Күптән түгел социаль селтәрҙә Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәүсе ветеран-уҡытыусы үҙе үҫтергән шыршыны Яңы йыл ҡаласағын биҙәү өсөн ҡырҡтырырға рөхсәт биреүе хаҡындағы видео ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Арабыҙҙа изге күңелле кешеләр күп.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында йәшәүсе пенсионер Владимир Ефимов та үҙенең йорто алдындағы ун биш йыл тәрбиәләп үҫтергән шыршыһын Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн бүләк иткән. Уның шыршыһы бөгөн Көньяҡ биҫтәһенең "Полушка" магазины янындағы Яңы йыл ҡаласағын биҙәй.
Владимир Михайлович был башланғыс менән ҡала хакимиәтенә үҙе мөрәжәғәт итә. Алты метрлыҡ ҡарағайҙы күсереп ултыртыу өсөн трактор һәм йөк манипуляторы кәрәк булған. Йәшел һылыуҡайҙы бер сәғәт эсендә кәрәкле урынға алып барып ултыртып, биҙәп тә ҡуйғандар.
- Был ҡарағайҙы йортобоҙҙо төҙөп бөткәс, 15 йыл элек ултыртҡайныҡ. Тағы ла берәү бар, әммә ул бәләкәйерәк. Әле мин үҫтергән шыршыҡай Яңы йыл ҡаласағына йәм һәм биҙәк өҫтәп ултыра. Әммә уйынсыҡтары һәм гирляндалар аҙыраҡ, күберәк булғанда, тағы ла сағыуыраҡ былҡыр ине, - ти ул.
Әйткәндәй, Владимир Ефимов йыл һайын үҙенең йорто алдын "Ну, погоди!" йәнһүрәтенең геройҙары - ҡуян менән бүренең янып торған банер менән биҙәй икән.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.