Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 20:00

Фиҙакәр хеҙмәт менән үткән ғүмер

60 йылдан ашыу ғүмерен торба үткәргестәр транспортына арнаған, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем 13 йыл ғүмерен “Транснефть” – “Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығына етәкселек итеүгә арнаған шәхес ине Шәүҡәт Әхәтов.

7 декабрҙә “Транснефть” системаһына ҡараған боронғо предприятиеларҙың элекке генераль директоры, БАССР-ҙын атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе Шәүҡәт Нурлығаян улы Әхәтов яҡты донъя менән хушлашты. Уға 98 йәш ине.
БАССР-ҙың Бөрө кантоны Баҙытамаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Илеш районы) тыуып үҫкән Шәүҡәт Нурлығаян улы Әхәтов хаҡында грамоталы, талапсан, әммә шул уҡ ваҡытта кешеләргә ныҡ иғтибарлы ине, тип телгә алалар. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклемге 13 йыл ғүмерен “Транснефть” – “Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығына етәкселек итеүгә арнаған ул. Был предприятиеға иң ауыр осорҙа етәкселек иткән Шәүҡәт Нурлығаян улы.
60 йылдан ашыу ғүмерен торба үткәргестәр транспортына арнаған, ниндәй генә тормош ауырлыҡтары осрамаһын, уларҙы еңеп сыҡҡан кеше булған ул. Республикалағы иң ҙур предприятиеларҙың береһенә лә ул бик ҡатмарлы осорҙа, торба үткәргестәр һалынған ваҡытта, идара иткән. Тап бына ошо бала саҡтан ныҡышмал, тормош ауырлыҡтарына бирешмәүсән, мәктәптә үк ул ваҡытта юғары балдарға өлгәшкән ябай ауыл егете И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 1947 йылда нефть транспорты буйынса инженер-механик белгеслегенә уҡып сыҡҡан йәш егеткә Өфө нефть ғилми-тикшереү институтына йүнәлтмә биргәндәр, тик ул нефть үткәреүсе булып эшләргә тигән ныҡлы ҡарарға килгән.
1952 йылда уны Башҡорт нефть үткәргестәре идаралығына етештереү-техник бүлегенә етәксе итеп күсерәләр. Артабан ул – етештереү буйынса начальник урынбаҫары, 1964 йылда идаралыҡтың баш инженеры вазифаһына үрләтелгән, ә алты йылдан иһә идаралыҡҡа етәкселек иткән.
Шәүҡәт Әхәтовтың исеме туҡтауһыҙ көс-энергия, бер-бер артлы идея сығанағы булып тарихта ҡалған. Шуға уның исеменең ул осор матбуғат биттәренән төшмәүе, рәттән ете тапҡыр Өфө ҡала Советына депутат итеп һайланыуы ла тиккә түгел. Тап ошо ваҡытта ул бер нефть үткәргес буйынса төрлө нефттең төрлө сорты үтеүен уйлап сығарған. Бер уйлаһаң, был хәлде уйлап та сығарып булмаҫ кеүек бит!? Өҫтәүенә Башҡорт дәүләт университетының физик факультеты кафедраһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бер торба буйлап эшкәртелмәгән һәм тоҙһоҙландырылған экспортҡа тигән нефтте алыу ысулын уйлап тапҡан. Был хәл Шәүҡәт Нурлығаян улын диссертация яҙыуға этәргән һәм ул техник фәндәр кандидатлығы дәрәжәһен яҡлаған. 1970 – 1982 йылдарҙа Шәүҡәт Әхәтовтың сафҡа индерелгән уйланмалары һөҙөмтәһендә ул ваҡыттағы аҡса менән 3,8 миллион һум иҡтисади һөҙөмтә теркәлгән!
