Был төбәкте Башҡортостандың Көнбайыш ҡапҡаһы тип тә йөрөтәләр, сөнки илдең үҙәгенән килгән төп юлдар – Мәскәүҙән бөтә ил аша Владивостокка барған тимер юл да, Рәсәйҙең көнбайышын уның көнсығышы менән тоташтырған автомобиль трассаһы ла тәүҙә Туймазы аша үтеп, шунан һуң ғына Өфөгә килә.
Республиканың иҡтисади яҡтан алға киткән һәм халыҡ тығыҙ ултырған төбәге лә Туймазы районы. Ул күп милләтле булыуы менән дә билдәле: бында ҡалала һәм районда 44 мең башҡорт йәшәй, йәғни дөйөм халыҡтың 33,7 проценты тигән һүҙ. Татарҙар – 38,5, урыҫтар 22,8 процент тәшкил итә. Ниндәй башҡорт ырыуҙарының төбәге ул, боронғо ата-бабаларҙан мираҫҡа ҡалған туған тел, милли рух, милли йолалар һаҡланғанмы?
Этнос нигеҙен ырыуҙар тотоп тора
Башҡорт ырыуҙарының нисек таралыуының дөйөм күренешен күҙ алдына килтермәй тороп, айырым Туймазы районын ғына алып ҡарау тарихты дөрөҫ аңлата алмаясаҡ. Башҡорттар беҙҙең эраның I мең йыллығының икенсе яртыһында урманлы-далалы Евразия әүҙем сәйәси процестары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Төрки-хазар, фин-уғыр, һуңғы осорҙағы сармат сығышлы халыҡтар башҡорттар тигән хәрби-сәйәси союз ойошторған.
Киҫкен геосәйәси көнәркәшлек шарттарында башҡорттар оғуздар, ҡыпсаҡтар, артабан монголдар һәм нуғайҙар яғынан хәүефкә уңышлы ҡаршы тора алыуға өлгәшә. Әйткәндәй, артабан ошо һанап кителгән ҡәбиләләр ҙә башҡорт этносы составына инә. Был дәүерҙә Көнсығыш һәм Көнбайыш донъя Көньяҡ Уралды башҡорттар иле – Ард Әл-Башҡорт, Басарция, Баскардия, Башкирия тип атай башлай.
Беренсе тапҡыр “Башкирия” атамаһы ХIII быуатта Симон Кезаиҙың венгр яҙмаларында күренә һәм Скифияның өс провинцияһының береһе итеп билдәләнә, шуға күрә “Башкирия” атамаһы “Рәсәй” атамаһынан йөҙ йылға тиерлек боронғораҡ, ә “Татария” атамаһынан хатта ете быуатҡа олораҡ.
Башҡорт этносын ырыуҙар структураһы хасил итә. Уға төрлөсә барлыҡҡа килгән 45 ырыу берләшмәһе инә. Ырыуҙың хоҡуҡи нигеҙе – ергә аҫабалыҡ, ә Ырыу шәжәрәһе – ошо хоҡуҡтың тулы ҡиммәтле сығанағы. Һәр ырыуҙың үҙ власть һәм хоҡуҡ атрибуттары бар: ағас, тамға, оран, ҡош, һауыт. Уларҙы, риүәйәттәргә ҡарағанда, Сыңғыҙхандан алғандар.
Башҡорттарҙың ырыу системаһы ергә аҫабалыҡ нигеҙендә һаҡланып килгән. Был системаның йәшәү һәләте иҫ киткес көслө: ул Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай урҙаһы аша ҡаршылыҡһыҙ үткән һәм ХХ быуат башында Рәсәйҙә монархия ҡолатылғас ҡына юҡҡа сыҡҡан. Тап ергә аҫабалыҡ хоҡуғы халыҡтың тупланыу һәләте юғары булыуын тәьмин иткән һәм үҙ тарихындағы ауыр осорҙарҙы – мәҫәлән, XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары, ХХ быуат башындағы граждандар һуғышын – үткәреп ебәрергә ярҙам иткән.
Сәнәғәт тә алға киткән, ауыл хужалығы ла
Был административ берәмек 1930 йылда Ахун, Аҙнағол, Бүздәк, Шаран, Суҡаҙытамаҡ, Үрге Троицк улыстарын өлөшләтә ҡушыу нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан, көнбайыштан уны күрше Татарстан Республикаһынан Ыҡ йылғаһы айырып тора. Әйткәндәй, был үтә киң дә булмаған йылғаны күпер аша “бер сәғәт сығырға кәрәк” тип тә шаярталар – ул сәғәт поястарын бүлә. Шаран, Бүздәк, Бәләбәй, Йәрмәкәй райондары менән сиктәш булған был төбәк 2 341 квадрат километр майҙанды биләй. Ошо биләмәнең 29 проценты урман менән ҡапланған, климаты – континенталь, тәбиғәте йыш ҡоролоҡло, ел-дауыллы булыуы менән билдәле.
