“Кавказ тотҡоно” фильмын һәр кем яратып ҡарай. Унда төп герой Нинаға (Наталья Варлей уйнай) ҡарата “Студент, комсомол, спортсы, ниһайәт, ул – ысын мәғәнәһендә һылыуҡай!” тип әйтелгән ялҡынлы һүҙҙәр халыҡ күңелендә һаҡланып ҡалды, тормошта ла цитата булараҡ йыш ҡулланыла. Ул юлдарҙы Нуралия Солтановаға ла төбәп әйтер инем.
Был һылыуҡай – Ҡыйғы районындағы башҡорт ауылы Абзайҙан. Атаһы Марат Әхәт улы ғүмер буйы ветеринар-табип булып эшләй, әсәһе Олия Мәхмүт ҡыҙы – колхозда иҡтисадсы, ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы вазифаларын башҡара, өс бала тәрбиәләйҙәр. Ауылдың өлгөлө ғаиләһендә үҫкән Нуралия мәктәпте “биш” билдәләренә генә тамамлап, Мәсәғүт педагогия колледжына инглиз теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡырға инә. Был уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай, әммә уға уҡытыусы булып эшләргә яҙмай. Бөгөн иһә Нуралия Марат ҡыҙы – Өфөлә “Перспектива 24” фирмаһында уңышлы эшләгән риэлтор.
– Нуралия, һеҙҙән бик яҡшы уҡытыусы сығыр ине. Тормошта ошондай ҡырҡа боролош яһарға нимә сәбәпсе булды?
– Колледжды тамамлағас, Өфөгә юлландым. Сипайлово биҫтәһендәге 38-се мәктәпкә эш башҡарыусы булып урынлаштым. Бер йыл ярым эшләгәндән һуң, инженер селтәре, газ, электр уты һуҙыу менән шөғөлләнгән “Дирекция Нагаево” предприятиеһына клиенттар менән эшләүсе менеджер итеп саҡырҙылар. Шул саҡта өй биләмәләренә ҡағылышлы документтар менән эшләргә өйрәндем. Шулай итеп, 2007 йылда бөгөнгө һөнәремә башланғыс нигеҙ һалынды. Клиенттар менән аралашҡанда, күптәр “Ҡайҙа, ниндәй йорттар һалынған? Майҙандары яҡшымы, документтары дөрөҫмө, һаталармы?” тип, шулай уҡ һатырға ярҙам итеүҙе һорап киләләр ине.
Кәңәш бирә торғас, 2016 йылда күсемһеҙ милекте һатыу-алыу менән шөғөлләнгән “Перспектива 24” фирмаһына килдем. Унда мине таныштар тәҡдим итте. Уҡып, имтихан биреп, эшкә урынлаштым.
– Тәүге фатир алыуҙа ярҙам иткән клиентығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Әлбиттә! Онотолмаҫлыҡ килешеү булды ул. Килешеү көнөндә кредит өсөн ҡул ҡуйғанда, фатир һатып алған клиентымдан банк тағы ла өҫтәп 200 мең һум аҡса һораны. Уңайһыҙ хәл килеп тыуҙы. Килешеүҙең осона сығыу теләгем шул тиклем көслө ине. Клиентты ултырттым да уға: “200 мең һум аҡса табығыҙ!” – тип әйттем. Ике сәғәт эсендә тапты. Ул һайлаған фатир бик отошло тәҡдим ине. Әйткәндәй, әле лә ҡыуанып йәшәй. Кредитын да түләп бөтөп килә. Шул саҡта миндә “Булдыра алам!” тигән ышаныс тыуҙы.
– Ни өсөн ул саҡта банк клиентығыҙға 200 мең һум аҡсаны биреп еткермәне?
– Минең клиентҡа икенсе банктар кредит картаһын тәҡдим иткән. Кредит картаһын алған осраҡта, банк менеджерына кредит күләменең тарихы күренә. Ул саҡта, хатта бер тин аҡса тотонолмаған хәлдә лә, был кредит картаһында ятҡан аҡса ипотеканың күләменә йоғонто яһай, йәғни тәҡдим ителгән ипотека суммаһы, мәҫәлән, ике миллион һум булһа, ә кредит картаһында 200 мең һум аҡса ятһа, банк 1,8 миллион һумды ғына бирә ала. Хәҙер һәр граждандың банктағы кредит тарихы күренеп тора, йәғни финанс ойошмалары ошондай мәғлүмәттәр менән үҙ-ара уртаҡлаша.
– Ҡулда кредит картаһы булған саҡта ипотекаға фатир алыу өсөн нимә эшләргә?
– Был осраҡта карталарҙы ябырға ярамай. Банкка ғариза яҙып, һәр картаның лимитын бер мең һумға тиклем кәметергә кәрәк. Әгәр картаны япһаң, уның тулыһынса ябылғанын айҙан ашыу көтөргә тура киләсәк.
