Йәмғиәт
15 Декабрь 2020, 14:52

Киҙеү ҡоштарҙы ла аямай

Һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.

Бөтә донъя халҡы коронавирустан ыҙа сиккән ваҡытта йорт хайуандарына ла киҙеү хәүефе янай. Айырыуса ҡошсолоҡ өлкәһе ҡурҡыныс аҫтында.


“Россельхознадзор” хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә бөгөнгә 72 осраҡ теркәлгән. Тәү сиратта Көньяҡ Урал, Себер һәм Волга буйы округтары зыян күргән. Вирус август башында уҡ Силәбе өлкәһендә тарала башлай, унан яйлап Новосибирск, Ҡурған өлкәләренә, Алтай крайына күсә һәм Ҡа­ҙағстанға үтеп инә. Ҡаҙағстандың 14 өлкә­һенең туғыҙы вирустан зыян күрә. Ике аҙна элек ҡош киҙеүе Алматы өлкә­һендә теркәлгән. Илдең ҡошсолоҡ фабрика­ла­рының күбеһе тап ошо өлкәлә урынлашҡан. Әле ул яйлап Үзбәкстанға тарала бара.


Беҙҙе, әлбиттә, күрше Татарстан һәм Силәбе өлкәләрендәге хәл айырыуса борсой. Рес­публикаға сиктәш Мөслим районында биш меңдән ашыу ҡаҙ юҡ ителгән. Зыян күләме миллиондарса һум менән иҫәпләнә.


Омск өлкәһендә “Иртыш ҡошсолоҡ фабрикаһы”, Ростов өлкәһенең иң ҙур ҡошсолоҡ фабрикаһы, Костромала “Буй” фабрикаһы, Татарстанда “Залесный” агрофирмалары бәләгә тарығандан һуң көрсөккә барып терәлеүе ихимал. Һуңғы мәғлү­мәттәргә ҡарағанда, зыян күргән ҡошсолоҡ фабрикаларында йәмғеһе өс миллион ҡош юҡ ителгән. Ә ауырыуҙың ҡасан туҡтары әлегә билдәһеҙ.


Белгестәр билдәләүенсә, хәлдең сәбәпсеһе – йылы һәм оҙайлы көҙ. Йылы яҡҡа осар ҡоштар Рәсәй биләмәһен ташлап китергә ашыҡманы һәм йылға-күлдәрҙә йорт ҡош-ҡорто менән бергә йөрөнө. Иң ҡыҙығы шунда: киҙеү ҡырағай ҡоштарҙа “йоҡлай” һәм хужаһына зыян килтермәй. Быйылғы штамм тәү сиратта шәхси хужалыҡтарҙағы өйрәк, ҡаҙҙар һәм тауыҡтар өсөн ҡурҡыныс. Шулай уҡ күгәрсен, ҡарға, турғай кеүек йорт-ҡура эргәһендә йәшәгән ҡоштарға ла зәхмәт ҡағылып, улар хужалыҡ­тағы ҡош-ҡортто зарарлай.


Ни эшләргә һуң? Ҡош-ҡортто нисек һаҡларға? Тәү сиратта иткә тип үҫтергәнен эш итергә, ҡош-ҡортто ябыҡ тоторға. Һа­райға турғай-күгәрсендәр осоп инерлек булмаһын, уларҙың аҙығына ла теймәһендәр.


Республиканың ветеринария хеҙмәте зәхмәткә ҡаршы көрә­шеү өсөн бөтә көсөн ташлаған. Ноябрь айында ветеринар хеҙмәттәр ҡошсолоҡ фабрикаларында тикшереү үткәргән. Әлегә лаборатор анализдар хәүеф барлығын күрһәт­мәй. Ә бына ситтән индерелгән иттең зарарлы булыуы бик ихтимал. Был хаҡта Башҡорт­ос­тандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин хәбәр итте. “Меркурий” тип аталған ветеринар сертификаты ярҙа­мында белгестәр Татарстандан килтерелгән һигеҙ тонна самаһы продукцияның баҙар кәштә­ләренә эләгеүенә юл ҡуймаған.


“Россельхознадзор” иһә декабрь башы­нан Евросоюздың ҡайһы бер илдә­ре­нән тере ҡош-ҡорт һәм уның итенән етеш­терелгән аҙыҡ-түлекте индереүҙе тыйҙы. Был илдәр исемлегенә Германия, Бельгия, Польша, Бөйөк Британия, Швеция, Дания, Хорватия һәм Нидерланд ин­гән. Аҙыҡ-түлек һәм иттән башҡа, йо­морт­ҡа һәм ҡоштар өсөн аҙыҡ ҡушыл­малары ла индерергә ярамай.


Был үҙ сиратында илдәге ҡошсо­лоҡ тар­мағының бәкә­ленә һуғыуы ихтимал. Со­циаль сел­тәр­ҙәрҙәге ҡош­солоҡ төркөм­дә­рендә ошо хаҡта һүҙ ҡуйыра башланы. Мәҫәлән, сит ил­дән йомортҡа һатып алып, инкубаторҙа тоҡомло ҡош-ҡорт се­беш­тәре сығарып һатҡан Әлиә Вәхитова яҙғыһын хәл киҫкенләшә ҡалһа, хужа­лы­ғының ҙур юғалтыуҙар кисе­рәсәген яҙа.

– Беҙҙең эшҡыуарлыҡ миҙ­гелгә бәйле. Иртә яҙҙан июнь айҙарына тиклем ҡош-ҡорт сығарып һатабыҙ. Тоҡомло бройлер, күркә, тауыҡтарҙың йоморт­ҡаларын сит илдән, башлыса Германиянан яҙҙырып алам. Даими һатып алыусылар күп. Яҙғылыҡҡа заказдар алынған. Әгәр хәл киҫкенләшһә, тыйыуҙар дауам итһә, яҡынса ике-өс миллион һум юғалтыуым бар. Эш аҡсала ғына түгел. Кире аяҡҡа баҫыуы, һатып алыусыларҙың ышанысын яулауы ауыр буласаҡ, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Әлиә.


Ҡош киҙеүе – бик тиҙ таралған, бөтә төр ҡош-ҡортто ла зарарлаған ҡурҡыныс ауырыу. Унан вакцина булған хәлдә лә, бер ҡош сирләгән осраҡта, һарайҙағы бар­лыҡ ҡош һәләк була. Зәхмәттән үҙе­беҙҙе генә түгел, ҡоштарҙы ла һаҡлайыҡ.


Руслан БАЙҠЫЕВ, Башҡортостандың ветеринария идаралығы белгесе:

– Ҡош киҙеүе – бик хәүефле сир. Шәхси хужалыҡта йәшәгән тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк, күркәләр өсөн айырыуса ҡур­ҡыныс. Береһе генә ауырып китһә лә, башҡалар ҙа үләсәк тигән һүҙ. Ҡырағай ҡоштар вирусты таратыусы ғына булып тора. Ауырыуҙың таралыу даирәһе улар йылы яҡҡа оса башлаған ваҡытҡа тура килә. Ял итергә һыу ятҡылыҡтарына туҡтаған ҡоштар бер ыңғай вирусты ла тарата. Ауырыу иһә һыуҙа ла, ерҙә лә оҙаҡ һаҡлана. Шуға ла белгестәр ҡош-ҡортто ҡуранан сығармаҫҡа кәңәш итә. Улар ауырып китһә, тулыһынса юҡ итергә кәрәк, шунһыҙ сирҙе туҡтатып булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вакцина яһау хәлде яҡшыртыуға ярҙам итмәйәсәк. Иҡтисади яҡтан был үҙен бөтөнләй аҡламай. Ҡош-ҡортҡа вакцина яһай башлаһаҡ, ошолай эшләгән башҡа төбәктәр менән генә алыш-биреш итеп буласаҡ, сөнки анализдар ҡош итендә ауырыу бар тип күрһәтәсәк. Был – вакцинаның иң ҙур етешһеҙлеге.
Күрше төбәктәрҙә сир башланыу менән зарарланған ҡош-ҡортто һуйып, осһоҙ хаҡҡа һатырға ашығалар. Быны, әлбиттә, бәләкәй баҙарҙарҙа эшләйҙәр, шуға күрә ит һатып алыр алдынан уның сертификатын, ҡайҙа етештерелгәнен һорағыҙ. Ғөмүмән, бындай урындарҙа ит алмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр хужалыҡта билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ҡош һәләк булды икән, уны ветеринарға тапшырып, анализ үткәреү хәйерлерәк булыр.
Читайте нас