Туймазы районы республикабыҙҙың сәнәғәт һәм аграр яҡтан алға киткән төбәктәренең береһе иҫәпләнә. Бында Туймазы һәм Октябрьский ҡалалары, ҡала тибындағы дүрт ҡасаба урынлашҡан, ауылдар һаны йөҙҙән арта.
Ошо райондың ғына түгел, бөтә Башҡортостандың йөҙөк ҡашының береһе – Ҡандракүл. Был һыу ятҡылығы ҙурлығы һәм тәбиғәтенең иҫ киткес матурлығы менән элек-электән иғтибарҙы йәлеп иткән. Шуғалыр ҙа инде боронғо башҡорт ырыуҙары ҙур йыйындарҙы ошо күл янында уҙғарыр булған. Күл буйындағы ҡаяларҙың береһендә тарихи Башҡортостандың төрлө яҡтарынан башҡорттарҙың уйып яһалған ырыу тамғалары – миң, бөрйән, бүләр һәм башҡалар – бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған.
Әле Туймазы районында 132 меңдән ашыу халыҡ йәшәй, бер квадрат километрға 56 кеше тура килә. Райондың төрлө милеккә ҡараған 200-гә яҡын предприятиеһы яғыулыҡ, химия, нефть химияһы, машиналар эшләү, целлюлоза-ҡағыҙ, аҙыҡ эшкәртеү һәм башҡа тармаҡтар буйынса продукция етештерә.
Ҡаңны, йылан, байлар, ҡырғыҙ...
Хәҙерге Туймазы районы биләмәһе – Ҡандракүл, Өҫән һәм Нөгөш йылғалары үҙәндәре – ХVIII быуаттың уртаһына саҡлы Ҡаңны ырыуы башҡорттары йәшәгән майҙан булған.
Туймазы районындағы башҡорт ырыуҙары:
ҠАҢНЫ ырыуының тарихы ҡаңғарҙар (печенегтар) менән бәйле, ул Урта Азияның күсмә ҡаңғой халҡының бер өлөшө булып тора. IX быуатта улар оғуздар тарафынан ситкә ҡыҫырыҡлана. Волга буйы далаларында һәм Урал алды тигеҙлегендә дошмандар ҡыҫымына ҡаршы тороу өсөн артабан башҡорт-печенег берләшмәһе ойошторола. Һуңынан печенегтар башҡорттарҙың, шул иҫәптән – ҡаңныларҙың байтаҡ өлөшөн алып тора. Үҙ биләмәләрендә ҡаңнылар һигеҙ ауылға нигеҙ һала. Бынан тыш, 12-се башҡорт кантонының 17-се өлөшөндә припущенниктарҙың (әйлеләр һәм башҡа ырыуҙар) алты ауылы барлыҡҡа килә.
ЙЫЛАН иң ҙур башҡорт ырыуҙары иҫәбенә инә. Уларҙың биләмәләре тарихи Башҡортостандың көнбайышындағы ғәйәт ҙур майҙанды алып торған. Хәҙерге административ картала ҡарағанда, был майҙан көньяҡта Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондарынан башланған. Артабан Туймазы районының көнбайышында һәм Шаран районының көнсығышында Йылан башҡорттары 30-ға яҡын ауылға нигеҙ һалған. Базы йылғаһы үҙәне башынан тамағына тиклем уларҙыҡы булған, бөгөн был ерҙәр Илеш районының көнсығыш һәм Саҡмағош районының көнбайыш өлөштәренә тура килә.
БАЙЛАР ырыуы бүтән башҡорт ырыуҙарынан көнбайыштараҡ урынлашҡан һәм монголдар килгәнгә саҡлы Волга Болғарияһына ингән. ХIII – XIV быуаттарҙа улар Бүләр ырыуы менән берлектә башҡорт ырыуҙарының Байлар-Бүләр конфедерацияһын төҙөй һәм ХIII быуат башында монгол һөжүменә ҡаршы тора.
ҠЫРҒЫҘ ырыуының аҫаба ерҙәре хәҙерге Туймазы районынан Краснокама районына саҡлы һуҙылған һәм күрше Татарстандың Аҡтаныш, Баулы, Ютазы райондарын да үҙ эсенә алған. Был ырыу нигеҙ һалған ауылдарҙың дүртәүһе Туймазы районына тура килә.
