Йәмғиәт
13 Декабрь 2020, 06:00

Яңауыл күҙгә күренеп күркәмләнә

Быйыл Яңауыл ҡалаһының Некрасов урамындағы биләмә төҙөкләндерелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, быйыл Яңауыл ҡалаһының Некрасов урамындағы биләмә төҙөкләндерелде.
Яңыртылған ҡала урамы яңауылдарҙың күңеленә хуш килде. Бында йәйәүлеләр, велосипедсылар, саңғыла һәм роликта йөрөүселәр өсөн юлдар барлыҡҡа килгән. Яңы яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйылған, үҫентеләр ултыртылған, туҡталҡалар йыһазландырылған. Биләмәнең үҙәк өлөшө уйын һәм спорт зоналарына бүленгән. Балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп, уйын зонаһын ҡоймалағандар, резина япма түшәгәндәр. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Яңауылдағы йәмәғәт киңлектәре күҙгә күренеп күркәмләнә.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас