Испанияның Севилья ҡалаһында йәшәгән бер төркөм яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың милли байрамы “Ҡаҙ өмәһе”н үткәреп, социаль селтәрҙәрҙе шаулатты.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылы ҡыҙы Нәзилә Юнысова менән бәйләнешкә инеп, Испания ерендә үткән башҡорт байрамы хаҡында ентекләберәк һораштыҡ.
Ул Испанияның Севилья ҡалаһында 2007 йылдан алып йәшәй һәм испанға тормошҡа сыҡҡан. Күптәр хәтерләйҙер, тап ошо йылдарҙа Башҡортостандан бер төркөм ҡатын-ҡыҙ Испания һәм Италия илдәренә эш эҙләп китте, күптәре шунда кейәүгә сығып тороп ҡалды. Бөгөн улар сит ерҙә туған телебеҙҙе онотмай, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, йолаларыбыҙға, байрамдарыбыҙға, йыр-моңобоҙға хыянат итмәй, киреһенсә, уларҙы таратыу һәм башҡа милләттәргә күрһәтеү, таныштырыу өсөн бар тырышлығын һала. Үҙ ереңдә башҡорт булыу бер ни тормай, ә бына һин сит ерҙә башҡорт булып ҡара, тигән шағир һүҙҙәренсә, Башҡортостандан йыраҡта улар халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен күрһәтә, йолаларыбыҙҙы атҡара.
Ғаиләләре менән аралашып йәшәгән ҡыҙҙар, йәғни Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан Альбина Мәһәҙиева, Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Лилиә Иҫәндәүләтова һәм Нәзилә Юнысова “Ҡаҙ өмәһе” байрамын үткәрергә тәүәккәллек иткән.
– Иптәшемдең ағаһы бик күп ҡаҙ көтә. Йыл һайын беҙгә үҙҙәре һуйып, таҙалап ҡаҙҙар биреп ҡайтара. Интернет селтәренән тыуған яҡтарҙағы туғандарымдың, дуҫтарымдың сәхифәләрендә “Ҡаҙ өмәһе”нән фотоларын күреп, үҙемдең дә ҡаҙ йолҡҡан, өмәләрҙә ҡатнашҡан мәлдәрем иҫкә төшөп китте. Ауылдаштарым хәтерләйҙер әле, мин ҡаҙ йолҡоуға бик оҫта булдым, әсәйем беҙҙе был эшкә бәләкәйҙән өйрәтте. Иптәшемдең ағаһына ҡунаҡҡа барғанда, ошо хәтирәләремде иремә һөйләнем, бында йәшәгән әхирәттәремә әйттем. Шунан ҡапыл “Ниңә беҙгә лә “Ҡаҙ өмәһе” байрамын үткәрмәҫкә?!” тигән уй тыуҙы. Хәләл ефеттәребеҙ ҙә ҡаршы килмәгәс, тәүәккәлләнек, – ти Нәзилә Юнысова.
Күптәрҙе уларҙың фотоһүрәттәге ҡаҙҙар эленгән көйәнтәләр ҡыҙыҡһындырғандыр, моғайын. Был һорауҙы мин үҙем дә бирмәйенсә түҙә алманым. Баҡтиһәң, беҙҙең яҡташ ҡыҙҙарыбыҙ, байрамдарҙы парктарҙа үҙҙәре концерттар ҡуйып, халҡыбыҙҙың төрлө байрамдарын ойоштороп, башҡа милләт халҡына күрһәтеп йөрөй икән. Былтыр 8 Март байрамында улар бик шәп концерт ойошторған. Беҙҙең республиканан ғына Севилья ҡалаһында 30-ға яҡын ҡатын-ҡыҙ бар, уларҙың күбеһе ошонда кейәүгә сығып, донъя көтә. “Үҙебеҙ ойошторған концерт-байрамдарға испан кейәүҙәрен, уларҙың туғандарын һәм дуҫтарын да саҡырабыҙ”, – ти әңгәмәсем.
– Беҙҙең сығыштарҙы һәр саҡ яратып ҡабул итә тамашасы. Йырлайбыҙ ҙа, бейебеҙ ҙә. Әле пандемия осоронда илдә комендант сәғәте индерелгән, шуға күрә күберәк өйҙә ҡалырға тура килә, әммә ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Ҡорама эшләү менән булышабыҙ, төрлө әйберҙәр тегәбеҙ. Яҙ еткәс, һабантуй үткәрергә уйыбыҙ бар. Тыуған яҡтар шул тиклем һағындыра, бер аҙ булһа ла шул һағышты баҫыр өсөн бер-беребеҙ менән аралашып, үҙебеҙсә һөйләшеп, милли ризыҡтарыбыҙҙы бешереп, күңелдәребеҙҙе бушатып алабыҙ, – ти Баймаҡ ҡыҙы.
