Был хәл тураһында бер-ике ай элек яҙғайныҡ. Биш айлыҡ бәпескә яңылыш марганцовка эсереү сәбәпле уның тын юлдары яна. Сабый саҡ иҫән ҡала. Арыҫландың әсәһе Диана хәлдең нисек булғанын былай аңлатҡайны.
"Ике дарыу һауыты йәнәш тора ине. Төндә утты яҡтыртмай, яңылыш улыма марганцовка биргәнмен. Әлдә күп булманы, юғиһә хәлдең нисек тамамланыуы тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс. Шунда уҡ баланың ауыҙын йыуҙым, ә улай эшләргә ярамаған икән. Һөҙөмтәлә хәлде тағы ла насарайттым. Табиптарҙы саҡырҙыҡ. Арыҫландың ауыҙ ҡыуығы янғайны. Икенсе тәүлектә тамағы шеште һәм ул тын ала алмай башланы. Балаға трахеостома ҡуйҙылар", – тине.
Хәҙер Арыҫлан үҙаллы тын ала алмай. Был йәһәттән тамағындағы пластик көпшә генә ярҙам итә. Тик ул йыш ҡына ҡаҡырыҡ менән тула. Әгәр әсәһе көпшәне ваҡытында таҙартып өлгөрмәһә, малай тонсоға башлай. Ошондай хәл көнөнә бер нисә мәртәбә ҡабатлана.
Хәҙер балаға бик ҡатмарлы операция кәрәк. Уны Рәсәйҙә эшләй алмайҙар, сабыйҙы Израилдә көтәләр. Операция 7 миллион 400 мең һум тора. Ғаилә аҡса йыйыу иғлан итә. Бер нисә көн эсендә 578 мең һум туплана. Тик хәҙер аҡса килеү туҡтап ҡалған.
"Арыҫлан үҙен яҡшы тоя, йүгерә, һикерә. Шулай уҡ даими рәүештә ҡаҡырығын алып торабыҙ. Тик аҡса йыйыу бөтөнләй туҡтап ҡалды", – тигән Диана “КП-Өфө” баҫмаһына.
Әгәр балаға ярҙам иткегеҙ килһә, 5469060024712405 иҫәбенә аҡса күсерә алаһығыҙ, ул Диана Хәбир ҡыҙы исеменә теркәлгән.