Йәмғиәт
17 Декабрь 2020, 08:30

Балаһы менән ҡуша юғалған әсә табылды

Уларҙы 13 декабрҙән алып эҙләйҙәр ине. Юғалыу сәбәбе нимә булған?

Өфөлә 13 декабрҙә ете айлыҡ улын алып сығып китеп ғәйеп булған 21 йәшлек Анна Егорованы таптылар. Сабыйҙың дауаланыуға мохтаж икәнлеге лә мәғлүм булды. Йәш әсә менән баланы эҙләүгә ирекмәндәр һәм полиция йәлеп ителгәйне.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар иҫән-һау көйө табылған. Йәш ҡатындың балаһын алып сығып китеүенең бер сәбәбе туғандары менән талашыу булыуы мөмкин, тип аңлатма биргәндәр ведомствола.

Фото:социаль селтәрҙән.
Читайте нас