Шәүҡәт Нурлығаян улының идаралыҡта эшләгән осорҙа Усть-Балыҡ – Ҡурған – Өфө – Әлмәт торба үткәргестәре төҙөлөшө ауыр тип һаналған. Ә уны ҡороу тураһындағы ҡарарҙы 1969 йылда СССР Министрҙар Советы Көнбайыш Себерҙә нефть сығарыуҙың артыуы менән бәйле ҡабул иткән. Тау, йылға һәм башҡалар аша үткән магистралдең оҙонлоғо – 1812 километр, ә торба үткәргестең диаметры 1220 миллиметр тәшкил иткән. Төҙөлөш барышын Министрҙар Советы рәйесе Алексей Косыгин үҙе контролдә тотҡан. Айырым фарман менән был объекттың үҙ ваҡытында файҙаланыуға тапшырылыу бурысы Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығы начальнигы Шәүҡәт Әхәтовҡа йөкмәтелгән. Төҙөлөштө техник документтар менән тәьмин итеү, ҡоролмалар килтереү, Ҡурған – Әлмәт нефть үткәргестәр участкаһында барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл иткән. Был ваҡытта әллә күпме ойоштороу һәләте кәрәккән! Нефть үткәргес күрһәтелгән ваҡыттан алда файҙаланыуға тапшырылған. Ә Шәүҡәт Әхәтовтың фиҙакәр хеҙмәте Денин ордены менән баһаланған. Артабан уның ҡатнашлығында Нижневартовск – Ҡурған – Куйбышев нефть үткәргестәре һалынған. Ул ваҡытта үҙен йәлләмәй көс түккән һәр иретеп йәбештереүсегә ҙур хөрмәт менән ҡараған етксе булған. Шуға ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, Шәүҡәт Нурлығаян улы хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш шарттары булдырырға тырышҡан. Шуға урында тигәндәй, мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары ҡалҡып сыҡҡан. Идаралыҡ начальнигы вазифаһын үтәгән һәр йылда Шәүҡәт Әхәтов бер юлы Өфө дәүләт нефть институтындағы транспорт һәм нефтте һәм газды һаҡлау кафедраһында дәүләт имтихандар комиссияһына ла рәйеслек иткән, “Магистраль торба үткәргестәрҙе файҙаланыу” һәм башҡа әсбаптарҙы төҙөүҙә ҡатнашҡан. 1983 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та 12 йыл Өфө дәүләт нефть иститутында уҡытҡан. Доцент Шәүҡәт Әхәтов әллә күпме йәштәрҙең хәтерендә остаз булып ҡалған. Хәҙер улар илдәге нефть һәм газ компанияларында етәкселек вазифаларында эшләй. Уларҙың барыһы ла хәҙер уны тик яҡшы яҡтан хәтергә ала.
Шәүҡәт Әхәтовтың ғаилә тылы ла ныҡ һәм ҡатыны Рауза Абдулла ҡыҙы ла ғүмеренең ахырынаса иренең ышаныслы терәге булған. Һөнәре буйынса юрист ҡатын иренә кәрәкле ваҡытта кәңәштәре менән яҙам иткән. Алтмыш йылдан ашыу бергән татыу ғүмер кисереп, республикабыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған данлыҡлы ата-әсәһенең яҡты хөрмәтенә тап төшөрмәй балалары һәм ейәндәре. Шәүҡәт Әхәтовтың улы Искәндәр – физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Мәскәүҙәге Сколков фән һәм технологиялар институтының Углеводородтар табыу үҙәге директоры. Ҡыҙы Әлфиә – медицина фәндәре кандидаты, медицина хеҙмәткәре. Уның ике ейәнсәре лә мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланған, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты, техник фәндәр кандидаты, доцент Шәүҡәт Әхәтовтың туранан-тура ҡатнашлығындағы 1952 йылдан һуң республикала һәм унан ситтә Туймазы – Өфө, Шкапов – Ишембай, Туймазы – Өфө – Омск, Ҡалтасы – Саҡмағош кеүек нефть үткәргестәрҙе төҙөүҙә, үҙгәртеп ҡороуҙа һәм киңәйтеүҙә ҡатнашлығы бар. Бынан тыш, ул Өфө – Силәбе – Омск трансконтиненталь нефть үткәргестәрҙе төҙөүгә ҙур өлөш һалған.
Фото: Шәүҡәт Әхәтовтың ҡыҙы Әлфиә Богданованың шәхси архивынан.
Читайте нас