Бөрйән районының Кейекбай ауылында йәшәгән Ырыҫҡоловтар ғаиләһен социаль селтәрҙә күреп ҡалдым. Уларҙың сәхифәһе ҡыҙыҡлы. Хужалар оҙаҡ йылдар бал ҡорто тота. Үҙҙәре тырыш, егәрле. Йорт хужабикәһе Миңзәлә Ырыҫҡолова ҡорт үрсетеү, балды дөрөҫ һайлау тураһында бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр яҙа. Уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.
– Миңзәлә, умарталарығыҙ күпме?
– Бал ҡорттарының һаны төрлөсә булып китә. Бал мул йыл булһа – үрсейҙәр, бал аҙ икән, ҡорттар артмай, киреһенсә, кәмеп, ҡыш ауырлыҡ менән сыҡҡан осорҙар була. Бал ҡорттарын яҡшы ҡарау ғына етмәй, йылдың уңышлы килеүе, бал биргән йүкә ағасының сәскәһенең һуты булыуы ла мөһим. Ҡайһы саҡ монар һуғып, йүкә сәскәһен киптереп ҡуя. 2016–2017 йылдарҙа бал ҡорттары кәмене. Умарталарымдың һаны 34-кә төштө, был йүкә балының булмауы, йәйҙең ямғырлы килеүенә лә бәйле булды.
2019–2020 йылда барыһы ла яҡшы булды. Ҡорттар һәйбәт үрсене. Ҡайһылары хатта өсәр күс айырып ебәрҙе. Бөгөн иһә ҡорт баҙына 81 умартаны ҡышларға ултырттыҡ.
– Бал ҡорто тотоу – мәшәҡәтле эш. Бер кеше генә йырып сыға торған ғәмәл түгел. Ғаиләгеҙ ҙә терәк-таяныстыр?
– Ҡорттарҙы үҙем ҡарайым. Әлбиттә, тормош иптәшем һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Улдарымдың өсөһө лә ҡырҙа. Икәүһе эшләй, төпсөгөбөҙ – студент. Быйыл яҙ икеҽ улым карантин мәлендә яныбыҙҙа булғас, күмәкләп умарталарға тотондоҡ.
– Әле умарталарығыҙҙы ҡорт баҙына төшөрөп ҡуйғанһығыҙҙыр инде. Уларҙы артабан нисек тәрбиәләргә?
– Һәр умартала 10 рам бал ҡалдырабыҙ. Ҡорттарҙы йылға туңыу менән ҡорт баҙына төшөрәбеҙ. Бал ҡорттары күмәк булғас, ҡорт баҙы йылына. Йылы мәлдә ашығып, тыштан индерһәң, бал ҡорттары ояларынан сығып һәләк була. Был күстең көсһөҙләнеүенә килтерә.
Ҡорттарҙан мөмкин тиклем күберәк бал алырға тигән маҡсат ҡуймайым. Әгәр балдарын уларға етерлек ҡалдырмаһаң, ҡыш сироп бирергә кәрәк. Был продукцияның сифатына насар йоғонто яһай. Бал ҡорттарына үҙҙәренә етерлек балды ҡалдырғас ҡына, артҡанын һатабыҙ.
Бал ҡорто көслө булһын өсөн яҙын да баллы рамдар кәрәк, шуға күрә беҙ үҙебеҙгә ашарға, әҙерәк һатыуға бороп алабыҙ ҙа ҡалғаны рамдарҙа һаҡлана.
– Ғәҙәттә, умартасылар ауылда етеш йәшәй тип һанала. Килем яғы нисегерәк?
– Быйыл йәй яҡынса 300 мең һумлыҡ бал һаттым. Әле һатыуға әҙерләп ҡуйған 500 литр самаһы бал бар.
– Белеүемсә, һеҙҙең ҡорттар баҡсағыҙҙа тора. Бындай осраҡта умартасыларға йыш ҡына күршеләре менән һөйләшергә, уртаҡ тел табырға тура килә. Һеҙҙә хәл нисегерәк?
– Күршеләребеҙҙең күбеһе бал ҡорто тота, шуға беҙҙә аңлашылмаусанлыҡ булғаны юҡ. Бал алғас та күршеләргә индереп бирәм. Йолаһы шундай. Улар миңә бер ваҡытта ла буш һауыт ҡайтармай: ҡайнатма менән һыйлайҙар. Бергәләп сәй эсәбеҙ. Ут күршем Ғәбиҙә ҡыҙыу эш мәлемдә: “Аш бешерҙем, әйҙә!” – тип һөрәнләй. Шулайтып бергә-бергә донъя көтәбеҙ.
– “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тигән мәҡәл бар. Һеҙҙең бал ҡорттарына һөйөү ҡайҙан килә? Әллә Бөрйәндең һәр кешеһенә генетик яҡтан һалынғанмы был хис?
