Йәмғиәт
9 Декабрь 2020, 10:16

Ағинәй бәхет-ҡот өләшеп йәшәй

Ил ныҡлығы – ғаиләлә.

Бер быуатҡа яҡын һикәлтәле ғүмер юлдарын үтеп, абынмай-һөрөнмәй, алсаҡ күңеллелеген һаҡлап, ауылдаштары араһында ихтирам, абруй ҡаҙанып, мәрхәмәтле, шәфҡәтле, урамыбыҙҙың ғына түгел, ауылыбыҙҙың йәме булып 93 йәшен ҡыуған Гөлөстан Сафиулла ҡыҙы Ғаззалова бәхетле ғүмер кисерә.


Гөлөстан инәйҙең хәтирәләре


Матур йәй көндәрендә ағас ҡолғаһын өй алдындағы эскәмйәһенә ҡуя ла, үткән тормош һуҡмаҡтарын тағата-тағата йөн иләй, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен хәстәрләп, йөрәк йылыһын ҡушып, ойоҡбаштар бәйләй ул.
– Әсәйемдәр менән бәләкәй генә тупаҡ (ҡыйығы булмаған) өйҙә торҙоҡ. Ағайым кәләш алып, ғаилә ҙурайғас, урын тарайғас, Абҙаҡтан өй һатып алдылар. Матур ғына йәшәп киттек. Ағайым – колхоз етәксеһе, эштәре уң ғына. Еңгәм дә ураҡҡа төшһә, мине бала ҡарарға тип алып йөрөй. Яйлап ураҡ урырға өйрәнеп алдым. Кеше башына йөкләмә һалалар. Мин еңгәмә ярҙам иткәс, ул ударник булып китте. Ағайым, был эште белеп ҡалып, минең үҙемә йөкләмә һалды ла ҡуйҙы.
Ун ике йәштән ирҙәр урынына егелеп эшләргә тура килде. Биш сутый ер ҡаҙҙыҡ. Шул урынға иген сәстерҙеләр. Тимер тасҡа бойҙай һалып, яулыҡ менән муйыныбыҙға элеп алабыҙ ҙа ҡул менән һибеп сәсәбеҙ. Үҫте ниһә, иген араһында килеп сыҡҡан торонон ҡырҡтыралар, сүп үләнен утаталар. Көҙөн ураҡ урып, көлтә бәйләйбеҙ, уларҙы үгеҙ менән ташып, эҫкерткә һалабыҙ. Ҡышын шул көлтәләрҙе үҙйөрөшлө булмаған комбайн менән игенгә һуғабыҙ. Игенде Магнитогорск ҡалаһына тапшыралар, урынына орлоҡ алып ҡайталар.
Иҫемдә, шул комбайнды Өскүл ауылынан Рәхмәткә өс көн буйы алып килдек. Ҡыш булғас, ҡарҙы алдан көрәп алабыҙ ҙа, үгеҙ менән һөйрәтеп, арттан этәп, алып ҡайтып еткерҙек.
Көтмәгәндә һуғыш башланды, йәшәү ауырлашты. Ауылдан иң беренсе һуғышҡа бер туған Мырҙабай менән Яныбай Фәррәховтар, Абдуллатип Хисаметдинов китте. Ағайымды ла оҙаттыҡ. Яйлап бер-бер артлы китеп бөттөләр. Иң һуңғыһы Ғимал Ғиниәтуллин булды. Эш бала-саға, ҡарт-ҡоро иңенә төштө. Аҙаҡ башмаҡ ҡараным, һыйыр һауҙым, егерме ете һыйырҙан торған көтөү көттөм. Мөғәллим ҡарттың малай сағы, ул һарыҡ көттө. Икебеҙ көтөүҙәребеҙҙе ҡушып алдыҡ.
Бер көҙҙә мине күрше районға ағас ҡырҡырға ебәрҙеләр – Ҡағыға, Әүжәнгә. Барғанда ашар ризыҡтарҙы (картуф, икмәк) ат арбаһына тейәнек, үҙебеҙ йәйәү атланыҡ. Әбйәлил районының Хәмит ауылына барып етеп йоҡланыҡ, һуңынан Ҡағыға юлландыҡ. Фатирға төшөр алдынан бөтәбеҙҙе лә мунса индерҙеләр. Әүәле кеше ныҡ бетләне бит. Фатирҙа күмәк яттыҡ, бешеренергә мейес плитәһе берәү генә. Иртәнсәк сират, шуға иртәрәк торорға тырышабыҙ. Өлгөрмәгәндәр мунсаға барып бешерә.
Ҡул бысҡыһын арҡаға артмаҡлап алабыҙ ҙа, бейек тау башына менеп, ағас ауҙарабыҙ. Сабата менән килеп тороп аяҡ өшөй, ботаҡ яғып, сылғауҙарҙы киптереп тә ҡарайбыҙ. Ҡайтҡанда ҡайын утынын йөкмәп ҡайтабыҙ.
Аҙаҡ “Ҡыҙыл Маяҡ” колхозында торф ҡырҡып, Верхнеурал ҡалаһына һыра заводына оҙаттыҡ. Эшләгән кешегә 150 грамм тары ярмаһы бирәләр ине, – тип хәтерләй Гөлөстан инәй.
Ояһында ни күрһә…


