Борон-борондан кешеләр һәм аттар ныҡлы ептәр менән бәйләнгән. Бында һүҙ дилбегә йә иһә йүгән тураһында түгел, ә эске бер бәйләнеш хаҡында бара. Аттың аҡыллы күҙҙәренә ҡараған һәр кем аҙаҡтан был гүзәл йән эйәләренә тартыласаҡ. Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәгән Илшат Заһитов менән дә шулай була.
Илшат үҙенең ғүмерен аттарҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Ул бәләкәйҙән атаһы Ишхужа Сабир улына ярҙамлаша – атҡа һыу эсерә, уларға һоло һәм хуш еҫле бесән һала, үҙенең яратҡан ҡара атын эйәрләп, йәйҙәрен йылҡы көтә. Эйәрҙә ышаныслы ултырырға ла атаһы өйрәтә. “Теҙгенде ныҡ тот, улым, ат ҡулдарыңдың көсөн тойһон”, – тип өйрәтә өлкән Заһитов.
“Алты йәштән үҙаллы һыбай йөрөй башланым. Бейегерәк түңгәккә баҫыр инем дә, ялына йәбешеп, ат өҫтөнә менер инем, ҡайһы саҡ малайҙар этәрешеп ебәрә торғайны. Воронок ҡушаматлы атты буйһондороу, уның менән яландар буйлап сабыу ҙур бәхет булып тойола торғайны”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Илшат. Бер аҙ үҫә төшкәс, ул “Йондоҙ” колхозында баҫыу ҡараусы була, колхоз игендәрен малдарҙың тапауынан һаҡлай. Һуңынан үҙ хыялына атлыға – ауыл һәм район һабантуйҙарында ҡатнаша башлай. Күрше райондарға ла ат сабыштарына бара, призлы урындар яулай. Беренсе тапҡыр ысын ипподромды Дыуан ауылында күрә, унда сираттағы тапҡыр еңеү шатлығын татый.
Мәктәпте тамамлағас, Үрге Ҡыйғы ауылындағы 115-се һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә. Ике йыл Киров ҡалаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң туған колхозында “ДТ-75” тракторында эшләй. Һуңыраҡ колхоз идараһы уға йылҡысылыҡ тармағын ышанып тапшыра. Колхоз тарҡалғас, уға хеҙмәт хаҡы иҫәбенә бер ҡолон бирелә.
Бөгөн уның аттары бер көтөү. Дунай ҡушаматлы айғыры – хужаның айырым ғорурлығы, уның менән икенсе йыл рәттән “Терра Башҡортостан” республика ат спорты турнирында ҡатнашты. Быйыл Илшат IХ этапта икенсе урынды яулап, финалға сыҡты.
– Дунай тыуыу менән, уны үҙемә өйрәтә, бер йәше тулғас, күнекмәләр уҙғара башланым. Быйыл Ландыш ҡушаматлы бейәне өйрәтергә тотондом, ул да бәйгеләрҙә уңышлы ғына ҡатнашты, – тип һөйләй Илшат Заһитов.
Илшат Ишхужа улы ҡатыны Гөлсинә Юрик ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары ла, улы ла бәләкәйҙән ат ярата, һыбай йөрөйҙәр.
“Йылҡысылыҡтың киләсәге бармы?” тигән һорауға Илшат Ишхужа улы ышаныслы итеп: “Яҡшы кешеләр булғанда аттар бөтмәҫ”, – тип яуап бирә. Аттарҙы оло йөрәкле, яҡты күңелле кешеләр ярата, ә малҡайҙар быны яҡшы аңлай һәм тоғролоҡ менән яуап бирә.