Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 15:04

Хәтер ипкендәре...(Аҙағы)

Оло тормошҡа илткән һуҡмаҡтар.

Тормошомда 1964 йылда мөһим ваҡиға булды: мине КПСС ағзалығына кандидат итеп ҡабул иттеләр. Шәхси фронтта ла эш һәйбәт – Фәрзәнә менән мөнә­сәбәт градусы күтәрелә бара. Исеме менән өндәшкәндә наҙлылыҡ етмәгәндәй тойолғас, мин уны юға­рыраҡ “категория”ға күсереп, “ир­кәм” тип өндәшә башланым. Һөй­ләшеп, көлөшә инек, “ҡартайғас та “иркәм” тип әйтерменме икән”, тип. Инде һикһәнгә етеп киләбеҙ, бер сәйерлеге лә юҡ – һаман иркәм! “Иркәм” һүҙе менән бәйле бер ла­ҡап та бар беҙҙең ҡорҙа. Бер ваҡыт Рауил Бикбаевтың хәләл ефете Фәриҙә ханым “Рауил, бына Тәлғәт Фәрзәнәне матур итеп “иркәм” тип йөрөтә, һин ниңә миңә лә шундай иркә исем тапмайһың?” Тирә-яҡта­ғылар шым булды, яуап көтәләр. Рауил ҡарап торҙо-торҙо ла, “ярар, әтеү, мине һине “күркәм” тип йөрө­төрмөн”, тине. Рауилдың тапҡыр­лы­ғына рәхәтләнеп көлөштөк, шул арала күп мәғәнәле һүҙ ҙә табып өлгөрҙө. Йәбешмәне был исем Фәриҙә ханымға, Рауил да улай өндәшмәне, шундағы башҡалар ҙа, сөнки бик тыйнаҡ, бик тәртипле, сабыр, тыныс ҡатын ул...
Иркәм менән “шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр” баш ҡалабыҙҙың көләс йөҙлө урамдары, беҙҙең турала ла “япраҡ яра-яра” һөйләйәсәк йүкә аллеялары тулы хыялдарын эсеп-һемереп ҡаланы ҡыҙырабыҙ. Театрҙар, кинотеатрҙар, филармония, концерт залдары – беҙҙеке.
Яҙға табан военкомат саҡыртты. Врачтар “гландаларыңды алырға кәрәк. Йөрәгеңде лә тикшертәбеҙ”, тинеләр. Тамаҡҡа операция тиҙ ҙә, еңел дә үтте, ә йөрәккә килгәндә – “недостаточность митрального клапана” тигән диагноз ҡуйҙылар. Ул ни була ул, тигәнгә, порок кеүек бер ауырыу, тип аңлаттылар. Етмәһә, радикулит, ревматизм тип тә өҫтәнеләр. Был нисек була инде? Физик эштәрҙе көсәнеүһеҙ эшләйем, икешәр ботло герҙәрҙе еңел күтәрәм, йөрәк ауыртҡанын бер ҙә тойғаным да юҡ.
Больницаға һалдылар, дауалайҙар. Минең, тәбиғи, кәйеф юҡ. Берҙән-бер көн 50 йәштәр тирәһендәге санитарка апай: “Что, молодой человек, невесел? Что там у тебя болит?” Әйткәйнем диагнозды: “Э-э, плюнь, не думай об этом, вот я с пороком сердца сколько десятков лет живу, все нормально будет”, тип дәрт­ләндергес һүҙҙәр әйтеп, йән өрҙө – исеме Настя ине буғай апайҙың. Шул тиклем ваҡытында әйтелде был һүҙҙәр, бөгөн дә рәхмәт уҡыйым мин уға. Дөрөҫ, йөрәк арҡаһында армияға алманылар, әммә 2003 йылда инфаркт булғансы, һыҙланып этләнмәнем.