“Перспектива 24” компанияһы республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә билдәле. Өфөләге офисында ғына ла 300-ҙән ашыу кеше эшләй. Бик күптәр риэлтор булып китә алмай. Был һөнәр ауыр һәм түҙемлек, тырышлыҡ талап итә. Мәҫәлән, беҙгә килгән 15–20 кешенең береһе генә тороп ҡала.
– Илдәге пандемияға бәйле килеп тыуған иҡтисади көрсөк күсемһеҙ милек баҙарына йоғонто яһанымы?
– Күсемһеҙ милек баҙарында бер ваҡытта ла хәрәкәт туҡтамай, сөнки берәүҙәр һата, икенселәр ала. Әлеге ваҡытта ла күсемһеҙ милек өлкәһендә эштәр әүҙем бара. Пандемия осронда аҡса юғалмаһын өсөн, күп кеше уны күсемһеҙ милеккә һалырға һәм ошо ысул менән байлыҡтарын һаҡлап ҡалырға тырыша.
Яңы төҙөлгән һәм төҙөлөп ятҡан йорттарҙағы фатирҙарға һорау ҙур. Беҙҙең фирма иң ышаныслы төҙөлөш компаниялары менән генә эшләй. Әгәр ҙә торлаҡтың төҙөлөп бөтмәйәсәгенә әҙ генә шик булһа ла, беҙ улар менән хеҙмәттәшлек итмәйбеҙ. Әле “ЖилСтройИнвест”, “Архстройнвестиции”, “ПСК-6”, “Беренсе Трест”, “Өсөнсө Трест”, “УЗЭМИК”, “УниСтрой”, “Талант” кеүек ышаныслы төҙөлөш компаниялары менән эшләйбеҙ.
Кешеләр фатир алғанда осһоҙ хаҡҡа ҡыҙыға, аҙаҡ иһә улар фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡала. Арзан хаҡҡа һатҡан төҙөүселәр йыш ҡына йортто төҙөп бөтмәй, сөнки аҡсалары етмәй йәки кешеләр һалған аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотонмай.
Төҙөлөп ятҡан йорттарҙан беҙҙең фирма аша фатир һатып алғандарға бушлай консультация бирәбеҙ, документтар әҙерләү һәм килешеү төҙөү, оҙатыу кеүек хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
– Фатирға хаҡ ҡуйыу мәсьәләһен кем хәл итә?
– Хужа фатирға хаҡты үҙе ҡуя, шул уҡ ваҡытта баҙар хаҡы ла бар. Мин һәр саҡ клиентҡа баҙар хаҡын ҡуйырға тәҡдим итәм, сөнки риэлтор – тылсым эйәһе түгел, ә үҙ эшенең оҫтаһы. Милекте баҙар хаҡынан ҡиммәткә ҡуйыуҙан файҙа юҡ, сөнки ул оҙаҡ һатылмай, хужаһы көтөп арый, ҡайғыра башлай, шуға ла баҙар хаҡынан сығып эш итергә кәрәк.
Әле төҙөлөп ятҡан йорттарҙағы фатирҙарға һорау ҙур, сөнки уларға ипотека проценты ла бәләкәй, йәғни 4,7 – 6,1 процентҡа һатып алырға була. Был осраҡта бер миллион һумдан ашыу аҡсаны кеҫәлә ҡалдырырға мөмкин. Бөгөн баш ҡалала бер бүлмәле фатирҙың хаҡы яҡынса ике миллион һумдан башлана. Тәҡдимдәр бар, әммә улар көндән-көн кәмей, ә хаҡтар арта бара.
Хәҙер күп кеше биш – туғыҙ ҡатлы йорттарҙағы фатирҙарын һатып, яңы төҙөлгән йорттарға күсергә тырыша. Хатта ҡайһы берәүҙәр, фатирын һатып, төҙөлөп ятҡан йорттан торлаҡ алып, уны тапшырғандарын көтөп, икешәр йыл фатир яллап йәшәп тә ала. Яңы йорттарҙың заманса булыуы уларҙы ылыҡтыра.
Әйткәндәй, беҙ бөтә банкттар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең аша фатир алған кешеләргә банктар ипотека процентын тағы ла өҫтәп кәметә. Әле ауыл ипотекаһы программаһы буйынса ауыл ерендә 2,7 процент ставкаһы буйынса йорт алырға мөмкин. Элек ҙур процентлы булған кредиттарҙың да проценты кәметелә, бындай осраҡта ла ярҙам итәбеҙ.
