Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 16:30

Белорет егете юғалған

Рафаэлдең хәтерен юғалтыуы бар.

Белорет районының 44 йәшлек кешеһе Рафаэль Мәхмүтов ғәйеп булған. Ирҙе эҙләү тураһында “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.
Ир райондың Исмаҡай ауылынан 7 декабрҙә юғалған. Ул өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Туғандары белдереүенсә, уның хәтерен юғалтыуы ихтимал.
Рафаэлдең билдәләре: буйы 175 см, уртаса буй-һынлы, сәстәре ҡара-көрән, күҙҙәре һоро-йәшел төҫтә. Юғалған көндө ул күкрәгендә ҡыҙыл һыҙаттары булған ҡара куртка, зәңгәр джинсы салбар, күк свитер, ҡара итек һәм ҡара шапка кейгән.
Уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 112 йәки 8-800-700-54-52 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Лиза Алерт".
Читайте нас