Йәмғиәт
14 Декабрь 2020, 12:00

Байрам ҡаласыҡтары һәм майҙандары арттырылды

Ҡала һәм райондар матур итеп балҡый башланы ла.

Яратҡан Яңы йыл байрамын йола буйынса күңелле, тик хәүефһеҙ ҡаршы алыу һәм үткәреү быйылғы мөһим бурыс, тине вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. Ул оператив кәңәшмәлә Яңы йыл ҡаласыҡтарын ойоштороу, район һәм ҡалаларҙың байрамды ҡаршыларға нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләне.
– Ойошторолған яңы йыл киңлектәре халыҡтың көткәнен аҡларға, матур итеп биҙәлергә, транспорт һәм килеү юлдары менән тәьмин ителергә тейеш. Министрлыҡ Роспотребнадзор талаптарын иҫәптә тотоп муниципалитеттар өсөн регламент әҙерләне. Талап бер - коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш, – тине вице-премьер.
Пандемия арҡаһында быйыл республикала былтырғы йылдар менән сағыштырғанда күберәк ҡаласыҡтар эшләргә, шулай уҡ тораҡ йорттар ихаталарында Яңы йыл ҡаласыҡтары булдырыу ҡарары ҡабул ителгән.
– Байрам итеү ҡала үҙәгендә генә булыуына юл ҡуйырға ярамай. Халыҡты йәлеп итәсәк күңел асыу саралары ҡала һәм ауылдарҙың төрлө өлөштәрендә ойошторолорға тейеш, – тине Борис Беляев.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Яңы йыл ҡаласыҡтарын ойоштороу һәм тәртиптә тотоу буйынса регламент әҙерләгән, уны ҡала һәм район хакимиәттәренә йүнәлткән. Быйылғы мөһим талаптар: министрлыҡ тәҡдим иткән типик схема буйынса эшләү, ҡаласыҡтарҙы ҡаланың төрлө өлөштәренә таратып ҡуйыу, аша сығыу урындарын тәьмин итеү, ковидҡа ҡаршы инспекторҙар билдәләү.
Кешеләр бер урында күпләп йыйылмаһын өсөн боҙ фигуралары араһында интервал булдырыу, иллюминация һәм бәләкәй архитектура формалары араһында етәрлек арауыҡ ҡалдырыу, ҡаласыҡ буйынса хәрәкәт итеү маршруты булдырыу, унда бер нисә инеү һәм сығыу урыны эшләү кәрәк. Ҡаласыҡтарҙың мәғлүмәт стендтарында йәмәғәт киңлегендә коронавирус пандемияһы шарттарында үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләре яҙылырға тейеш. Сир билдәләре булған кешеләрҙе уларға индермәйәсәктәр.
Быйыл Яңы йылды байрам итеүгә әҙерлек алдараҡ башланды һәм муниципалитеттар әҙерләнеп бөттө тиерлек. Ҡаласыҡтар ҡуйылған, шыршылар биҙәлгән, байрам иллюминацияһы тоҡандырылған.
– Муниципалитеттар мәғлүмәттәре буйынса быйыл 1220 үҙәк ҡаласыҡ эшләйәсәк, был былтырғы менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Сауҙа үҙәктәре, клуб һәм белем биреү учреждениелары, парк, скверҙар янындағы майҙансыҡтар һаны ете тапҡырға артҡан (былтыр – 100 булһа, быйыл – 709). 2,5 мең шыршы ҡуйылған, – тине Борис Беляев.
Быйыл ихаталарҙа 730 майҙансыҡ һәм 138 каток эшләнгән. Бөтәһе республика буйынса 800 каток һәм хоккей ҡабы ҡуйыла. Был былтырғы менән сағыштырғанда өстән бер тапҡырға күберәк. Иң күп ҡаласыҡтар Баймаҡ, Баҡалы, Илеш, Ҡырмыҫҡалы райондарында урынлаштырыласаҡ. Иллюминациялар һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Байрам майҙансыҡтарына 3000 ашыу арт-объект ҡуйылған. Бөгөндән улар янында халыҡ бик теләп фотоға төшә.
Вице-премьер район һәм ҡалаларҙа уйлап табылған уңышлы идеялар менән уртаҡлашты һәм матур өлгөләрен күрһәтте. Ул тағы бер тапҡыр муниципалитет башлыҡтарына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе тәьмин итергә ҡушты.
Фото: kudaufa.ru
Читайте нас