7 декабрь көнө Өфө ҡалаһының Комсомол урамында йәшәгән ҡатын өсөн бик аяныслы тамамлана. Уны бергә йәшәгән ире туҡмап үлтерә.
40 йәшлек хәшәрәт 38 йәшлек фатир хужабикәһен иҫ китерлек итеп туҡмай, йоҙроҡлап та, типкеләп тә... Һөҙөмтәлә ҡатын туҡмалыуҙан йән бирә, суд-медицина экспертизаһы күрһәтеүенсә, уның ғүмере мейе һөйәгенең йәрәхәтләнеүенән өҙөлгән.
Бергә йәшәгән ир полиция участкаһында үҙенең яман ҡылығын тулыһынса таный. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Хәҙер арыу ғына ваҡыт рәшәткә артында үҙенең йыртҡыстарса ҡылығы хаҡында уйланырға тура киләсәк уға. Етмәһә, уның 2016 йылда урлашҡан өсөн хөкөм ителгән булғанлығы ла билдәле.
Фото интернет селтәренән.