Рәхмәт ауылы ҡыҙы Гөлөстан инәйҙе ун дүрт йәшендә генә ауылдағы билдәле бай, мәлендә өйөн тартып алып, һөргөнгә оҙатылған Вәйес Ғаззаловтың тоҡомо Рәхмәткә кейәүгә бирәләр. Ире колхозда беренселәрҙән булып тәгәрмәсле тракторҙа эшләй башлай, иҫәпсе, бухгалтер була. “Урал” мотоциклы менән рәйестәрҙе алып йөрөй.
“Кулак ҡалдығы” тип өйҙәрен тартып алғас, яңынан “раскулаченный” Яхъя Үтәбаевтың бураһын бирәләр. Ир менән ҡатын ун балаға ғүмер бүләк итә. Тормош, йәшәйеш яйланып, матур ғына йәшәп ятҡанда өйҙәре янып китә, бер бөртөк ҡалаҡты ла ҡотҡара алмайҙар. Ете бала менән бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалалар. Изге күңелле ауылдаштары, колхоз етәкселәре ярҙамында күпмелер ваҡыттан һуң өйлө булалар.
Яҙмыш ҡытыршылыҡтары тырыш ҡатындың кәйефен төшөрмәй, күңел тыныслығын хеҙмәттә, бәләкәстәрен хәстәрләүҙә күрә. Күҙҙәре осҡон сәсеп, йөрәгендә дәрте ташып торған ағинәйҙең хикәйәттәрендә – үткән быуаттың аһ-зары, илебеҙҙең тарихы, зат-ырыу, аралар яҙмыштары.
Бөгөн өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның хәтере яҡшы, иҫе теүәл булыуының сере фиҙакәр хеҙмәтендәлер. Ошо көнгәсә ҡулынан эш төшөрмәне. Мал-тыуарын да көттө, ҡош-ҡортон да аҫраны, баҡсаһында емеш-еләген дә, йәшелсәһен дә үҫтерҙе. Әле лә йорт-ҡураһын бөхтә итеп тота. Өйө ҡорама юрған, үҙе сиккән милли түшәктәр, үрелгән биҙәктәр менән биҙәлгән. Кәртәлә йәшел хәтфә үлән, ҡый үләндәренә үҫергә ирек бирмәй, инәйебеҙ, салғы тотоп, үҙе сабып ташлай. Элекке йылдарҙа үрешкә сығармаған быҙауына бесән сабып алып ҡайтҡанына хайран ҡалырлыҡ.
Береһенән-береһе бәләкәй балалары менән яңғыҙ ҡалһа ла, ауырлыҡтарҙы, ыҙаларҙы сабырлыҡ менән иңенә йөкмәп, ҙур түҙемлек туплап, бәғерҙәрен шатландырып, ел-ямғыр тейҙермәй, атайлы балалар көнләшерлек кимәлдә тәрбиәләй.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, әсәләрендә булған күркәм холоҡто, юғары әҙәплелекте үрнәк итеп алған ғәзиздәре лә иркәләнеп кенә тик ултырмай, тырышып эшләп, бер-береһенә туғандарса йылы мөнәсәбәттә, изгелекле, тәүфиҡлы булып, әхлаҡ ҡағиҙәләрен өйрәнеп, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡандарына һеңдереп, белемгә ынтылыуҙы тәү асыл итеп, һөйөү мөхитендә тәрбиәләнә.
Өлкән ҡыҙы Гәүһәр – мәрхүмә, агроном булып эшләгән. Уға етәһе Илдар менән Илшат улдары – төҙөүселәр, бәләкәйҙән эшләй башлап, әсәһенә, һеңлеләренә ярҙам итәләр.
Гөлдәр Магнитогорск ҡалаһында – эмаль цехында, Рәхмәттә – клуб мөдире, Батталда һауынсы, почтальон булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Динә, Магнитогорск ҡалаһында һөнәрселек училищеһын бөтөрөп, аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһында эшләгән, операциянан һуң аяҡҡа баҫа алмайынса гүр эйәһе була. Гүзәле иһә Белорет медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай, ауылда ФАП мөдире, Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, 21 йәштән партия ағзаһы була.
Дилара ҡыҙы хеҙмәт юлын Йәнгел совхозында метеорология белгесе булып башлай. Свердловск ҡалаһында уҡып ҡайтҡас, Сибай аэропортында һауа торошо белгесе, һатыусы-кассир һөнәрен үҙләштерә, Байым ХТП-һында, ауылда фуражсы, ферма мөдире вазифаларын башҡара. Колхоз тарҡалғас, ниһайәт, бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра. Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия университетының физика-математика бүлеген тамамлай. Бына инде ун йыл Рәхмәт урта мәктәбендә математика, физика, информатика фәндәренән уҡыта. Оҙаҡ йылдар тырышып эшләгәне өсөн район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған.


