Һуғым һуйыу – борондан килгән һәм бөгөнгө көндә лә еренә еткерелеп үтәлә торған бик матур йолаларҙың береһе. Малды ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас һуялар. Ул имен-аман ҡураға инеп, ныҡлап ашатылғас, ауылдарҙа өй һайын тиерлек һуғым өмәләре башлана. Өмәгә, ғәҙәттә, хужаның туғандары һәм күрше-күлән саҡырыла.
Ир-ат малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙ ҡатнашмай, тиреһен һыҙырып бөткәс кенә, һуғым урынына бара һәм эштең аҙағынаса ярҙам итә. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ эсәкте таҙалай, уны арта һәм бешекләй. Элегерәк малдың эс-ҡарынын йылғаға барып таҙалаһалар, хәҙер уны күптәр өй шарттарында эшләүҙе хуп күрә.
Хәтеремдә, һуғым һуйған ваҡытта көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, эсәк-ҡарындар таҙа булһын тип, әсәйем тәүҙә уны ҡарҙа тапап, аҙаҡ биҙрәләргә һалып, йылғаға алып төшөр инек. Ҡулдарыбыҙҙы өшөтә-өшөтә боҙло һыуҙа уларҙы сайҡатып, аҙаҡ аласыҡта бешекләп, кискелеккә өмәселәргә аш һалып, тултырма әҙерләй торғайныҡ.
Һуйғанда ярҙамлашҡан кешеләрҙе кис ашҡа йыялар. Күрше-күләнде лә алалар. Һуғым ашы – үҙенә күрә бик матур табындарҙың береһе. Ит мул саҡта ҡунаҡ саҡырып, киләһе йыл мал-тыуарың ишле булһын, һуғымды туған-тыумаса, дуҫ-иштәр, бала-саға менән имен-һау ашарға яҙһын, тигән теләктәр әйтелә. Үҙ-ара һөйләшеп ултырыу ҙа – күркәм ғәҙәт. Ул үҙенә күрә байрамға әүерелеп китә. Йәштәр өлкәндәрҙән йола тәртибенә өйрәнә, мал һуйғанда ир-егеттең таһыллығы һынала, малдың эс-ҡарынын таҙартҡанда килендәрҙең уңғанлығы күренә.
Табында иң тәүҙә һәр кемгә тултырманан өлөш тотторола. Тултырма һәр һуғым ашында булырға тейеш, әгәр хужабикә уны бешермәһә, уны ялҡаулыҡта ғәйепләйҙәр.
Һуғым ашы әҙерләгәндә шулай уҡ салыу һөйәген бешерәләр. Уны малды салған кешегә бирәләр. Әйткәндәй, был кешенең “ҡулы еңел” йә “ҡулы ауыр” тигән һынамыш та йөрөй, шуға күрә һәр кем һуғымға тигән малын ауылдың “ҡулы еңел” кешеһенән салдырырға тырыша. Ундай кеше салһа, ит тәмле була. Был ышаныу дөрөҫтөр, тип уйлайым. Бер йылы һуғым итен күпме бешерһәк тә, ҡаты булды, аҙаҡ уның ауылда “ҡулы ҡаты” тигән яманаты сыҡҡан күрше ағайҙың салғанын белдек. Күрәһең, халыҡтың йылдар дауамындағы һыналған ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар итеү кәрәктер.
Һуғым ашына килгәндәрҙең алдына шулай уҡ өлөштәр бүленеп һалына, аҙаҡ тәмле, туҡлыҡлы ит һурпаһында бешкән бишбармаҡ ҡуйыла. Ҡунаҡтар изге теләктәре менән байрамды башлап ебәрә:
– Һуғымығыҙ һимеҙ булһын!
– Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын!
Һуғым ашағас, ҡоротлап-борослап һурпа алып киләләр. Был ваҡытта әйтелә торған теләктәр:
Артабан һуғым ашын тамамлап, өлөштәрен алып, хужаларға фатихалар уҡылғас, сәй табынына тәмле ризыҡтар ҡуйыла. Уңған хужабикәләр был көнгә сәк-сәк, төрлө бәлеш-бөйөрөктәр бешерә. Һуғым байрамының күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән аралашып та барыуы мөмкин.