– Фатир уңышлы һатылһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Беренсенән, уның хаҡы баҙарҙыҡына тура килергә тейеш. Икенсенән, фатир таҙа, йыйыштырылған һәм яҡты булһын. Мин клиенттарыма ҡайҙа ремонт эшләргә, ипкә килтерергә кәрәклеген әйтәм, сөнки ул саҡта һатыу ҙа еңелләшә. Документтарҙы алдан әҙерләү – бик етди мәсьәлә. Күптәр фатир алғанда әсәлек капиталын файҙалана һәм балаларына өлөш бүлеп бирмәй. Яңы фатирҙа өлөштө бүлеп бирһәң, еңелерәк һәм яҡшыраҡ була, тип уйлайҙар. Киреһенсә, алған фатирҙа балаларға өлөштө мотлаҡ бүлеп бирергә кәрәк. Эште ошонан башлаһаң, осона сығыуы ла еңелерәк.
Беҙҙә күп фатирҙар ипотекаға алынған. Күптәр уны түләп бөтмәйенсә һатырға тырыша. Был да ауырлыҡтар тыуҙыра, әммә ундай мәсьәләләрҙе лә хәл итәбеҙ. Ғөмүмән, ипотекаһы ҡапланмаған фатирҙы һатып, икенсеһен алырға була.
Беҙ фатирҙы һатыу өсөн дә, алыу өсөн дә үҙебеҙ эҙләп табабыҙ. Мәҫәлән, күп осраҡта минең элекке клиенттарым тәҡдим итә.
– Үҙеңдең ҡулың аша үткән килешеүҙәр иҫәбен беләһеңме?
– Яңыраҡ сама менән иҫәпләп ҡарағайным, дүрт йылда 500-ҙән ашыу фатирға бәйле алып-һатыу килешеүен төҙөүҙә ярҙам иткәнмен.
– “Ҡара риэлторҙар” ауына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– “Ҡара риэлторҙар” – шәхсән, яңғыҙ эшләгән кешеләр. Беҙҙең кеүек ҙур компанияларҙа ундай насар уйлы әҙәмдәргә урын юҡ, сөнки беҙҙең компания килешеү төҙөүгә бәйле бөтә хәүефте үҙ өҫтөнә ала. Мәҫәлән, беҙҙең ғәйеп менән клиент аҡсаһын йәки фатирын юғалтһа, беҙ уларға тулыһынса матди юғалтыуҙы ҡапларға бурыслы. Ошондай хәл килеп тыумаһын өсөн, компанияның юристары фатир документтарын бик ентекләп тикшерә. Әгәр ҙә фатирҙы алырға йәки һатырға теләһәгеҙ, мотлаҡ уның элекке тарихын, документтарын, килешеү төҙөгән кешенең паспортын ентекләп тикшерергә кәрәк. Документһыҙ бер тин дә аҡса бирергә ярамай. Бындай ҙур аҡса менән бәйле эштәрҙә юридик оҙатыу кәрәк, тип иҫәпләйем.
– Тынғыһыҙ эштә ғаиләгә ваҡыт ҡаламы һуң?
– Беҙгә көнөнә 12-шәр сәғәт эшләргә тура килә. Өфө ҙур, бөтә ергә лә өлгөрөргә, фатир эҙләргә, күрһәтергә кәрәк. Һуңғы ваҡытта райондарҙан, ауылдарҙан халыҡ күпләп мөрәжәғәт итә. Миңә “үҙебеҙҙең кеше” тип, башҡорт телен белгәнем өсөн яҡын күреп киләләр. Шуға ла башҡорт һәм татар телдәрен белгәнгә ҡыуанып бөтә алмайым. Ғаиләмә ла ваҡыт табам. Тормош иптәшем менән ике ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Балаларыма ла туған телде өйрәтәм, өйҙә лә әсә телендә аралашабыҙ. Инглиз телен белеүем сит ил клиенттары менән эшләгән саҡта ярҙам итә.
Эшемдең емеше – бәхетле клиенттар. Кешеләрҙең яңы фатирҙа йәшәүен, ҡыуанысын күреү дәрт, хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтлек тойғоһо алыуға килтерә. Үҙем эшләгән йылдарҙа рәхмәт һүҙҙәрен генә ишеттем. Төп девизым – “Намыҫлы эшләргә!” Бурысыңды урынына еткереп атҡараһың икән, кеше бер ваҡытта ла һиңә төбәп насар һүҙ әйтмәйәсәк, йөҙөң дә яҡты һәм асыҡ була, бер нимәнән дә ҡурҡмайһың.
– Күсемһеҙ милеккә бәйле һорауҙар тыуғанда, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Эш ваҡытында һәр шылтыратыуҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Әгәр ҙә кемдер Өфө ҡалаһында, уның эргәһендә урынлашҡан ауылдарҙан фатир һәм йорт алырға йә һатырға теләһә, кәңәш кәрәк булһа, 8-917-345-60-44 телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итә ала. Алдан һөйләшеп күрешеү уңайлы, сөнки һәр мәсьәләне хәл итергә йә юлдарын табырға мөмкин.
– Нуралия, киләсәктә лә кешеләргә ярҙам итеп, бәхет өләшеп йәшәүегеҙҙе, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ.