Ләйсән Юлай̆ ҡыҙы Нәҙерғолова буламын. Яҙ етеп, бар донъя ҡышҡы й̆оҡонан уянып, яңынан тыуған саҡта мин дә Й̆ылай̆ыр районының Юлдыбай ауылында донъяға килгәнмен. Әлеге мәлдә – БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 1-се курс магистранты.
Бала саҡтан бей̆еүгә ғашиҡмын. Бейеү – минең өсөн күңел сағылышы.
Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. “Башҡортостан гүзәле- 2020” матурлыҡ бәй̆геһендә икенсе урынға лай̆ыҡ булдым.
Әсәй̆ем мине бала саҡтан “Ҡыҙым, хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош”, тип үҫтерҙе. Мин киң ҡанаттарымды й̆әйәм, хыялдар артынан барам. Ә ул юл саҡ башланды ғына әле.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.