Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 16:00

Иң яҡшы шәфҡәт туташы беҙҙә!

Ирина республика кардиология үҙәге коллективы ышанысын аҡланы...

Республика кардиология үҙәгенең баш шәфҡәт туташы Ирина Назарова “Баш шәфҡәт туташы-2020” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Яҡташыбыҙҙың мәртәбәле бәйгелә һыр бирмәүе, республика намыҫын лайыҡлы яҡлауы өсөн беҙ ҙә шатбыҙ!
Ирина Риф ҡыҙы конкурсҡа “Шәфҡәт туташы эшенә сифат менеджментының интеграцияланған системаһын индереү” проектын тәҡдим иткән. Абруйлы жюри ағзалары 71 проект араһынан Ирина Назарованың проектын иң яҡшыһы тип таныған.
Кардиология үҙәгендә һуңғы йылдарҙа ошо проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә медицина учреждениеһы эшмәкәрлегендә һәм структураһында ҙур ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелгән. Мәҫәлән, медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшырған, стационарҙа дауаланыу ваҡыты ҡыҫҡарған, ауырыуҙар өсөн уңайлыҡтар артҡан. Бында дауаланған пациенттарҙың ҡәнәғәтлек белдереүе, рәхмәт һүҙҙәре ҡалдырыуы ошо хаҡта яҡшы һөйләй.
Үҙәктә иғтибарға лайыҡ булырлыҡ күп төрлө ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла. Ирина Назарова әйтеүенсә, был еңеү тотош берҙәм коллективтыҡы.
”Бындай уңған команда менән эшләү бары алға, яңы бейеклектәргә әйҙәй. Айырыуса үҙәктең эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән баш табип Ирина Николаеваға ҙур рәхмәт!” - ти конкурста еңеүсе баш шәфҡәт туташы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас