Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 07:09

“Без – башҡортлар” үҙ эшен дауам итәсәк

Башҡорт теле көнөндә быйыл башҡарылған күп эштәргә йомғаҡ яһалды.

Билдәле булыуынса, “Без – башҡортлар” ойошмаһының да туған телде популярлаштырыуға индергән өлөшө ҙур. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын нығы­раҡ туплауға, рухын үҫтереүгә быйыл 25 апрелдә башҡорт теленән диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыу ҙур йоғонто яһаны. Был диалектта ундан ашыу ырыу башҡорттары һөйләшә. Уны йәмәғәт киңлегендә нығытыу үтә мөһим.
“Без – башҡортлар” ойош­ма­һы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында, шулай уҡ башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында бирел­гән гранттарҙы яулаған проекттар күргәҙмәһендә тәҡдим ителде. Республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәре методик әсбаптар – “Без – башҡортлар” брошюралары циклын алды. Баҫмала башҡорттар йәшәгән райондар, төньяҡ-көнбайыш төбәк халҡы һөйләше үҙенсә­лектәре тураһында мәғлүмәт бар. Башҡорт ырыуҙары, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары ырыуҙары өсөн махсус карталар булдырылды.
Телдәрҙе үҫтереү мәсьәләһе Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһы һәм Стратегик тикшере­неүҙәр институты белгестәре әҙерләгән ғилми сараларҙа сағылыш тапты. Ғилми йәмә­ғәтселек тыуған яҡты өйрәнеү­селәр өсөн барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте еткерергә тырышты, был йәһәттән семинарҙар үткәрелде, улар онлайн тәртиптә социаль селтәрҙәр аша күрһәтелде.
Эйе, был эштә социаль сел­тәрҙәрҙе файҙаланыу ҙур әһә­миәткә эйә булды. “Бәйлә­нештә”ге “Без – башҡортлар” төркөмө әүҙем үҫешә, унда ярты йыл эсендә 1100-ҙән ашыу әүҙем ҡулланыусы йыйылған. Асыҡ төркөм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү буйынса фекер алышыу майҙан­сығына әйләнде.
Милләттәштәребеҙ был өлгә­шелгәндәр менән туҡтап ҡалырға йыйынмай. Киләһе йылда ла этнографик тикшереүҙәр дауам итәсәк. Быйыл Туймазы һәм Шаран райондарына ойошторолған экспедицияларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, шул яҡтағы кейем үҙенсәлектәре, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары көнкүреше Өфөлә үткәрелгән һөнәрмәндәр аҙна­лығында күрһәтелде. Төбәк тарихына арналған күп тикше­реүҙәр архивтарҙа һаҡлана һәм өйрәнеүҙе талап итә.

Читайте нас