Күптән түгел Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы муниципаль берәмек етәкселәре менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе. Унда быйылғы ғинуар–октябрҙә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһының, “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса ҡала ихаталарын төҙөкләндереү, подъездарҙы комплекслы ремонтлау эштәренең барышы ҡаралды. Быйылғы еңел булмаған шарттарҙа ошо программалар нисек үтәлә?
Һигеҙ район ғына өлгөрмәй
– Быйыл, дөйөм алғанда, “Башҡорт ихаталары” программаһы былтырғы менән сағыштырғанда яҡшыраҡ үтәлә, ләкин беҙҙең республикалағы һигеҙ муниципалитеттың күрһәткестәре дөйөм хәлде насарайта. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та әйтте, – тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Ирина Голованова.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Зауыҡлы биләмәләр йылының яҡынса йомғағы, күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау эшенең барышы ҡаралды. Элекке кәңәшмәләргә хас булғанса, подъездарҙы дезинфекциялау эшен дә тикшерҙеләр, ул бер нисә йыл инде министрлыҡтың контролендә тора. “Башҡортостандың төбәк операторы” фонды биргән отчеттан күренеүенсә, ноябрь уртаһына быйыл эшләнергә тейешле подъездарҙың 99,4 процентында бөтә тейешле ремонт башҡарылғайны инде. Республика буйынса 62 муниципалитетта билдәләнгән күләм тулыһынса үтәлгән.
Күп ҡатлы торлаҡ йорттар эргәһендәге заманса төҙөкләндерелгән һәм йыһазландырылған ихаталарҙы хәҙер шулай тип тә йөрөтәләр. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, матурайған һәм уңайлыҡтары артҡан ихаталар һаны артҡандан-арта. Тик улар күбеһенсә яңы йорттарға ҡағыла, ә иҫке панель йорттарҙа йәшәгәндәргә нисек уңайлыҡ тыуҙырырға? “Башҡорт ихаталары” программаһы быйыл ошо мохтажлыҡты ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыша.
– Уҙған йылдар тәжрибәһен иҫәпкә алып, комплекслы эш алымы ҡулланыла, йәғни программаға бер нисә күп ҡатлы йортто үҙ эсенә алған ихаталар индерелә, – ти Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Сергей Полетавкин. – Бындай биләмәләрҙә ихата ғына төҙөкләндерелеп ҡалмай, подъездар ҙа яңыртыла.
Ошо уҡ райондың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге урамының 10-сы һәм 10/1-се йорттары, Ирек Мөҡсинов урамының 9-сы һәм 11-се йорттары ҡараған ихата, бында йәшәгән халыҡтың һорауын иҫәпкә алып, ял итеү өсөн күркәм урынға әйләнгән, балалар майҙансығында кескәйҙәрҙең шау-гөр килеүе тынмай.
– Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың “Инстаграм”ынан шундай программа тураһында белдек һәм ғариза яҙҙыҡ, – ти Мөбәрәков урамының 10-сы йортонда йәшәгән Рөстәм Мөхәмәтов. – Киров районы хакимиәтендә һәм торлаҡ хужалығы идаралығында документтар тултырырға ярҙам иттеләр. Беҙҙең ихатаға 30 йылдан ашыу, ныҡ иҫкергәйне инде. Эш башланғандың беренсе йылында уҡ ошо программаға эләгербеҙ тип уйламағайныҡ та, хәҙер һөҙөмтәнән барыһы ла ҡәнәғәт.
Күренеүенсә, кемдәр “өҫтән” ҡушыу буйынса килеп эшләгәндәрен ҡул ҡаушырып көтөп ултырмай, ә үҙҙәре тәҡдим менән сығыш яһай һәм күмәкләп контролдә тота – шуларҙың ихаталары тиҙерәк заманса рәүешкә килтерелә. Хәйер, һәр урында һәм һәр проблема буйынса шулай инде ул.
Райондың 61-се йорттар идаралығы етәксеһе Марсель Мәрҙәнов ышандырыуынса, был ихаталарҙа барлыҡ планлаштырылған эш йыл аҙағына тамамланасаҡ. Әлеге ихатаға ҡараған йорттарҙың береһендә йәшәгән Марина Макарова әйтеүенсә, хәҙер урындағы халыҡтың маҡсаты – бөтә был матурлыҡты боҙмай, бысратмай ҡәҙерләп тотоноу һәм һаҡлау. “Проектта видеокүҙәтеү ҙә булыуы бик яҡшы, уның ярҙамында хәүефһеҙ ихата булдырасаҡбыҙ”, – ти ул.
“Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеше үҙағышына ҡуйылмаған, вазифалы кешеләргә уның сифатын тикшереү ҙә йөкмәтелгән. Мөбәрәков һәм Мөҡсинов урамдарындағы ошо ихатаны Өфө ҡала хакимиәтенең комиссияһы ла килеп ҡараған һәм объекттағы эштәрҙең сифатлы башҡарылыуын билдәләгән. Иң мөһиме – был йорттарҙа йәшәгәндәрҙең теләктәре иҫәпкә алынған.
“Төҫтәрҙе лә үҙебеҙ һайланыҡ”
Батыр урамындағы 10-сы, 12-се һәм 14-се элекке панель йорттар менән уратып алынған ихата, мәҫәлән, шул талаптарҙан сығып үҙгәртелгән. Хәҙер бында тренажерҙарҙа шөғөлләнергә, кескәй майҙансыҡта туп тибергә, йүкәләр ышығындағы эскәмйәлә ял итергә һәм арт-объекттарға һоҡланырға була.
– Ихаталағы һәм подъездарҙағы ремонт һөҙөмтәһенән бик ҡәнәғәтмен, – ти 10-сы йорт советы рәйесе Венера Ғафарова. – Ремонтты планлаштырыу эшендә беҙ, йорт халҡы, әүҙем ҡатнаштыҡ, хатта төҫтәрҙе һайлағанда ла һәр кем үҙ тәҡдимен әйтә алды, подрядсының эшен дә контролдә тоторға тырыштыҡ.
Төҙөлөш ойошмаһы ла һынатмаған: ихаталағы асфальт япмаһы тулыһынса алмаштырылған, автомобиль юлын һәм туҡталҡаны киңәйткәндәр, хатта бәләкәй сквер эшләү өсөн дә урын табылған. Өфөнөң күп ихаталарында әле лә рөхсәтһеҙ ҡуйылған металл гараждарҙы осратырға мөмкин, ә бында уларҙы алып ташлағандар. Яҡын көндәрҙә балалар майҙансығы әҙер буласаҡ, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға мөмкинлек биргән һәм һаҡлағыс экраны булған сүп-сар контейнерҙары ҡуйыласаҡ.
Был ихатаға ҡараған йорттарҙағы подъездар ҙа матур итеп үҙгәртелгән, улар хәҙер бөхтә генә түгел, ә зауыҡлы биҙәктәргә лә бай, заманса материалдарҙан эшләнгән һәм тауыш менән иҫкәрткән сигналдарға эйә лифттар урынлаштырылған. Ихатаның Батыр урамына ҡараған 10-сы һәм 10/1-се йорттарында подъезды төҙөкләндереү эштәре яңы ғына тамамланған, ә 12-се йортта уны былтыр уҡ яһағандар икән.
– Ихатаны комплекслы ремонтлау бында йәшәүселәр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырырға ярҙам итте, – ти Киров районының торлаҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Мөслимов. – Былтыр уҡ әле Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ярҙамында урам тренажерҙары ҡуйылған күп функциялы спорт майҙансығы булдырғайныҡ. Бөтә эш бында йәшәгән халыҡ менән килешеп алып барыла.
Ял зонаһы бөтөнләй юҡ ине
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге Юрий Гагарин урамының 30-сы һәм 38-се йорттары уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ төҙөлгән. Асфальтты бында шул замандарҙан алып яңыртмағандар икән, юлдар насар, ял зонаһы бөтөнләй юҡ һәм ул дәүерҙә ҡаралмағандыр ҙа, моғайын. Быйыл июндә бында, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса тендерҙа еңеп, “Дорожник” исемле подряд ойошмаһы эш башлаған.
– Ул саҡтағы проекттар буйынса һалынған йорт һәм башҡа биналар хәҙер ҡатмарлыҡ тыуҙырмай ҡалмай, – ти был ойошманың директоры Владимир Ульянов. – Мәҫәлән, эш планын төҙөгәндә балалар майҙансығының йылылыҡ трассаһы өҫтөндә буласағын иҫәпкә алмағанбыҙ. Ашығыс рәүештә “Технадзор” менән бәйләнешкә инергә һәм ял зонаһын күсерергә тура килде.
Был йорттарҙа йәшәгән граждандар ҙа бер-бер артлы талаптар ҡуйған: кемгәлер эт менән йөрөү өсөн майҙансыҡ кәрәк, кемдәрҙер ҡарт ағастарҙы киҫеп ташлауға ҡаршы. Тәүге талапты ҡәнәғәтләндереүгә санитар ҡағиҙәләр ҡаршы булһа, икенселәре киҫелгән ағастар урынына тиҫтәләрсә туя ултыртылыуын шатланып ҡаршы алған. “Йәшел Башҡортостан” программаһы нигеҙендә был ихатала быйыл көҙ миләш һәм ҡарағайҙар ҙа ултыртылған.
– Техник мәсьәләләрҙе район хакимиәте һәм подрядсы менән бергәләп хәл итһәк, халыҡ менән һөйләшеүҙе идарасы компаниялар алып барҙы, – ти “Сипайлово” торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Әлфис Гәрәев.
Тәбиғи, кешенең төрлөһө бар, ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр барыбер табылып тора: кемгәлер балалар майҙансығындағы тауыш оҡшамай, кемдер бында уйнарға бөтә биҫтәнән йыйылыуҙары арҡаһында ризаһыҙлыҡ белдерә. Ғүмер буйы йәшәгән ихатаны хәстәрләп, янып-көйөп йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. “Йәй көндәрендә сәскәләрҙе өҙөргә тырышҡан бала-сағаны ҡыуа инем, хәҙер яңы арт-объекттарҙы бысратмаһындар тип күҙәтәм, – ти ошо урамдағы 30-сы йортта йәшәгән Тамара Насибуллина. – Кисә генә әле биш-ете йәштәрҙәге ике бала ошо аҡ төҫтәге арт-объектҡа тупраҡ ҡатыш япраҡ һала ине, ә әсәләре бер нәмә лә “күрмәй”, телефон менән мауыҡҡан”.
Ихаталағы балаларҙы камера күҙәтә
Баш ҡаланың Калинин районындағы Адмирал Ушаков урамының 84, 86/1-се, 88/1-се һәм 90-сы йорттары, Коммунарҙар урамының 75-се йорто урынлашҡан ихата ла быйылғы йәй-көҙ “Башҡорт ихаталары” программаһы финанслауына эләгә алған.
– Ниһайәт, беҙҙең йортҡа илткән тротуарҙа хәҙер балалар коляскаһы менән йөрөргә була, – ти 75-се йорт буйынса өлкән идарасы Вера Павлова. Улар йәшәгән ошо йортҡа утыҙ йылдан ашыу, ул Черниковканың ситендә урынлашҡан. Бындағы йорттарҙағы фатирҙарҙың баҙар хаҡы түбән, уларҙы һатыуы ҡыйын, бының шулай икәнлегенә ихаталарҙың күрмәлекһеҙ булыуы ла йоғонто яһай, шуға күрә йорт рәйесенең был программаға эләгергә ғариза бирергә тәҡдим итеүен барыһы ла хуплаған: кәрәк булған һандағы ҡултамғаларҙы тиҙ арала йыйғандар. Тәҡдимдәр ҙә берҙәм булған икән: йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн юлдарға асфальт һалыуҙан тыш, ҡараңғы мәлдә ихатаны яҡтыртыу, резина түшәлгән балалар майҙансығы, видеокүҙәтеү. Проектты эшләгәндә барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә иҫәпкә алғандар.
Уның әйтеүенсә, хәҙер ошо ихатаға ҡараған йорттарҙа йәшәүселәр телефонға махсус ҡушымтаны күсереп, ихатала уйнаған балаларҙы күҙәтә ала. Бер камера балалар майҙансығына урынлаштырылған, икенсеһе – бөтә ихаталар өсөн уртаҡ булған спорт майҙансығында. Ушаков урамындағы 74-се йорт ҡаршыһында хоккей майҙансығы ла, урам тренажерҙары ла буласаҡ.
– Тәүҙә беҙ был программаға шикләнеп ҡараныҡ, – тип һүҙгә ҡушыла ошонда йәшәгән Гүзәл Әкрәмова. – Ә хәҙер юлдар һәм һуҡмаҡтар шыма, уларҙы диодлы лампалар яҡтырта. Артабан бында фатирын һатырға теләгәндәр ҙә кәмер, тип өмөт итәбеҙ.
Район үҙәге ҡаланан ҡалышмаясаҡ
“Башҡорт ихаталары” программаһы, әлбиттә, Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡала һәм ауылдарында ла тормошҡа ашырыла. Баҡалы районы үҙәгендә, мәҫәлән, күп ҡатлы һигеҙ йорт ҡараған ихатаны комплекслы рәүештә төҙөкләндергәндәр. Улар араһында яңыраҡ төҙөлөп бөткән һәм тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ 36 фатирлы йорт та бар. Унда авария хәлендәге өс йортта йәшәүселәр күсереләсәк, ә ете фатиры етем үҫмерҙәргә һәм бер инвалидҡа беркетелә. Тимәк, улар тәүҙән үк заманса эшләнгән ихатаға һәм уны тәртиптә тотоу ҡағиҙәләренә күнегәсәк. Ул ғына ла түгел, тәртипкә килтерелгән, буялған, матурайтылған барлыҡ дөйөм был йыһазды боҙмауҙарын күҙәтеп барыуҙы ла һәр кем үҙ бурысы тип иҫәпләһә ине.