Ул арала отпуск та килеп етте. Ауылға ҡайтҡайным, әнейем һигеҙ йыл элекке, мин интернатта уҡығандағы көйөн яңынан көйләй башланы. “Балам, ҡайт, өй төҙөп бөттөк, матур итеп бергә йәшәрбеҙ, бер үҙемә ҡыйын бит”. “Һуң, әней, кеше нисек тә Өфөгә күсергә, унда эшкә урынлашырға тырышып ята”, тип үҙ фекеремде аңлатам. “Ҡайт, балам, бер үҙемә ҡыйын”. Уйланым-уйланым да ҡайтырға булдым. Өфөнө, эшемде, йөрөгән ҡыҙымды ҡалдырып. Туған мәктәбемдә директор, завуч вазифаларын тәҡдим иттеләр, тик мин уҡытыусы булып ҡайттым. Ике айҙан КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына саҡырт­тылар, ВЛКСМ ҡала комитетының II секретары итеп тәҡдим итәсәкбеҙ, тинеләр. Нисек кенә ҡаршылашып ҡараһам да, октябрь аҙағында һайлап ҡуйҙылар.
Маҡарымды өсөнсө тапҡыр ҡалдырам. Комсомолдың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары булып Рөстәм Мәхмүт улы Фәхретдинов эшләй. Шәп секретарь ҙа, елле егет тә ине ул.
Мин Ишембайҙа эш баш­лағас, иркәм был ҡалала йәшәгән оло апаларын нығыраҡ һағына башланы, ахырыһы, уларға килеүе йышайҙы. Ул килгәндә осрашабыҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Училищены бөтөргәнсе өйләнешеү кәрәк булыр, юҡһа әллә ҡайҙа йүнәлтмә биреп ҡуйыуҙары бар. Апрелдең 23-өндә яҙылыш­тыҡ. Иң ғәжәбе, аптыратҡаны – уңайһыҙландырып, шатландырып беҙҙең ғаилә ҡороу тантанаһында КПСС-тың Ишембай ҡала комитеты секретарҙары ҡатнашыуы. Беренсе секретарь хөрмәтле Миңле­йәр Бәхти улы Ғазнанов секретар­ҙары Рим Әхмәровты, Борис Кутимовты, ҡала советы рәйесе Владимир Поляковты, район советы рәйесе Олег Евсеевты эйәртеп ЗАГС-ҡа килеп, беҙгә бәхет теләп шампан шарабы күтәрҙеләр. Улар­ҙың бындай рәүештә фатиха биреүҙәре гел иҫебеҙҙә булды, уға тоғро булып матур йәшәргә тырыштыҡ.
1967 йылда улыбыҙ Азамат тыуҙы. Исеме лә ниндәй бит әле – Азамат – ауыҙ тултырып әйтеп була. Мәғәнәле. “Азамат” йырын­дағы “Алыҫтарҙан ай күренә” тигән һүҙҙәр шаңдауылай улыбыҙ ҙа бейектә булыр, алыҫтарҙан күре­нер тип юрайбыҙ. Шөкөр, исемен аҡлай улыбыҙ.
Бер ваҡыт Ишәй ауылына “III Интернационал” колхозы комсомолецтары йыйылышына китеп барам. Башҡортса сығыш яһарға кәрәк, тигән ҡарарға килдем, ике-өс рус егете лә башҡортса аңлай бит. Шунан һуң башҡорт аудиторияһында гел генә рәсми даирәлә ҡулланылыуҙан яйлап төшөп ҡала барған туған телемдә сығыш яһай торған булдым... Партия хакимлығы ваҡытын­да халыҡ араһына пропагандистик группалар ебәрә торғайнылар. Сираттағы бындай командировка Күгәрсен районына булды. Ип­тәштәремә сығыш яһар пункттарын билдәләгәс, КПСС-тың район комитеты секретары Ғиниәт Сәйфи улы Аҙнабаев миңә өндәште. “Һеҙ башҡорт телендә сығыш яһауға нисек ҡарайһығыҙ? Юҡһа төпкөл­дәгерәк ауылдарҙа ҡәрҙәштәребеҙ рус телендәге сығыштарҙы аң­ла­шылып бөтмәй, тиҙәр”. “Комсомол йыйылыштарында мин үҙебеҙҙең телдә сығыш яһайым. Ә тотошлайы менән тигәндәй, сәйәси, ижтимағи, иҡтисади терминдар тулы лекцияны башҡортса һөйләүе ауыр булыр, халыҡ та аңламаҫ”, тип яуаплайым. “Тәүге сығыштарың ҡыйын булыр, әммә халыҡ аңлар”, тине. Тәүге лекция ҡыйын уҡылды, артабан тамам өйрәнеп киттем. Рәхәтләнеп сығыш яһайым, туған телемдең матурлығын аңлап, нескәлектәренә төшөнөп, ҡулланыу даирәһен киңәйтергә тырышып. Минең күңелемдәге