– Әллә инде... Ҡәйнәм Вазифа Ишбулды ҡыҙы менән ҡайным Зәкир Хәмзә улы Ырыҫҡоловтар 150 баш умарта тотҡан. Тормош иптәшем Солтангәрәй – ғаиләлә иң оло бала. Бала сағы ҡорт араһында үткәс, ҡорт ҡарауҙан ялҡҡан (көлә – авт.). Бал ҡорто тотор булып киткәс, миңә умарта, солоҡтар, рам – барыһын да үҙе эшләп бирҙе. Малайҙарға өй төҙөгәс, уны мәшәҡәтләмәҫкә тырышып, ҡорттар менән ныҡлап үҙем булыштым.
– Тауар булғас, уны һатыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Алыусылар бармы?
– Балды өйҙән һатам. Йыл һайын фәҡәт беҙҙең балды һорап килеүселәр күп, хатта республиканан ғына түгел, сит тарафтарҙан да. Балдың сифатын лабораторияла тикшереп, ышаныс менән алғандары ла етәрлек.
Балдың аҡсаһына улдарыбыҙға йорт һалырға ер һатып алдыҡ. Өйҙө күтәреүгә, бура кәрәк-ярағына байтаҡ сығым кәрәк. Ағас алыуға сиратта торһалар ҙа, ете-һигеҙ йыл көтөргә кәрәк. Уртансы улыбыҙ түләп уҡый, уға ла ярҙам итеп торабыҙ.
Ҡортсолар миллионлап килем ала тигәне буш һүҙ ул. Бал булған йылда аҡмаһа ла, аҡсаһы килеп тора. Бал ҡорттарын ҡыш сығарырға етерлек запас, яҙ ашарҙарына, көс йыйырға бал етәрлек булырға тейеш. Шунһыҙ ҡорттар үрсей алмай. Ҡыш – йылы, яҙ – һыуыҡ, йәй бал мәлендәгеҽ ямғырҙар уларға кире тәьҫир итә.
– Ысын бал ниндәй булырға тейеш?
– Ҡарап, күҙәтеп йөрөйөм дә, күптәрҙең һатыуға сығарылған балы яңы боролған бал һымаҡ шыйыҡ була. Улар – иртә боролған бал, йәғни бал ҡорттары уны тейешенсә елләтеп, эшкәртеп бөтмәҫ элек әҙерләнгән ризыҡ. Күптәр ҡуйы булып ағарған балға аптырап ҡарай. “Күпселек шыйыҡ бал һата, ә һинеке бутҡа кеүек, ниңә өйҙә лә иремәй?” тип һораусылар бихисап. Өлгөргән, яҡшы сифатлы бал ҡуйырырға тейеш. Ап-аҡ төҫкә инеп ҡата ла, ауыҙға алһаң, ҡаймаҡ кеүек тигеҙ ирей.
Күптәрҙең мейес башына ултыртып иретеп алғандарын ишеткәнем бар. Улай эшләү ҙә дөрөҫ булмай, балдың сифаты юғала. Аҡ килеш бысаҡ менән ҡырҡып ашаһаң, яҡшыраҡ. Балды даими ҡулланһаң, тән тиреһе матурая, таҙара, йыйырсыҡтар юғала. Ҡоро тәнгә, биткә һөртөп мунсала әҙерәк ултырһаң, яҡшы була. Ғөмүмән, балдың файҙаһы бик ҙур.
Тик сихәтен татыу өсөн юғары сифатлы бал алырға өйрәнегеҙ. Баҙарҙан һөт алғанда, шыйығын алмайһығыҙ бит, ҡуйырағын, ҡаймаҡлыһын эҙләйһегеҙ. Сифатлы бал да шулай уҡ. Йүкә балы, мәтрүшкә, ҡарағат, сейә япраҡтары һалынған сәйҙәрҙе эсһәгеҙ, кәйефтәрегеҙ ҙә күтәренке, сәләмәтлегегеҙ ҙә ныҡлы булыр.
Дуҫтарымдың береһенә балауыҙ иретәм тигәс, “Балауыҙ нимә була ул?” тип аптыратты. Бал ҡорттарын таҙа умарталарға урынлаштырғас, ҡарайған рамдағы балауыҙҙарҙы иретеп әҙерләп ҡуяһың, әлеге һары май кеүек таҙа балауыҙҙы рамдарға ҡуйыр өсөн балауыҙ алмаштырып алабыҙ.
Балды ашауы ғына рәхәт шул, күренмәгән ваҡ эштәре күп. Балауыҙ, аҡ май ҡушып, прополислы май эшләп алһаң, бик һәйбәт. Бер йыл аяғымды уйламағанда эт тешләп яра уңалмай аптыратты. Дарыухананан алған майҙы һөртөп ҡараным да, килешмәгәс, яраға үҙем эшләгәнен һөртә башланым. Ярам йомшарып тиҙ уңалды, файҙаһы күп ул майҙың. Ғөмүмән, бал ҡортоноң балы ғына түгел, балауыҙы ла, ҡорттоң ағыуы ла шифалы.
Бал ҡорттары тәбиғәткә лә, кешеләргә лә күп файҙа килтерә! Уларҙы һаҡлау беҙҙән генә тора.