Әсәй – ҡаҙна!


Ауылда ойошторолған бөтә дини, мәҙәни сараларҙың иң уртаһында ҡайнаған, сәстәренә сал төшкән инәйҙең вариҫтары – уның йәшәү ҡанундарын дауам итеүселәр. Әсәләрен ҡәҙерләп кенә торалар, өрмәгән ергә ултыртмайҙар, ҡулына эш тейҙермәҫкә тырышалар.
– Аллаға шөкөр, әсәйебеҙ барыбыҙҙы ла уҡытты, кеше итте. Ете туй үткәреп, башлы-күҙле итте, ҡыҙҙарын кейәүгә бирнәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт биреп оҙатты. Өйҙәр эшләште – һылашты, буяшты. Картуф сәсмә, баҡса үҫтермә, тиһәк тә, тыңламай. Кеше “картуф ҡаҙып ашаныҡ” тигәндә, ымһынып ултырайыммы, тип быйыл да сәсеп, үҙе күмеп ҡуйҙы. Алмалары һалынып ултыра, ҡарағат, крыжовниктары уңған. Кәртәләге бесәнен сабып, бер балам малына ашатыр, ти ҙә ҡуя! – тип аптырай ҡыҙы Гүзәл.
Ысынлап та, халыҡ әйткәнсә, әсәй – ҡаҙна! Тураһын әйткәндә лә, күсмә мәғәнәлә лә Гөлөстан инәй күс айыртҡан инә бал ҡортолай егәрле. Уның ете балаһынан ун биш ейән-ейәнсәре, егерме ете бүлә-бүләсәре, бер тыуаһы бар.
Бөтәһе лә тырышып уҡый, спорт, мәҙәниәт өлкәһендә әүҙемдәр. Белемгә ынтылыусандар, йыр-моңға әүәҫтәр. Олимпиадаларҙа ҡатнашалар, юғары уҡыу йорттарын ҡыҙыл дипломға тамамлайҙар, йыр-бейеү буйынса төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә алдынғы урындар яулайҙар. Ҙурая барғандарының үрнәк булырлыҡ тәрбиә алып, үҙаллы донъя көтөүе, ишле бала-саға үҫтереүе, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә тоғро хеҙмәт итеүе ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Ил ныҡлығы – ғаиләлә! Ғаилә нигеҙен гөл-сәскәгә күмеп, йылы, көләс тауыштарҙан һыуындырмай, күс үрсетеп, ташып торған бәхеттәргә төрөндөрөп, әйләнә-тирә­һендәгеләргә йәм-йән өҫтәп, бәхет-ҡот өләшеп йәшәй өлгөлө ағинәй!


Әбйәлил районы.
Читайте нас