Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 06:30

Эшселәрен ҡайғыртмаҡсы

БСК үҙ биҫтәһен булдырырға йыйына

Ҡуштау ваҡиғаларынан һуң ил Президенты Владимир Путин хоҡуҡ һаҡлау органдарына "Башҡорт сода кампанияһы"н законлы хосусилаштырғандармы икәнлеген тикшерергә ҡушҡайны.
Прокуратура тикшергәндән һуң хосусилаштырыу мәлендә закон боҙоуҙарға юл ҡуйылыуы асыҡланды һәм Арбитраж суд БСК акцияларын дәүләткә кире ҡайтарып биреү тураһында ҡарар сығарҙы.

Ошо ваҡиға менән бәйлеме, әллә алдан уҡ уйланылған эш булғанмы, яңыраҡ БСК-ның генераль директоры Эдуард Давыдов Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенә үҙ эшселәренә торлаҡ йорт комплексынан торған биҫтә (микрорайон) төҙөү өсөн ер участкаһы һорап мөрәжәғәт иткән.

БСК-ның торлаҡ программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Алдан билдәләүҙәренсә, БСК эшселәре өсөн торлаҡ төҙөү майҙаны экологик яҡтан таҙа тип иҫәпләнгән Ольховка йылғаһы буйында урынлашасаҡ. Был биҫтәлә БСК төрлө типтағы күп фатирлы 12 йорт, балалар баҡсаһы, мәктәп, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, юл, йәмәғәт транспорты өсөн туҡталыш һәм башҡа объекттар төҙөүҙе планлаштыра. Э.Давыдов белдереүенсә, фатирҙар БСК-ла эшләп йөрөүсе торлаҡҡа мохтаждарға, фатирҙарын иркенәйтергә теләүселәргә, шулай уҡ Стәрлетамаҡҡа күсеп килергә теләүсе юғары квалификациялы белгестәргә процентһыҙ, оҙайлы ваҡытҡа бүлеп түләү шарты менән биреләсәк. Пландары килеп сыҡһа, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тағы ла бер биҫтәһе ҡалҡыр тип көтөлә.
Читайте нас