был тере ҡуҙҙарҙы дөрләтеп, гөлтләтеп ебәреүгә ҙур өлөш индергән фронтовик, педагог, ысын партия эшмәкәре Ғиниәт Сәйфи улы Аҙнабаев ағайҙы йыш иҫкә төшөрәм. Уның такты, әҙәпле, илтифатлы итеп тыныс ҡына өгөтләгәне, дәрт өргәне, телебеҙ матурлығына инандырырға ты­рышҡаны өсөн рәхмәттәр әйтә-әйтә... Халҡыбыҙҙа туған телебеҙ абруйын нығытырға, уларҙың көндәлек тормошобоҙ юлдашы, мәңгелеккә беркетелгән миллилек билдәләре икәнен оноттормаҫҡа тырыша инек үҙебеҙсә. Бер йәй бесән әҙерләү осоронда райондан сыҡҡан яҙыусыларҙы саҡырып, йәштәр менән осрашыу үткәрергә булдым. Сәйерһенеп ҡабул итеү­селәр булды был сараны – бесән өҫтөндәме? Шулай ҙа ҡаршы төшмәнеләр. Саҡырған яҡташ-ҡәләм оҫталарыбыҙҙың да күбеһе килде. Башҡорт Корчагины Әрмет ауылынан Ибраһим ағай Ғиззәтул­лин, Кинйәбулаттан Риф Мифтахов, Ғүмәрҙән Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, ҡыуанысҡа ҡыуаныс өҫтәп килгән Рәми ағай Ғариповтар дүрт көн буйы Әхмәр, Ҡанаҡай, Әрмет, Ғүмәр ауылдарында халыҡ менән осрашып йөрөнө. Ул осрашыуҙар төн ауыш­ҡас ҡына – кешеләр өй эштәрен тамамлағас башлана ине. Йәштәр төнө буйы рухи аҙыҡ ейеп, йоҡлап та тормай таң менән эшкә таралышалар ине...
1968 йыл социалистик илдәр өсөн борсоулы булды: Чехословакияла илде “демократлаштырыу” хәрәкәте ҡуҙғалды. Совет халҡы ла ниндәйҙер сара күрелергә тейеш тип иҫәпләне. Фекерҙәрҙе аңлар, белер, йыйыр өсөн һәр ерҙә партия активы йыйылыштары уҙғарылды. Миңә лә сығыш яһарға ҡушылды. Үҙемдең аң-белем, мәғлүмәт кимә­лемдән сығып, “йәштәргә был хәрәкәтте, уның төп маҡсатын аңлатыуы ҡыйын. Йәштәр ниндәй ҙә булһа сара күрелергә тейеш тип талап итәләр”, тип сығыш яһа­ным. Сара күрелде – Чехосло­вакияға социалистик илдәрҙең ғәскәри частары индерелде. Аҙағы билдәле.
Ишембай ҡала партия ойош­маһы беренсе секретары Миңлейәр Бәхти улы Ғазнанов булғанда геүләп эшләй ине. ВЛКСМ ҡала комитетының да абруйы ҙур. Республикала ла беҙҙең ҡала ойошмаһы яҡшы иҫәптә. Бәлки, шуғалыр ҙа мине ВЛКСМ Үҙәк Комитетының комсомолдың 50 йыллығына арналған тантаналы пленумына барасаҡ Башҡортостан делегацияһына индерҙеләр. Ундай оло форумда беренсе тапҡыр ҡатнашыуым. Бар ерҙә йәшлек дәрте урғыла, күтәренке кәйеф бар планетала тантана иткәндәй. Күпме күренекле шәхестәр – ветерандар, геройҙар, космонавтар, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре, хеҙмәт алдынғы­лары, спортсылар. Генераль секретарь Л.И. Брежневтың телмәре хаҡында, “Салауат ҡала комсомол ойошмаһы Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ниндәй эмо­цияларға бирелгәнебеҙҙе, ғөмүмән, ишеткән-күргәнде, биләгән хис-тойғоларҙы ҡайтҡас ҡала комсомол активын йыйып, бәйнә-бәйнә һөйләнем, уларға еткерергә тырыштым. Көн­дәлек эшебеҙгә сумдыҡ. 1969 йыл башында ҡалаға “Ленинец” гәзите корреспонденты Булат ағай Ра­фиҡов килде. Миңә мәҡәлә яҙа торорға ҡушты, үҙе ҡала һәм райондан байтаҡ материал йыйып, уларҙы яйлап гәзиттә сығара барҙы. Минең мәҡәләне лә алды, “баш ҡуймағанһың икән, ярар, уйларбыҙ, табырбыҙ”, тип Өфөгә ҡайтып китте. Тапҡан. Гәзиттә эре хәрефтәр менән йыйылған “Встреча с будущим министром” тигән баш менән мәҡәләм сыҡты. Бындай баш күптәргә “шулай инде, буласаҡ министр” тип кинәйәләп шаяртыуға етә ҡалды.
