Йылайыр районына барған саҡта тәбиғәт ҡосағында – Йылайыр урмансылығы кордонында яңғыҙы ғына торған заманса, зауыҡлы итеп эшләнгән йорт иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, уның хужалары менән танышырға юлландым. Улар бик алсаҡ булып сыҡты, үҙҙәренең йәшәйеше менән ихлас уртаҡлашты.
Йорт хужаһы Федор Романович Рычин һәм уның тормош иптәше Наталья Васильевна, олпат йәштә булһалар ҙа, кәртә тултырып мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә.
“Ниңә урманда төпләнергә булдығыҙ?” – тип ҡыҙыҡһындым.
– 2002 йылда Йылайыр урман хужалығы бында быуа, питомник төҙөнө. Мине питомникка мастер итеп ҡуйҙылар. Шулай уҡ мәктәп урмансылығы ла асыу ҡаралғайны. Аҙаҡ был эштәр туҡталып ҡалды. Төҙөгән йортто аукционға ҡуйҙылар, уны һатып алдыҡ. Беҙгә бында бик оҡшай. Йылайырҙан да алыҫ түгел, бары биш километр, – ти Федор Романович.
Әле Йылайыр урмансылығы кордонын утарға үҙгәртеү буйынса эш алып барыла. Тимәк, ауыл биләмәләре исемлегенә инәсәк.
Рычиндар тәбиғәт ҡосағында йәшәгәндәренән ҡәнәғәт. Балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә улар янына килергә атлығып тора. Был урын умартасылыҡ эше өсөн дә уңайлы. Әйткәндәй, уларҙың ике улы ла, атайҙарына оҡшап, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.