Баҡалы районы хакимиәте биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метр булған биләмәлә ремонт башҡарылған. Дөйөм сығымдар 22 миллион һумдан ашыуыраҡ булған икән. Төҙөкләндереү һәм яңыса проекттарға ярашлы йыһазландырыу һөҙөмтәһендә урындағы халыҡҡа резина япмалы спорт һәм уйын майҙансыҡтары тапшырылған, бында автотуҡталҡа ла бар, майҙансыҡтар яҡтыртыла, сүп-сар өсөн контейнер һәм кер элеү урындары эшләнгән, автомобилдәр йөрөү юлына асфальт һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарға плитә түшәлгән, яңы ҡойма яһағандар. Бында шулай уҡ туғыҙ камера ҡуйылған видеокүҙәтеү системаһы ла эшләй.
Мишкә районы үҙәгендә лә башҡалар өсөн өлгө булырлыҡ төҙөкләндерелгән һәм матурайтылған ихата барлыҡҡа килде. Уның балалар майҙансығына хәҙер бөтә ауыл балалары тиерлек йыйыла.
– Бығаса ауылыбыҙ үҙәгендә берҙән-бер уйын майҙансығы бар ине, хәҙер халыҡ күп йәшәгән ошо биҫтәлә лә эшләнеләр һәм быныһы инде күпкә матурыраҡ, хәүефһеҙерәк, – ти Мишкәлә йәшәгән Диана Моратбаева. – Кер элеү урынын замансараҡ һәм күркәмерәк иттеләр, ауыл ерендә уныһы ла бик кәрәк.
– Былтыр беҙ “Башҡорт ихаталары” программаһын киң күләмдә тормошҡа ашырыуға тотондоҡ ҡына, шуға күрә был осорҙағы хаталарҙы аңларға һәм ғәфү итергә була ине әле, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо һәм башҡа программаларға арналған күптән түгелге Хөкүмәт ултырыштарының береһендә. – Әммә быйыл хәл башҡасараҡ. Бына мин Өфө, Стәрлетамаҡ буйынса ҡайһы бер эшләп еткермәүҙәр тураһында борсоулы хәбәрҙәр алам. Әгәр ҙә подрядсы үҙ бурысын насар башҡара икән, артабанғы йылдарҙа ул беҙҙең менән эшләй алмаясаҡ. “Башҡорт ихаталары”ның тәжрибәһе арта бара һәм ыңғай миҫалдар бик күп, ҡайһы бер һүлпән ойошмалар арҡаһында республика буйынса дөйөм хәл тураһында кире тәьҫир тыуырға тейеш түгел.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры:
– Быйыл Башҡортостанда, “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы, дөйөм майҙаны бер миллион квадрат метрҙан ашыу булған 380 биләмәне төҙөкләндерәсәктәр. Эш барышында 186 балалар һәм 116 спорт майҙансығы булдырылды, 450 метр асфальт түшәлде һәм 14 меңдән ашыу автотуҡталҡа яһалды. Был осраҡта балалар һәм спорт майҙансыҡтарын Башҡортостанда эшләнгән ҡорамалдар менән йыһазландырҙылар.
Әлеге мәлгә 183 ихатала эш тулыһынса тамамланған, 111-ендә подрядсы комиссия тарафынан әйтелгән етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү менән мәшғүл. Артта ҡалыусылар исемлегендә – Өфө ҡалаһы, Бөрө, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары. Шулай ҙа эш тиҙлеге былтырғынан байтаҡҡа йәнлерәк: 2019 йылда билдәләнгән ихаталарҙың 80 процентында бөтә тейешле сараларҙы ноябрь һәм декабрҙә генә тамамланылар.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре һәр төҙөкләндерелгән биләмәне ҡабул итеүгә үҙҙәре бара. Мәҫәлән, Благовещен һәм Ейәнсура райондарында комиссия подрядсының эшен ҡабул итмәне, күрһәтелгән кәмселектәрҙе төҙөүселәр үҙ иҫәбенә төҙәтә. Төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса эксперттарҙың иң ҙур баһаһын Октябрьский ҡалаһы, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары алды.