Өфө полицияһы 9 декабрҙә өйөнән сығып киткән 15 йәшлек Аида Исхаҡованы эҙләй. Уның билдәләре: төҫкә 16-17 йәш, сәсе һорғолт, уртаса буйлы. Ҡара дубленка, ҡара ботинкалар, һоро джинсы һәм ошо уҡ төҫтәге шапка кейгән булған. Әгәр ҡыҙҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының 6-сы полиция бүлегенә хәбәр итеүегеҙ һорала. Телефондар: 8-917-793-55-37, 02, 020, 002.
Өфөлә тағы 16 йәшлек Нурия Христофорованы эҙләйҙәр. “Лиза Алерт. Башҡортостан” хәбәр итеүенсә, ҡыҙ 12 декабрҙә өйөнән сығып киткән дә ҡайтмаған. Билдәләре: буйы – 160 сантиметр, спорт ҡиәфәтле, ҡарағусҡыл-һоро сәсле, күҙҙәре һоро. Нурия аҡһыл күк оҙонса куртка, ҡара салбар, һорғолт күк кроссовки, һоро шапка кейгән булған.
Мәктәп уҡыусыһының ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.