Йәмғиәт
17 Декабрь 2020, 18:00

“Шатлыҡ кәрзиндәре”н бергәләп тултырайыҡ!

Ошо йәһәттән берләшеп, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге кескәйҙәргә байрам ойошторорға мөмкин.

Яңы йыл алдынан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре #БеҙБергә акцияһы нигеҙендә “изгелек арбалары”ның бер өлөшөн “шатлыҡ кәрзиндәре” итеп үҙгәртмәксе.
Хәҙер магазинға килгән һәр кеше тәмлекәстәр йыйылмаһы, уйынсыҡ йәки балаға башҡа төрлө бүләк һатып алып, уны кәрзингә һалып ҡалдыра ала. Ошо рәүешле берләшеп, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге кескәйҙәргә байрам ойошторорға мөмкин.
Әйткәндәй, был башланғысты Рәсәй Президенты Владимир Путин да хуплап сыҡҡайны. #БеҙБергә акцияһы әүҙемселәре бөтә ил халҡын “шатлыҡ кәрзиндәре”н тултырыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Әгәр магазинда бындай кәрзинде тапмаһағыҙ, тәмлекәстәрҙе һәм уйынсыҡтарҙы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты аша ла тапшырырға була. Ярҙам иткегеҙ килһә, 02region@onf.ru ардесына яҙығыҙ.
Баш ҡалабыҙҙағы түбәндәге магазиндарға “шатлыҡ кәрзиндәре” ҡуйылған:
“Йәрминкә” магазиндары (Маяковский урамы, 10, Кремль урамы, 55, С. Перовская урамы, 15, Свердлов урамы, 67, Рыльский урамы, 22);
“Монетка” магазиндары (Хәҡиҡәт урамы, 15, Ухтомский урамы, 28, Евгений Столяров урамы, 6, Степан Злобин урамы, 4, Минһажев урамы, 121, Ғафури урамы, 4, 8 Март урамы, 19, Ҡариҙел яры урамы, 23);
“Байрам” магазины (Октябрь проспекты, 91, “Йүрүҙән” сауҙа үҙәге);
“Альдо” магазины (Гагарин урамы, 44).
Фото: vk.com
Читайте нас