Йәмғиәт
10 Декабрь 2020, 16:30

Иғтибар: сатлама һыуыҡ көтөлә

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә...

Республика һыуыҡ көндәр башланды: һалҡын антициклон хакимлыҡ итә, урыны менән сатлама һыуыҡтар булыуы ихтимал.
Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һауа температураһы -9, -14 градусҡа түбәнәйә. Яҡын көндәрҙә урыны менән термометр бағанаһының -22, -27 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Шуға күрә урамға сыҡҡанда йылыраҡ кейенергә, алыҫ юлға йөрөүҙе кисектереп торорға кәңәш ителә.
Фото: bredynews.ru
Читайте нас