Ирекмәнлек эше бөгөн үтә көнүҙәк. Кемдәрҙер оло йәштәгеләргә, инвалидтарға ярҙам күрһәтһә, бәғзеләр коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүсе медицина хеҙмәткәрҙәрен хәстәрләй.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар рәтенә йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһы ла ҡушылған.
“Сыровар” рестораны хеҙмәткәрҙәре ковид-госпиталдә эшләгән табиптар өсөн төшкө һәм киске аш әҙерләгән. Беренсегә аш булһа, икенсегә – быҡтырылған йәшелсәләр, картуф иҙмәһе, ҡыҙҙырылған тауыҡ ите.
Ресторандың су-шефы Нина Харитонова бешереү барышын контролдә тота:
– Беҙ бешергән ризыҡтар тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолһа ла, уға үҙебеҙ етештергән сырҙар ҡушылған, шуға тәмдәре нәзәкәтле, үҙҙәре туҡлыҡлы. Алғы һыҙыҡтағы ковид-госпиталь табиптарына ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ, – ти ул.
Өс сәғәт эсендә ресторанда һәр аҙыҡтың 50-шәр порцияһы әҙерләнгән. Улар юлда һыуынмаһын өсөн фольгаға төргәндәр.
“Сыровар” рестораны хужаһы Владислав Ловков пандемия осоронда табиптарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерә һәм башҡалар ҙа улар өлгәһөнә ҡушылыр тип өмөтләнә.
Әйткәндәй, был башланғысты тотош коллектив хуплаған. Тәүгеләрҙән булып ресторан аҙыҡтары менән баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” дауаханаһы табиптары һыйланасаҡ.
– Йәмәғәтселектән шундай ярҙам алыу һәр саҡ шатлыҡлы. Тимәк, беҙ вирусҡа ҡаршы бер рәттә көрәшәбеҙ, – ти Тимур Үтәшев, дауахананың йоғошло ауырыуҙар госпитале мөдире.
“Сыровар” рестораны хеҙмәткәрҙәре иһә сираттағы дауахана табиптары өсөн татлы бүләк әҙерләй.
Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы видеоһынан скриншот.