Көйәнтәләргә килгәндә, уларҙы Нәзилә Юнысованың ире эшләп биргән. Тал сыбыҡтарын ҡырҡып, уны бәйләп, ҡояшта киптергәндән һуң, Нәзиләнең өйрәтеүе буйынса бына тигән көйәнтә эшләнгән. Көйәнтәләрҙе иңдәренә һалып, ҡыҙҙар бейегән дә, ә был юлы улар “Ҡаҙ өмәһе”нә бик кәрәкле булып сыҡҡан. Көйәнтәләргә ҡаҙҙарҙы элеп, тиҙ генә йылға буйына төшөп тә килгәндәр. Аҙаҡ бер ҙур ҡаҙҙы бешереп, хужабикә булараҡ, Нәзилә Юнысова уларҙы өлөштәргә бүлеп таратҡан. “Ҡыҙҙарға – ҡанат биреп, ошо ҡанаттар һеҙгә тыуған яҡтарға ҡайтырға насип итһен, тип теләнем”, – ти ул.
Һәр хәлдә, сит ерҙә тәрбиәләнгән ҡаҙҙың ите лә тыуған ерҙәренең йомшаҡ үләнен ашап, йылғаларында ҡойоноп үҫкән бәпкәләрҙеке кеүек булмағандыр, әммә уны башҡортса итеп әҙерләүҙәре, “Ҡаҙ өмәһе” үткәреүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: испандарҙа ла тултырылған ҡаҙ бик популяр икән. Улар ҙа ҡаҙҙың эсенә алма һәм ҡара емеш менән дөгө һалып, уны тегеп, мейестә бешерә. Ресторандарҙа ла был ризыҡ бик затлыларҙан иҫәпләнә. Киләһе йыл Испанияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ “Ҡаҙ өмәһе” байрамын фотоһүрәттәр менән генә түгел, ә видеоға яҙҙырып, уны хас үҙебеҙсә үткәрергә уйлай. Тимәк, киләһе йылда ла беҙ гәзит уҡыусыларҙы милли байрам менән таныштырырбыҙ әле.
Нәзилә Юнысова тормош иптәшен ике тапҡыр Баймаҡҡа, тыуған ауылына алып ҡайтҡан. “Бик оҡшатты беҙҙең Башҡортостанды. Бигерәк тә тәбиғәтенә хайран ҡалды”, – тип йылмая ул. “Сит ерҙә иң һағындырғаны һеҙҙең өсөн нимә?” тигән һорауыма: “Ап-аҡ, йомшаҡ ҡарҙарҙы һағынам. Былтыр февраль айында тыуған яғыма ҡайтып килдем. 11 йыл буйы ҡарҙы күрә алмағайным, бала кеүек ҡарҙа аунап уйнаным, рәхәтләнеп тәгәрәнем”, – ти яҡташым. Ни тиһәң дә, тыуған ерҙең ҡары ла, һауаһы ла яҡшы.
“Әммә Испанияла йәшәү өсөн шарттарҙың уңайлы булыуы, халҡының алсаҡлығы, асыҡлығы һоҡландыра. Халыҡ шул тиклем мәҙәниәтле, итәғәтле. Бер нәмә һораһаң, эйәртеп тигәндәй үҙе алып бара шул ергә, бар эшен ташлап, һиңә ярҙам итә. Урамда кешеләрҙең һәр саҡ йылмайып йөрөүе башта аптырата ине, хәҙер өйрәндек. Урындағы халыҡ милли байрамдарын ныҡ ихтирам итә, һәр саҡ билдәләй. Йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә лә тоғро ул испандар, – тине әңгәмәсем.
Сит ерҙәрҙә йәшәһәләр ҙә, үҙҙәренең милли асылына тоғро ҡалған яҡташтарыбыҙға “афарин” тиергә генә ҡала. Артабан да халҡыбыҙҙың йыр-моңон, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен бүтән милләт халҡына күрһәтегеҙ. Улар ҙа Башҡортостанды, башҡорт халҡын белһен, тиҙҙән үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан был бигерәк тә мөһим.