Ғаиләнең етди пробле­ма­һын – иркәмдең юғары белем алыу мәсьәләһен хәл итеү ваҡыты ла етте. 1968 йылда асылған Өфө сәнғәт институтында быйыл вокал бүлеге асыла. Шунда барасаҡ. Иркәмдә бер аҙ икеләнеү ҙә бар: эш мәсьәләһе нисек булыр? Өфөгә күсерһеңме? Ҡайҙа йәшәр­беҙ. “Башта кер әле, әмәле табылыр”. Июль айында иркәм институт­ҡа инергә тип Өфөгә юлланды. Мин дә отпуск алып уның менән бергә киттем. Өфө урамында Владимир Свиридов – комсомол Өлкә комитетында спорт һәм оборона-масса эштәре бүлеге мөдире осраны. “Талгат, я ухожу с работы. Хочу предложить на это место твою кандидатуру. Как посмотришь?” – ти был. Ә беҙҙең уйҙа Өфөлә эш табыу түгелме? “Подумаю”, тинем. Шул уҡ көндә төштән һуң өлкә комитет секретары Нина Пищаева ҡаршыма килә. “Ой, хорошо, что встретила. У меня Вазифа Байтурина (ул мәктәп йәштәре һәм пионерҙар бүлеге мөдире урынбаҫары) уходит на учебу в Высшую партийную школу. Я хочу предложить на ее место твою кандидатуру”. Ҡыҙыҡ. Тағы ла “подумаю”, тинем. Байкал минең Өфөлә йөрөгәнде ишеткән дә, миңә кереп сыҡһын әле, тигән. Киттем. Байкал Ғәбитов – пропаганда һәм агитация буйынса секретарь, бер үк ваҡытта бүлек мөдире лә, “Риф Әйүпов – пропаганда һәм культура-масса эштәре бүлеге мөдире урынбаҫары аспирантураға китә. Мин һине шул вазифаға саҡырам”, ти. “Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәре шул буламы икән?
Хөмәйрә апайым, Риф абыйым менән кәңәшләштек тә, минең дә күңе­лемә ятҡан пропаганда һәм культура-масса эштәр бүлегенә туҡталдыҡ. Бер аҙна эсендә пленум үткәреп, яңы беренсе секретарь һайла ла 1 августа эшкә сығырһың, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Пленумға әҙерләнгән арала ауылға ҡайтып, әнейемә был яңылыҡты һөйләнем. Әнейем әҙерәк күңелһеҙләнгәндәй булды, әммә аңланы. “Юҡҡа ғына минең Хызыр Ильясым өс сүрәткә инеп Өфөгә эшкә йүнәлтмәгәндер. Инде Өфөнән ауылға өсөнсө тапҡыр әйләнеп ҡайтмамдыр, яҙмышым – Өфөлөр”, тинем. Фатихаһын бирҙе әнейем. Ҡала комитеты пленумында беренсе секретарь итеп бығаса II секретарь булған Зөбәйер Зөл­ҡәрнәевте һайланыҡ. Мин Өфөгә эшкә күстем. Артымдан уҡ 1 сен­тябргә иркәм килеп етте. Өфө дәүләт сәнғәт инсти­тутының вокал кафедраһында уҡырға...
Читайте нас