ҠОБАУ ырыуының ауылдары Туймазы районының көнсығыш өлөшөндә (хәҙерге Бүздәк районы менән сиктә) урынлаша. “Ҡобау” этнонимы был ырыуҙың Ҡара диңгеҙҙең төньяғында һәм Кавказда йәшәгән ҡомандар менән бәйләнешенә күрһәтә. ХI быуатта ҡомандар көнбайышҡа дала миграцияһында бик әүҙем була, был хәрәкәттә үҙ составына урындағы күсмә ҡәбиләләрҙе лә ала. Ҡобау ҡәбиләһе башҡорттары хәҙерге Туймазы районында өс ауылға нигеҙ һалған.
Туймазы районы башҡорттары боронғо һәм төрлө яҡлы этник-ара һәм тел-ара контакттар зонаһында йәшәй. Ерле халыҡтың һөйләше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенә ҡарай.
Уларҙың лексикаһының ошондай ҡатламдары бар: диалект лексикаһының иң киң һәм боронғо ҡатламын тәшкил иткән дөйөм башҡорт һүҙҙәре; төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ, төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш, көнсығыш һәм көньяҡ диалекттарының дөйөм лексикаһы; урындағы диалект лексикаһы; айырым һөйләштәргә хас лексика.
Башҡорт теленең Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенең грамматикаһы әҙәби башҡорт теленең грамматикаһына яҡын булыуын раҫлай. Был һөйләш хәҙерге Туймазы районында йәшәгән ырыу төркөмдәренә хас. Ул шулай уҡ көнсығыш һәм өлөшләтә көньяҡ диалекттарға ла яҡын, ә был иһә ошо һөйләштең башҡорт теле дөйөм халыҡ системаһында булыуын күрһәтеп тора. Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенең һүҙлек запасының нигеҙен дөйөм башҡорт лексикаһы тәшкил итә, ул барлыҡ тематик кластарҙа ла йәшәй: “ағай”, “буран”, “жиһил” (“яһил”), “ошаҡ” һәм башҡалар.
Төньяҡ-көнбайыш диалект беренсе тапҡыр 1881 йылда күренекле ғалим А. Г. Бессоновтың хеҙмәтендә ҡарала. Ике тапҡыр (1897 һәм 1898 йылдарҙа) Н. Ф. Катанов тарафынан тасуирлана. 1930 йылдарҙағы диалектика экспедицияларында уны дүрт тапҡыр өйрәнәләр. Башҡортостан телселәренең 1954 йылғы экспедицияһында ҡабаттан өйрәнелә. 1955 йылда башҡорт лингвисы Таһир Байышевтың монографияһында ул башҡорт һөйләштәре һәм диалекттары системаһында ҡарала. Ошо уҡ йылда күренекле археолог, антрополог, этнолог, географ Сергей Руденко был диалекттың картографияһын төҙөй.
Туймазы районының һәм бөтә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейеменең бер өлөшө булған күкрәксә урындағы традицияларҙы ла үҙ эсенә алған. Шулай ҙа һәр биҙәүес, элекке өлгөләренә ҡарап эшләнһә лә, шәхсән төҫ алған. Еңел күкрәксә – иҙеү – бер аҙ һуҙыңҡырап, аҫҡы өлөшө ярым-түңәрәк итеп эшләнгән. Муйын аша күкрәксә бау йә булмаһа айырым беселгән ярым түңәрәк (яға) менән беркетелгән.
Күкрәксәнең нигеҙе булып ярым овал формалағы йөн йәки бәрхәт туҡыма хеҙмәт иткән. Уның төп өлөшөнә дуға рәүешендә позумент (киң һәм тар) рәттәре һәм төҫлө таҫма тегелгән. Күкрәксә өсөн биҙәү итеп көмөш тәңкәләрҙе ҡулланғандар. Ғәҙәттә, үҙәк вертикаль рәтте декоратив итергә тырышҡандар, эре тәңкәләр һәм ынйылар шунда беркетелгән.
Төньяҡ һәм көнбайыш райондарҙа күкрәк биҙәүестәре итеп шулай уҡ әмәйҙек, дәүәт, хәситә лә файҙаланылған. Биҙәүестәрҙе һул яҡ иңбаштан уң ҡул аҫтына табан бәйләгәндәр. Уны әҙерләгәндә туҡыма нигеҙгә медальондар, эре тәңкәләр, ынйы, ә ҡайһы саҡ ҡабырсыҡтар ҙа тегелгән.
Ырыуыңды табырға карта ярҙам итер
Туймазыла урындағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем эшләгәнен барыһы ла белә. Һуңғы йылдарҙа ҡоролтай башҡарма комитеты бай эш тәжрибәһе тупланы. Ҡоролтай ағзалары бөтә милли-мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар араһында ошо һуңғы бер нисә йылда ойошторолғандарынан “Салауат көндәре”, һабантуй, “Оҙон көй”, “Ҡурай байрамы” һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Бынан тыш, Башҡортостандың күренекле яҙыусылары, шағирҙары менән осрашыуҙар ҙа даими үткәрелеп тора. Туймазы районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина билдәләүенсә, шулай уҡ ҡала башҡорттарының районда ғына түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән төрлө мәҙәни һәм башҡа сараларҙа ла ҡатнашыуын, уҡытыусыларҙың ғына түгел, уҡыусыларҙың да матбуғат менән дуҫ булыуын билдәләне. Ул бер нисә йыл элек кенә сыға башлаған район-ара “Етегән” гәзитенә яҙылыу барышында ярҙам күрһәткән “Доктор+” йәмғиәте, индустриаль, юридик, педагогия колледждары, “Металлстрой” йәмғиәте һәм башҡа ойошма етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.
– Райондың Телдәр буйынса комиссияһының уңышлы эшләүендә лә ҡоролтай ағзаларының өлөшө ҙур, – ти Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы. – Беҙ йылына бер нисә рейд ойошторабыҙ, алтаҡталарҙа табылған хаталарҙың “хужаларына” хаттар яҙабыҙ, уларҙы комиссия ултырышына саҡырабыҙ.
Яңыраҡ ҡаланың үҙәк китапханаһында башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһының исем туйы үткәрелде. Картаға ике меңдән ашыу ауыл индерелгән. Унда башҡорт ҡәбиләләренең таралып ултырыуын аныҡ күрергә мөмкин. Гәүһәр Фазуллина китапханаға ошо картаны бүләк итте һәм Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышында был картаның күсермәһе барлыҡ райондарға ла бирелеүе тураһында һөйләне.
– Карта үҙенең ғаиләһе һәм ырыуы тарихын белергә теләгән кешеләргә ҙур ярҙамсы булыр тип ышанам, – тине ул. – Унда ауылыңды йәки ырыуың урынлашҡан ерҙе табырға һәм ырыу шәжәрәһен ғилми нигеҙҙә өйрәнергә мөмкин.
Ҡоролтай етәксеһе шулай уҡ Туймазы районы башҡорттарының демографияһы, тарихы һәм мәҙәниәте буйынса “Без – башҡортлар” тигән ғилми-методик ҡулланма ла бүләк итте. Муниципаль үҙәк китапхана директоры Әлфиә Шәйҙуллина билдәләүенсә, карта һәм ҡулланма китапханала лайыҡлы урын аласаҡ һәм уларҙы теләгән бер кешегә файҙаланыу форсаты биреләсәк.
Ошо уҡ көндә үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре “Шәжәрәләрҙә – халҡыбыҙ тарихы” тигән күргәҙмә-өҫтәл ойошторғайны. Белгестәр үҙҙәре һөйләүенсә, китапханала шәжәрә төҙөү методикаһы буйынса ҙур мәғлүмәт тупланған. Улар был шөғөл буйынса китаптар һәм журнал мәҡәләләре менән таныштырҙы, шәжәрә төҙөү миҫалын күрһәтте.
1917 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һуңынан Туймазы районы составына инәсәк ауыл һәм ҡасабаларҙа 25 мең башҡорт иҫәпләнгән. Совет заманында халыҡ иҫәбен алыу мишәрҙәрҙе, типтәрҙәрҙең күпселек өлөшөн, шулай уҡ көнбайыш башҡорттарының байтағын татарҙар иҫәбенә индергән. Был осорҙа этник башҡорттарҙың ҙур өлөшө типтәрҙәрҙең этник ҡатламы эсендә булған (Балтай, Бишҡурай, Ермунса, Таҡтағол, Нарыш, Төрөкмән, Ҡаран-Бишенде, Үрге Бишенде, Татар-Олҡан, Үрмәкәй һәм башҡа ауылдар). Уларҙа төрлө башҡорт ырыуҙарынан булған һәм Йылан, Ҡаңны ырыу төркөмдәренең ерҙәрендә типтәргә әйләнгән халыҡ йәшәгән.
Башҡорт типтәрҙәренең иң билдәле вәкиле – хәҙерге Бүздәк районының Аҡтау ауылынан Муллаян Халиҡов. 1919 йылдың 20 мартында М. Халиҡов Башҡортостандың совет автономияһы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнаша.