Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 13:20

Район башлығы улын армияға оҙатты

"Ҡәҙерле улым, һинең ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итеүеңде, алдыңа ҡуйған бөтә маҡсаттарыңа ла ирешеүеңде теләйем".

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә. Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич әйтеүенсә, үҫмерҙәрҙең илебеҙҙе һаҡларға теләктәре көслө, яҡташтарыбыҙҙың күбеһе өсөн һалдат ҡайышын тағыу – ғорурлыҡ.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин улын әрме хеҙмәтенә оҙатты.
"Ҡәҙерле улым, бына һинең тормошоңда яуаплы осор яҡынлашты, – тип яҙған Әнис Ҡасим улы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә. – Һин армияға алындың. Һинең ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итеүеңде, алдыңа ҡуйған бөтә маҡсаттарыңа ла ирешеүеңде теләйем. Үҙең теләп армияға бараһың һәм ил алдындағы бурысыңды үтәйһең".
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Читайте нас: