Йәмғиәт
10 Декабрь 2020, 14:00

Хужабикәһен ҡайтыр тип көтә...

Күршеләрҙең борсолоуы юҡҡа булмай шул. Ҡотҡарыусылар килеп, ҡатын йәшәгән фатирҙың ишеген емереп инә.

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр саң ҡаға. Баҡтиһәң, күршеләре - яңғыҙ ғына көн күргән ҡатын күптән күренмәй. Ә бит ул йыш ҡына эте менән саф һауаға сығып йөрөгән булған. Телефон шылтыратыуҙарына ла яуап бирмәй башлаған.

Ысынлап хафаға ҡалған күршеләр ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Ҡотҡарыусылар килеп, ҡатын йәшәгән фатирҙың ишеген емереп инә. Күршеләрҙен борсолоуы юҡҡа булмай, Тоня инәй фатирында диванда ятҡан килеш мәрхүм булған. Эргәһендә Лора ҡушаматлы эте уны инде нисәнсе көн сабыр ғына ҡарауыллап ятҡан...

Фатирҙы бикләп алғас, этте урамға сығарып ебәрергә мәжбүр булалар. Хәҙер ул подъезд алдында йәшәй. Уны ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр ашата. Йортта йәшәүселәр, уны йәлләп, подъезд эсенә лә индергән. Лора хужабикәһен юҡһына, ҡайтыр тип көтә икән, яңғыҙы ҡалғанында олой.
Зооһаҡсылар бисара эткә яңы хужа эҙләй. Әгәр ҙә Лораны үҙҙәрендә һыйындырырға теләүселәр булһа, Камилла исемле ирекмән ҡыҙға шылтыратыу һорала.
Фото ирекмән ҡыҙ Камилланың шәхси архивынан.
Читайте нас