Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 15:15

Быйыл Яңы йыл ҡаласыҡтары ниндәй буласаҡ?

Министрлыҡ тәҡдимдәрен еткерҙе. Уларҙы үтәү мотлаҡ!

Коронавирус Яңы йыл байрамын билдәләүгә лә үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Пандемия арҡаһында быйыл республикала былтырғы йылдар менән сағыштырғанда күберәк ҡаласыҡтар эшләргә, шулай уҡ тораҡ йорттар ихаталарында Яңы йыл ҡаласыҡтары булдырыу ҡарары ҡабул ителгән.
– Байрам итеү ҡала үҙәгендә генә булыуына юл ҡуйырға ярамай. Халыҡты йәлеп итәсәк күңел асыу саралары ҡала һәм ауылдарҙың төрлө өлөштәрендә ойошторолорға тейеш, – тине вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Яңы ҡыл ҡаласыҡтарын ойоштороу һәм тәртиптә тотоу буйынса регламент әҙерләгән, уны ҡала һәм район хакимиәттәренә йүнәлткән. Быйылғы мөһим талаптар: министрлыҡ тәҡдим иткән типик схема буйынса эшләргә, ҡаласыҡтарҙы ҡаланың төрлө өлөштәренә таратып ҡуйырға, аша сығыу урындарын тәьмин итергә, ковидҡа ҡаршы инспекторҙар билдәләү.
Кешеләр бер урында күпләп йыйылмаһын өсөн боҙ фигуралары араһында интервал булдырыу, иллюминация һәм бәләкәй архитектура формалары араһында етәрлек арауыҡ ҡалдырыу, ҡаласыҡ буйынса хәрәкәт итеү маршруты булдырыу, унда бер нисә инеү һәм сығыу урыны эшләү кәрәк. Ҡаласыҡтарҙың мәғлүмәт стендтарында йәмәғәт киңлегендә коронавирус пандемияһы шарттарында үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләре яҙылырға тейеш. Сир билдәләре булған кешеләрҙе уларға индермәйәсәктәр.
Хакимиәт вәкилдәре, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ингән махсус комиссиялар Яңы йыл ҡаласыҡтарын хәүефһеҙлеккә һәм боҙ скульптураларының ныҡлығына, сикләүҙәр һәм электр ҡорамалдары төҙөклөгө, ойоштороу һәм тәртиптә тотоу регламентын үтәүгә тикшерә башланы ла.
Фото: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Читайте нас