Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тиран иренән ҡасып киткән ике балалы Алина П. исемле ҡатын тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде.
Иҫке барактан бүлмә алған ғаиләнең йәшәү шарттары бик насар, ә әсәнең өлкән ҡыҙы инвалид икән, етмәһә коммуналь хеҙмәттәр өсөн булған бурысы арҡаһында үҙенең банк картаһынан файҙалана алмай.
“Изгелек йәйғоро” социаль ярҙам үҙәге ирекмәндәре уларҙың проблемаларын хәл итергә йыйынып, “КП-Өфө” баҫмаһы аша кешеләргә матди ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Бер нисә көн эсендә ғаиләнең торлағын ремонтларлыҡ, бурысын түләрлек сумма йыйылған. Баланың инвалид икәнен раҫлаған белешмә әҙерләнә. Уны суд приставтарына тапшырғас, Алинаға банк картаһын ҡабаттан ҡулланырға мөмкин буласаҡ.