стәрлетамаҡта социаль учреждениелар – мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар етмәүгә йүнәлтте. Ул шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырыштарын үткәреүҙе хупланы.