32 йәшлек Аяз Ахунов Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин ҡулынан Яңы йылға ҙур бүләк алып ҡыуанды.
Бала саҡтан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле Рөстәмгә район үҙәге Николо-Березовка ауылынан бөтә уңайлыҡтары булған фатир асҡысы тапшырҙылар. Был ғәмәл республикалағы махсус дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында районға тейешле аҡса күсерелгән булған.
Фатирҙа шәхси йылытыу системаһы урынлаштырылған, барыһы ла заманса итеп эшләнгән.
Аяз был бүләккә сикһеҙ шат. Унда байрам алдынан күсеп, Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршыларға планлаштыра.
Фото Краснокама районы хакимиәте сайтынан.