Йәмғиәт
9 Декабрь 2020, 20:45

Ҡыйғылар Яңы йылға бергәләп әҙерләнә

Район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда һоҡланғыс боҙ ҡаласығы төҙөлә.

Ваҡыт тигәнең шул тиклем тиҙ үтә, Яңы йыл байрамына ла һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. Быйыл да уға әҙерлек ихлас бара.
Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла береһенән-береһе матур шыршылар ҡуйыла, боҙ майҙансыҡтары төҙөлә.
Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында ла - районы хакимиәте бинаһы алдына - шыршы ҡуйылған. Әле янында боҙҙан ҡаласыҡ төҙөйҙәр. Оҫталар үҙ мәлендә өлгөрөү өсөн һуңға тиклем эшләй, тырыша.
Автор фотолары.
Читайте нас